|
 |
|
Владимир Путин беҙҙең ил төбәктәренән генә түгел, ә донъяның төрлө мөйөшөнән йыйылған 1392 киң мәғлүмәт сараһы вәкиле менән осрашҡанда яңғыраған һорауҙарға, һәр ваҡыттағыса, мөмкин тиклем тулыраҡ та, анығыраҡ та яуап бирергә тырышты. Дөйөм алғанда, һорауҙарҙың күбеһе йыл буйына әллә нисәмә тапҡыр күтәрелгән темаларға булды. Журналистарҙы Украина, Сүриә, Төркиәгә ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡыҙыҡһындыра, ил иҡтисадына, көрсөккә, хаҡтарға ҡағылышлыларын да бер нисек тә урап үтеп булмай. Беҙ иһә Президент яуаптарының бер нисәүһен генә һайлап алдыҡ. Тос та, ҡыҫҡа ла, бөтәһенә лә “кәрәкле” алты яуапты.
|
|
 |
Маҡсат – Рәсәй мәғарифын донъяла иң алдынғыһы итеү |
Мәғәриф |
|
Был аҙнала Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының дөйөм белем биреү буйынса ултырышы үтте. Рәсәй Президенты алып барған сарала Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты. Ил башлығы белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа мәғариф тармағында ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр күҙәтелә. Был балаларға белем биреү шарттарын яҡшыртыуҙа ла сағыла. Ҙур ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла. Бөтә мәктәптәргә интернет үткәрелгән, заманса ҡорамалдар, спорт залдары бар. Уҡытыусы һөнәре лә элекке абруйын ҡайтара бара. Сифатлы белем биреү нигеҙендә тап педагогтарҙың эше ята. Президент уҡытыусыларҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү йәһәтенән дөйөм милли система булдырырға ҡушты. Мөһим эш йүнәлештәре исемлегендә педагогик кадрҙарҙы әҙерләүҙең заманса программаларын индереү, уҡытыусы хеҙмәтен әхлаҡи яҡтан дәртләндереү юлдарын табыу, эш һөҙөмтәләрен баһалау системаһын камиллаштырыу бар. |
|
|
Республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, тимер юлда пасажирҙар һәм багаж ташыу тарифтары үҙгәрҙе. 6 апрелдән юлдың тәүге 10 саҡрымына – 18 һум, унан һуңғы саҡрымдар өсөн 1 һум 80 тин түләргә кәрәк буласаҡ. Хәҙер Өфөнән Шишмәгә тиклем билет – 84 һум, Раевкаға – 207, Инйәргә – 324, Таутөмәнгә 99 һум торасаҡ.
Өфөнөң йыйылма командаһы Төркиәнең Бурса ҡалаһында балалар һәм үҫмерҙәр араһында үткән каратэ буйынса I халыҡ-ара турнирға барҙы. Дәлиә Әсәҙуллина – беренсе, Даниил Прокофьев менән Анастасия Палаева үҙ категорияларында икенсе урынға лайыҡ булды. Башҡортостан спортсылары Кувейт, Португалия командалары менән өсөнсө урынды бүлеште. |
|
|
Республикала ҙур байрамға әҙерлек һәр яҡлап етеҙ бара. Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләр алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов исеменән 300-ләп ветеранды тантаналы рәүештә ҡабул итеү ойошторола. Ветерандарҙың, уларға тиңләштерелгән өлкәндәрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыу, медицина хеҙмәте күрһәтеү буйынса эштәр әүҙемләштерелгән. Республиканың һәр төбәгендәге Бөйөк Ватан һуғышына арналған һәйкәлдәр, монументтар һәм стелалар тәртипкә килтерелә. Элекке яугирҙарға, тыл ветерандарына бер тапҡыр түләй торған аҡсалата пособиелар бирелә башланы. |
|
|
Хәҙер күп мутлыҡ мигранттарҙы урынлаштырыу буйынса эштәргә ҡағыла. Был районда ла бер көн шундай һорау килеп тыуған – таш сығарыу буйынса компания етәксеһе миграция хеҙмәткәренән туғыҙ үзбәкте иҫәпкә ҡуйыуҙы һораған. Түрә ханым оҙаҡ уйлап тормайынса, Ю. ауылының ике өйөнә тегеләрҙе теркәп тә ҡуйған. Әлбиттә, хужаларына әйтеп-нитеп тормаған инде. Ысынында иһә үзбәктәр Ҡ. ауылы янындағы карьерҙа эшләп, шунда уҡ йәшәп тә йөрөгән. Ярай әле прокуратура тикшереү үткәргәндә законһыҙлыҡты асыҡлаған, юҡһа йорт хужалары һаман да бер ни белмәҫ ине. |
|
|
Ғинуар-февралдә республикала халыҡ һаны 2229 кешегә кәмегән. Башҡортостан статистикаһы мәғлүмәте буйынса, был әҙәйеү тәбиғи һәм миграция иҫәбенә. Ике айҙа беҙҙә 8938 сабый тыуған (былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 8,2 процентҡа кәмерәк), 9166 кеше вафат булған. Барлығы 228 кешегә әҙәйгәнбеҙ. Республиканан ситкә китеүселәр һаны – 8,3 мең кеше, Башҡортостанды даими йәшәү урыны итеп һайлаусылар күпкә түбәнерәк күрһәткесле – 6,3 мең. Волга буйы федераль округы төбәктәре менән сағыштырып ҡарағанда, халыҡтың тәбиғи үҫеше Татарстанда (590 кеше) һәм Удмурт Республикаһында (86) ғына артҡан. |
|
 |
Башҡортостанды сит ил журналистары спорт сараларында телгә ала |
Сәйәсәт |
|
Рәсәй төбәктәренә ҡағылышлы яңы исемлек төҙөлгән. Был юлы өлкә-крайҙар, республика-округтар сит ил киң мәғлүмәт сараларында күрһәтеү буйынса баһаланған. Инглиз телле гәзит-журнал, радио-телевидение Рәсәйҙең баш ҡалаһын ғына түгел, ә төпкөл төбәктәрҙе лә иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Башҡортостан былтырғы һөҙөмтәләр буйынса әлеге рейтингта 11-се урында. Рәсәй төбәктәрен сит ил журналистары күберәк спорт ярыштарына бәйләп телгә ала. Айырыуса футболда. Беҙҙең “Өфө” футбол клубы хаҡында юғары дивизионға күсеү мәлендә һөйләгәндәр. Йәнә “Башнефть” компанияһы эшмәкәрлегенә ярайһы йыш ҡына байҡау яһағандар. |
|
|
Республикала бер тәүлек эсендә йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнгән. Ул 7 апрелгә тура килә. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев шулай тип хәбәр итә. Стәрлетамаҡ эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле – туғыҙ, Стәрле йылғаһы – 10, Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһы 11 пунктҡа күтәрелгән. Илдар Һаҙыев белдереүенсә, быйыл ташҡын уртаса күп йыллыҡ кимәлдә булыр тип көтөлгән, әммә һуңғы фараздар буйынса, ҡар ҡатламындағы һыу запасы күп түгел – уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 30 – 60 процентҡа кәмерәк. Хәүефһеҙлектән тыш, бында республиканы һыу менән тәьмин итеү һәм һыу һаҡлағыстарҙы тултырыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ағиҙел йылғаһы бассейнында һыу кимәле норманан 0,2 – 1,5 метрға түбәнерәк. |
|
580-се бит|520-се бит|480-се бит|450-се бит|400-се бит|351-се бит|650-се бит|600-се бит|550-се бит |
|
|