Биш мәртәбә уйла, бер мәртәбә эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә 5-12 июль
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Тырыш ҡыҙым үҫә, тип...
  • Йәштәр «Майҙан» клубына йыйылды
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тырышлығым бушҡа китмәне Мәғәриф
    Баш ҡалабыҙ Өфөлә башҡорт мәктәптәре астырыу өсөн бөтә тырышлығын, көсөн һалған тынғыһыҙ йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Иҙел Миһран улы АГИШЕВ ошо көндәрҙә үҙенең 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Бөтә ғүмерен мәктәптәр астырыу кеүек изге эшкә бағышлаған ул. Өфөләге иң тәүге башҡорт мәктәбе – 20-се башҡорт гимназияһынан башлап баш ҡалабыҙҙа асылған һәр башҡорт мәктәбендә уның ҡатнашлығы бар. Хәйер, был хаҡта ентекләберәк уның үҙенең һөйләгәндәренән таныша алаһығыҙ.
    Баймаҡ районының төпкөл ауылдарының береһе – Шырмайҙа тыуғанмын. Ә атайым менән әсәйем сығыштары буйынса Туҡ буйы башҡорттары. Атайым Иҫәнгилде, әсәйем Кәнсер ауылынан. Заманында атайым «Хөсәиниә» мәҙрәсәһен бөтөп, указлы мулла булып эшләгән. Империалистик һуғыш башланғас, фронтҡа китә, милли хәрәкәттә З. Вәлиди яғына килеп ҡушыла. Ғаиләбеҙ Баймаҡ районынан Бөрйән районына күсеп килә. Унда Иҫке Собханғол, Ғәлиәкбәр, Ырғыҙлы, Кейекбай ауылдарында йәшәнек. Атайым З. Вәлиди Хөкүмәтендә кантон милицияһы начальнигы булып эшләгән, шуға күрә ауылдан-ауылға күсеп йөрөгәнбеҙ.
    Бөрйәндә етенсе синыфты бөткәндән һуң, Иҫке Собханғолда бер айлыҡ уҡытыусылар курсын тамамланым һәм Иҫке Монасипҡа башланғыс мәктәпкә эшкә ебәрҙеләр.
    Армиянан һуң Өфөләге Физкультура техникумына уҡырға индем. 1956 йылда училищены бөтөргәс, Баймаҡ районына эшкә ебәрҙеләр. Баҡыр иретеү комбинатында физкультура буйынса инструктор булып 1,5 ай ғына эшләп ҡалдым, Бөрйән районының Иҫке Собханғол мәктәбенә эшкә саҡырып алдылар. Бында ла оҙаҡ эшләргә тура килмәне, 1957 йылда Өфөгә әйләнеп ҡайттым. Тәүҙә Черниковкала урынлашҡан татар-башҡорт мәктәбендә эшләнем. 55-се һәм 56-сы мәктәптәр ине улар. Икеһе бер-береһенә яҡын ғына, ике баракта урынлашҡайны. 1958 йылда яңы бинаға күскәс, ул 72-се мәктәп булып китте һәм татар теле фән булараҡ өйрәнелә ине, ә башҡорт теле бөтөнләй бөтөрөлдө. 1959 йылда иһә татар телен уҡытыу ҙа туҡтатылды, мәктәп тулыһынса рус мәктәбенә әүерелде.
    Шул ваҡытта, башҡорт мәктәбе асыу кәрәк, тигән уй менән янып йәшәй башланым. Уҡытыусы булараҡ, тәүҙә эште балалар баҡсаһы асыуҙан башларға кәрәклеген дә яҡшы аңлай инем. Әммә үҙем эшләгән 72-се мәктәптә физкультура уҡытыусыһын эшкә һанамауҙарын күреп, юғары белем алырға ҡарар иттем. 1958 йылда Башҡорт дәүләт университетына ситтән тороп уҡырға индем. Армияға тиклем дә мәктәптә эшләгәс, университетта мәктәп эштәре менән ныҡ ҡыҙыҡһындым. Диплом эшен дә методика буйынса яҡланым. «Милли мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен үҫтереү» тигән темаға ине ул.
    Университетты тамамлап, башҡорт мәктәбен асыу хыялын тормошҡа ашырырға тип йөрөгәндә, Балаҡатай районының Билән мәктәбенә эшкә ебәрмәксе булдылар. Ул ваҡытта шулай ине, эшкә бармаһаң, дипломыңды бирмәйҙәр, шунлыҡтан, эшкә барам, тип дипломды алырға тура килде. Һуңынан иһә Мәрйәм Ғималова апай ярҙамы менән ул ваҡыттағы мәғариф министры Фатима Мостафинаға инеп, Өфөлә ҡалыуға ирештем. Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында методист булып эшләй башланым. Өфөлә урын табып, эшкә ҡалдырғаны өсөн Фатима Хәмит ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен, әлбиттә.
    Институтта эшләй башлағас та төп маҡсатымдан тайпылманым. Әмәлгә ҡалғандай, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты вакантлы урынға конкурс иғлан итте. Унда эшләгән Әкрәм Бейешев һәм аспирант Зиннур Ураҡсин мине ғариза бирергә күндерҙе. Ләкин беренсе тапҡыр ғариза биргән өс кешенең береһе лә үтмәне. Ғилми советтың икенсе көнөндә үк институттың ғилми секретары телефон аша миңә үҙҙәренә килергә тәҡдим итте. «Тиҙҙән ғилми совет була, унда һеҙ генә буласаҡһығыҙ, ҡурҡмағыҙ, советтан үтерһегеҙ», – тине.
    1958 йылда «Совет Башҡортостаны»на яҙған «Өфөгә башҡорт мәктәбе асыу кәрәк» тигән мәҡәләм иғтибарһыҙ ҡалғас, мәктәпте бер юлы ғына асыу мөмкин булмаясағына инандым һәм 1965 йылда Өфө ҡала мәғариф бүлегенә, Мәғариф министрлығына ата-әсәләрҙән йыйылған ҡултамғалар менән 1-се республика башҡорт мәктәп-интернатында ҡала балалары өсөн синыфтар асыуҙы һорап мөрәжәғәт иттем. Интернат директоры Төхфәт Хәлим улы Аслаевты ла күрҙем. Шуныһы ғәжәп тойолдо: директор, ҡала мәғариф бүлеге – риза, ә министрлыҡ риза түгел. Шулай ҙа был йылда ҡала балалары өсөн бер синыф аса алдыҡ.
    1967 йыл башынан уҡ, ҡала балалары өсөн башҡортса уҡытҡан айырым мәктәп асыу кәрәклеген һорап, ата-әсәләрҙән 142 ҡултамға йыйып, дүрт атай яҙған оҙатыу хаты өлкә комитеты, Министрҙар Советы, Мәғариф министрлығына тапшырылды.
    Күп тә үтмәй, оҙатыу хатына ҡул ҡуйған атайҙар партияның өлкә комитетына саҡырылды. Идеология секретары бүлмәһенә килеп инеү менән шул асыҡланды: һөйләшеүгә 142 ҡултамға ҡуйған ата-әсәләр эшләгән ойошмаларҙың партком секретарҙары саҡырылған. Кәңәшмәне асып, оҙатыу хатын тапшырған дүрт кешене төрлөсә «эшкәрткәндән» һуң, партком секретарҙары «һиҙгерлек» юҡлыҡта ғәйепләнә. Ахыры уларға һүҙ бирелә. Беренсе һәм һуңғы һүҙ әйтеүсе Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының патрбюро секретары Нур Зарипов булды. Ул: «Хатта яҙылған Өфөлә башҡорт мәктәбен асыу тураһындағы идеяны хупларға булыр ине. Тик, минеңсә, уны асыу формаһы дөрөҫ түгел», – тине. Бының менән Н. Зариповтың нимәне хупламауы асыҡ түгел ине: күмәк ҡултамғалар йыйыуҙымы, ата-әсәләрҙең мәктәп асыуҙы талап итеүенме, башҡа берәй сәбәпме.
    Кәңәшмә бер ниндәй ҙә ҡарарға килмәй таралды. Атайҙар ҙа, аптырашып, һәр береһе үҙ юлы менән китте.
    Күрәһең, беҙҙән һуң идеолог һәм министрлыҡ араһында һөйләшеү булған – мине иртәгеһенә үк министр урынбаҫары Исмәғил Ғөбәйҙуллин саҡырып алып: «91-се мәктәптә башҡорт синыфтары асырға булдыҡ, ата-әсәләрҙе йыйып әйтегеҙ, балаларын килтерһендәр», – тине. Әммә ата-әсәләр йыйылышында Өфө ҡала мәғариф бүлеге мөдире С. Шерстобитов: «Башҡорт мәктәбе асыуын-асырбыҙ ҙа, ләкин ниндәй телдә уҡытырһығыҙ икән?» – тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә 11 ата-әсә генә балаларын башҡортса уҡытыу яҡлы булып сыҡты. Шулай ҙа 91-се мәктәптә башҡорт синыфы асылып, ҙур ауырлыҡ менән эшләп китте. Өс йыл дауамында яңы синыфтар өҫтәлә барҙы.
    Бына шулай ныҡышмалы көрәш шарттарында беҙ 1970 йылдың авгусында, ниһайәт, баш ҡалала башҡорт мәктәбен астырыуға өлгәштек. Ҡаршылыҡтар күп булыуға ҡарамаҫтан, ул тәүге көндән үк 555 уҡыусыны туплай алды һәм шуларҙың 120-һе мәктәп янындағы интернатҡа урынлаштырылды. Әлбиттә, күптәргә был оҡшаманы, мәктәпкә комиссия артынан комиссия ябырылды, уйҙырма справкалар яҙылды. Ә инде 1972 йылдың авгусында партияның Башҡортостан өлкә комитетының милли мәктәптәрҙе рус телендә уҡытыуға күсереү тураһындағы ҡарары сыҡҡас, Өфөлә асылған берҙән-бер башҡорт мәктәбен генә түгел, ә бөтә милли мәктәптәрҙе яҡлау һәм һаҡлау бурысы өҫтәлде беҙгә. Партияның Үҙәк комитетына тиклем бер нисә тапҡыр хат менән мөрәжәғәт итергә тура килде. Бының өсөн мине коллективта тикшереп, милләтселектә лә ғәйепләнеләр.
    Һуңынан «Аҡтамыр» милли мәғарифты үҫтереү үҙәгендә эшләгәндә лә, Мөхәммәт Исҡужин менән ошо йүнәлештә эште дауам иттек. «Аҡтамыр» эшләгән дәүерҙә Өфөлә 140-сы, 144-се, 122-се башҡорт гимназиялары, 48-се лицей, 13-сө башҡорт балалар баҡсаһы – башланғыс мәктәп, 7-се балалар баҡсаһы эшләй башланы. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы, бер аҙ һуңғараҡ булһа ла Иҫке Өфөлә башҡорт гимназияһы асыу кәрәклеге хаҡындағы ҡәтғи талаптар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
    Бөгөн, 80 йәшемде билдәләгән көндәрҙә, үҙемдең эш һөҙөмтәмде күреп ҡыуанам. Әлеге ваҡытта баш ҡалабыҙҙа тиҫтәнән ашыу башҡорт мәктәбе эшләп килә икән, уларҙы астырыуҙа минең дә өлөшөм бар. Аллаға шөкөр, бөгөн Өфөлә башҡортса һөйләшергә тартынмайҙар, балаларыбыҙ үҙ телендә белем ала.

    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА яҙып алды.
    авторы: Нур | 17 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тел уҡытыу – көн үҙәгендә
  • Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ха ...
  • Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ха ...
  • Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылы ха ...
  • «Тамырҙарым башҡорт ерендә»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru