Арғымаҡтың билгеһе - ҡаҙылыҡ йыймаҫ, ял йыйыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Юғары бүләк яңы илһам һәм дәрт өҫтәһен
  • Йондоҙнамә
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әүлиә шишмәһе Яңылыҡтар » Тормош юлдары ҡатмарлы
    Әүлиә шишмәһе – был атама учалыларҙың һәр береһе өсөн бала саҡтан тиерлек таныш. Сер уратып алған тәбиғәт мөғжизәһе Әүеш тауы итәгенән бөҙрә сәсле ҡайындар наҙлы йәшел төҫкә сорналғанда, бөтә тирә-яҡ тәмле япраҡ, үлән еҫенә төрөнгәндә ер өҫтөнә бәреп сыға. Ни бары ике ай – апрель аҙағынан июнь урталарына тиклем генә – дауам итә шишмәнең ер өҫтө тормошо. Һуңынан көмөш сың тына – ул тағы киләһе яҙға тиклем кеше күҙенән йәшеренә. Әммә ошо ике ай эсендә шишмәгә тере сират хасил була, күрше ауылдарҙан ғына түгел, хатта сит илдәрҙән килеп һыуын алалар. Аҡһыл төҫтәге йомшаҡ һыу йыл буйына боҙолмай һаҡлана, әллә күпме ауырыуҙан дауалай, тиҙәр, һәм кешеләр, мөғжизә көтөп, сирҙәренән дауа эҙләп, яҙҙарҙы көтөп ала алмай...
    ... Ҡайын урманына барып инеү менән хуш еҫ башты әйләндерҙе, кемуҙарҙан һайраған ҡоштар күңелде күтәрҙе. Һуҡмаҡ ситендәге таш өйөмөндә ҡояшта ҡыҙынып ятҡан йылан әллә минең аяҡ тауышынан һиҫкәнде – фотоаппарат объективын төҙләгәнсе, күҙ асып йомған арала юҡ булды. Сихри тынлыҡҡа әүрәп тау үренә атлайым – эй, рәхәтлеге донъяларҙың!..
    Шул саҡ юғарынан аҫҡа ҡарай төшөп килгән оло йәштәге апайҙы күреп ҡалып, ҡул болғап сәләмләнем:
    – Һаумыһығыҙ! Ә мин әле генә йылан күрҙем!
    Ул ҡулындағы әйберен – сумкаға ултыртылған һыу тулы һауытты – ергә ҡуйып, сәләмемде алды:
    – Аллаға шөкөр, һаубыҙ! Ә һин йыландан ҡурҡма. Үҙең теймәһәң, уларҙың бер зыяны ла юҡ. Уларҙың үҙ тормошо.
    Әүлиә шишмәһенән һыу алып ҡайтып барған апай мине көтөп торҙо һәм артабан юлды бергә дауам иттек. Биш бала әсәһе Нәсимә Иҫәкәева Әүешкүлгә биш тиҫтә йыл элек Ҡораманан килен булып төшкән һәм ошо ергә йәне-тәне менән береккән – бында уға һәр нәмә таныш, яҡын.
    – Һыуы бигерәк шифалы, – тине ул, һауытҡа ымлап. – Күҙҙәремде ошо һыу менән йыуһам, донъя баҙыҡланып, асылып киткән кеүек була. Шуға ла, тауға йөрөү ҡыйыныраҡ булһа ла, шишмә аҡҡан осорҙа һыуын бер нисә тапҡыр килеп алып ҡалырға тырышам.
    – Шишмә мәрмәр ҡойола бик әҙ икән – төбөндә генә тиерлек, тубыҡланып тороп саҡ бер пластик шешәгә тултыра алдым, – тип бошондом мин.
    – Быйыл ҡышын ҡар йүнләп яуманы, бәлки, шуға ла шишмәнең һыуы әҙҙер, – тип аптыраны әңгәмәсем дә. – Яҡын тирәләге башҡа шишмәләрҙе ҡарап сыҡтым – уларҙың бөтөнләй эҙе юҡ. Йыл ҡоро килә. Әле кешеләр белмәй һыуҙың сыҡҡанын, белһәләр, башлана инде бында мәхшәр... Ярай ҙа тәртип менән генә, самаһын белеп кенә алһалар. Юҡ шул. Туя алмаҫтай булып, һыуҙы феләк-феләк ташыйҙар. Ҡайһы берәүҙәр уны хатта, башҡа һыймаҫтай хәл – һата ла икән! Һыуҙы изге, яҡты күңел менән алмағас, уның файҙаһы буламы ни инде?!
    Һыуға ҡарата мөнәсәбәттән һүҙ хәҙерге заман йәштәренең ҡылығына күсте. Нәсимә апайҙы эскелектең артыуы, йәштәрҙең аҙыуы ла борсомай ҡалмай: шишмәнән бер аҙ аҫтараҡ йыйылған сүп-сар өйөмөн, емерелгән эскәмйәне күҙ уңында тотоп, электән изге һаналған нәмәләрҙең ҡәҙере китеүенә әсенде:
    – Был тауҙа Әүлиә исемле ғәрәп шәйехе ерләнгән. Борон Әүлиәнең башын сабып өҙгәс, ул башын ҡулына алып, тау үренә күтәрелгән һәм шунда йән биргән, тип һөйләйҙәр. Ҡәберлектә боронғо ғәрәп телендәге яҙыу ҙа бар (»Бында 1258 йылда ғәрәп илдәренән килгән шәйех ерләнгән» тип яҙылған – авт.). Әүлиә үлгән көндө шишмә бәреп сыҡҡан һәм уның исеме менән аталған. Элекке замандарҙа бында зыярат ҡылырға, Әүлиә рухына баш эйергә килгәндәр тәүҙә ауылдың аҡһаҡалдарынан рөхсәт һораған. Рөхсәт булғас ҡына, Әүешкүлдә йыуынып, тәһәрәт алып, тауға күтәрелгәндәр. Үҙҙәре менән тау итәгенән гонаһтары ҙурлығындай таш алып менгәндәр. Ҡәберҙе уратып әйләнгәс, ул ташты шунда ҡалдырғандар һәм доға ҡылғандар, гонаһтарын ярлыҡауҙы үтенгәндәр.
    Ә хәҙер кем теләй – шул менә тауға...
    Ошо тау итәгендә боронғо мосолман зыяраты ла бар. Унда билдәле шәхес – «Илсе Ғайса» йырының авторы, рус-япон һуғышында ҡатнашҡан мулла Ғайса Рәсүлев ерләнгән.
    Һүҙгә әүрәп төшөп килгәндә, Нәсимә апайҙың һауыты ҡулымдан яңылыш ысҡынды һәм һыуҙың яртыһы ергә түгелде. Юлдашым мине йыуатты: «Тағы ла килеп алырмын әле яңынан». Ә миңә һуҡмаҡ буйлап аҡҡан һыу бигерәк йәл күренде. Ул химик составы менән Зәм-зәм (бәйғәмбәребеҙ үксәһе менән тишкән ерҙән атылып сыҡҡан сығанаҡ) һыуына бик оҡшаған тиҙәр, бәлки, ысынлап та, уның күҙәнәктәрендә берәй төрлө тылсым барҙыр? Ә нисек шул ғәжәп көстөң ҡөҙрәтен белергә? Әлбиттә, тик һыуын тәмләп кенә...

    Баныу Ҡаһарманова.
    авторы: Нур | 28 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сөмәкәй шишмәһе
  • Кеше тәбиғәт менән килешеп йәшәһе ...
  • Һыртландағы әүлиә шишмәһе
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Әүлиә шишмәһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru