Егәрле уңыр, ялҡау туңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һеҙ экстремаль шарттарҙа йәшәй алаһығыҙмы
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Инвалидтар ҙа һыу инә аласаҡ Сәләмәтлек

    Баш ҡалала физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн махсус пляж булдырыла.
    “БР туризм үҙәге” коммерция булмаған ойошмаһы, республика бюджетынан субсидия алып, хатта коляскала ултырған инвалидтар ҙа һыу инә алырлыҡ уңайлы урын төҙөргә аҡса бүлгән.
    Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың “Башҡортостан – килешеү һәм үҫеш территорияһы” тип аталған беренсе форумында үҙәк етәксеһе Наталья Никольскаяға бер миллион һумдан ашыу суммаға сертификат тапшырылған. Ошо аҡсаға Ағиҙел буйында махсус пляж эшләнеп, унда пандус­тар, һыуға төшөү урындары ла булдырыласаҡ. Эште июнгә та­мамлар­ға вәғәҙәләйҙәр.

    авторы: admin | 15 мая 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әгәр аяғығыҙ ҡаймыҡһа Сәләмәтлек

    Ҡаймыҡҡан аяҡ шешә, күгәреп сыға һәм уны ауырттырмайынса ғына хәрәкәтләндереп булмай. Аяҡ ҡаймыҡҡанда һеңерҙәр һуҙыла, ә ҡайһы ваҡыт уларҙың өҙөлөүе лә мөмкин. Шул уҡ ваҡытта быуынды ҡаплаған тире лә зарарлана, уның хатта ярылыуы ла ихтимал. Зарарланған урынға ҡан йыйыла. Был ҡан әкренләп табан аҫтына һәм бармаҡтарға тарала. Үҙ ваҡытында тейешенсә дауаланмаған ҡаймыҡҡан аяҡ быуынды зәғифләй. Бындай быуын киләсәктә аҙ ғына яйһыҙ баҫыуҙан да ҡаймыға торған булып ҡалырға мөмкин. Ә был быуын кимерсәгенең туҙыуына, быуынға һәм һеңерҙәргә эзбиз ултырыуға, һөҙөмтәлә быуындың хәрәкәтсәнлеге кәмеүгә килтерә. Аяҡ быуынының ни дәрәжәлә зарарланыуын табип ҡына билдәләй ала.

    авторы: admin | 24 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Дарыуҙы ҡасан, нимә менән эсергә? Сәләмәтлек

    Мәҫәлән, антибиотиктарҙы һөт менән эсһәң, уларҙың тәьҫир итеү көсө кәмей. Һөт аҙыҡтарын панкреатин кеүек әсегә бирешеп барыусы дарыуҙар менән ҡушып эсергә ярамай. Әгәр ҙә анемиянан дауаланаһығыҙ икән, шулай уҡ туҡланыуҙан һөт һәм һөт аҙыҡтарын, составында фитин булған аҙыҡтарҙы (сәтләүек, бойҙай, геркулес), шулай уҡ сәй, ҡыҙыл шарап, ҡәһүәне алырға кәрәк. Дарыуҙар менән дауаланған ваҡытта К витамины булған йәшелсәләрҙе (шпинат, брокколи, йәшел кәбеҫтә), цитраттарҙы (лимонадтағы, емеш һуттарындағы яһалма лимон кислотаһы), энергетик эсемлектәрҙе бик һаҡ ҡулланығыҙ.

    авторы: admin | 9 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәмлекәсләр Сәләмәтлек

    Лимон кеүәҫе
    Эмаль кәстрүлгә шәкәр, телем­ләп ҡырҡылған лимон, йөҙөм һалыр­ға һәм ҡайнар һыу ҡойоп, таҫтамал ҡаплап ҡуйырға. Һыу һыуынып, йылымыс булғас, әсетке, сода һалып, 12 сәғәт әсетергә. Һуңынан шешәләргә ҡойоп, һәр береһенә 2 – 3 йөҙөм төшөрөп, ныҡ итеп ябып ҡуйырға кәрәк. Кеүәҫ 2 – 3 көндән әҙер була.
    15 литр һыуға 800 г шәкәр, 2 лимон, 200 г йөҙөм, 25 г әсетке, ярты балғалаҡ сода кәрәк.

    авторы: admin | 12 июля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шашлык Сәләмәтлек

    ШашлыкИттең теләгәнен һайлап алырға мөмкинлек бар. Әлбиттә, һыйыр ите шешлеккә тура килеп бөтмәй, ә бына йәш тананыҡы йәки быҙауҙыҡы бара. Итте тиҙерәк әҙер булһын өсөн ваҡ ҡына итеп турау ҙа, эре итеү ҙә дөрөҫ түгел. Бөтә ерҙә лә сама кәрәк. Тауыҡ итен – 2 – 3 сәғәт, башҡа иттәрҙе 5 – 6 сәғәт маринадта тоталар.
    Маринад составына ингән классик ингредиенттар – тоҙ, борос, һуған, аш һеркәһе, шарап. Майонез ҡулланырға кәңәш итмәйбеҙ. Эш калорияла ғына түгел, майонезды утта ҡыҙҙырып ашау зарарлы. Аш һеркәһе лә итте киптерә. Уның урынына лимондан да ҡулайырағы юҡ.

    авторы: admin | 29 апреля 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ғазап сигеүсе Сәләмәтлек

    Тормош үҙгәрә... Ә тормош менән беҙҙең йәштәребеҙ ҙә үҙгәрә. Урам буйында иҫерек, әшәке хәлдә булған кешеләрҙе күргәс, һеҙ ниндәй тойғолар кисерәһегеҙ? Эс­кеселәрҙең телдәренән сыҡҡан әшәке һүҙҙәрҙе ишеткәс, нимә уйлай­һығыҙ?
    Йыртҡыс хайуанға оҡшаш ҡурҡыныс тауыштар менән ҡысҡырып һүгенеүсе иҫерек бәндәләрҙе күреүҙән ҡайҙалыр бик тәрәндә – күңел түрендә йөрәгем илай. Шундай кешеләргә ҡарап, уларҙа мин ғәйәт әсе, түҙә алмаҫлыҡ ғазаптарҙан интегеүсе йөрәктәрҙе күрәм. Улар рухи бушлыҡтан ҡотолорға теләп тәмләгән иҫерткес эсемлектәр хәлдәрен тағы ла ауырайта түгелме? Күкрәктәренән сыҡҡан аяныс ауаздар – һүгенеү, ҡысҡырыу, ғәйбәт аша кемгәлер нәфрәттәрен түгеү ҙә ярҙам итмәй уларға, күңелдәренә тыныслыҡ килтермәй, киреһенсә, рухи һыҙланыуҙарын нығыраҡ киҫкенләштереп ебәрә.

    авторы: admin | 11 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кишер салаты Сәләмәтлек

    Кишер салатыСей кишерҙе ваҡ ҡыр­ғыс­тан ҡырып, йөҙөм, ма­йонез менән бутап, тә­­рил­кәгә һалығыҙ. Икен­­се ҡат – ҡырылған сыр менән әстерхан сәтләүеге. Өсөнсө ҡат­ҡа – ваҡ итеп ҡырылған бешкән сөгөлдөр менән һарым­һаҡ.
    Барлыҡ ҡатламдар­ға майонез яғыр­ға, өҫтөн йөҙөм, сәтләүек ме­нән биҙәргә.

    авторы: admin | 11 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Соль-Илецк: Байҙар йөҙә һыуҙа, ярлылар тоҙло һыуҙа Сәләмәтлек

    Соль-Илецк: Байҙар йөҙә һыуҙа, ярлылар тоҙло һыуҙаЯңыраҡ дуҫтар менән ял итергә Ырымбур өлкәһенең шифалы Илек күленә барғайныҡ. Шунда ҡырмыҫҡа иләүе кеүек гөж килеп торған яр буйында ике ир һөйләшә.
    – Нишләп ҡыҙыу бесән мәлендә эшләмәй бында ятаһың? – тип һорай түҙеп торғоһоҙ эҫе көньяҡ ҡояшында бешеп, һытылырға етешкән помидор битлеһе оҙаҡ ҡырынмауҙан сикәләрен төк баҫҡан йыуан ҡорһаҡлыһынан.
    – Эшләп нимә була? – Йыуан ҡорһаҡ һорауға һорау менән яуапланы.
    – Эшләһәң, һаламың була, бесәнең була. – Помидор биттең дә бирешкеһе килмәй, һаман ныҡышып-ныҡыша. – Мал аҙығын мул әҙерләһәң, һыйырҙарың, һарыҡтарың, ҡош-ҡортоң ишәйә. Ҡышҡа аяҡ баҫҡанда, мал-тыуарыңды һатып, аҡса эшләйһең. Кеҫәң ҡалын булһа, бай булаһың, хужалығыңды киңәйтергә юл асыла. Шунан унда эшләргә кеше яллайһың. Башҡаларҙы ҡушып эшләткәс, байлығың тағы ла артҡандан-арта.

    авторы: admin | 25 января 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 29  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru