Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йыланлы урын
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Йондоҙнамә
  • «ПРЕМЬЕР-МИНИСТР БУЛЫР!»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Бүләктәр – лайыҡлыларға! Яңылыҡтар » Конкурстар

    «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто» дәүләт унитар предприятиеһының матбуғатҡа яҙылыу бүлегенең район һәм республика гәзиттәренә яҙылыусылар араһында «Аҙна һайын – бүләк» уйыны иғлан итеүен хәбәр иткәйнек инде. Редакция­быҙҙа ла гәзиткә яҙылыу тураһында квитанцияларын ебәреүселәр араһында бүләктәр уйнатылды. Бәхетле бүләк эйәләрен лототронда журна­лис­тар асыҡланы. Һайлап алыу­ҙың нисек барғанын «Бәйлә­нештә» сайтында «Йәш­лек» гәзите-газета «Йәшлек» битендәге видеояҙманан ҡарай алаһығыҙ.

    авторы: admin | 24 декабря 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Төркиәгә путевканы кем отто? Яңылыҡтар » Конкурстар

    Төркиәгә путевканы кем отто?Баҫмабыҙҙың тоғро дуҫтарын дәртләндереү маҡсатында ойошторолған «Йәшлек»-фараз» конкурсына был тиклем дә күп хат килеүен көтмәгәйнек. Уҡыусыларыбыҙ көтөлмәгәнсә әүҙемлек күрһәтте – почта килгән һайын 50-ләп купон алған саҡтар ҙа булды. Гәзитебеҙ менән дуҫлыҡҡа хыянат итмәгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Дөйөм алғанда, редакция 500-ҙән ашыу хат алды. Конкурс иғлан ителеү менән оло йәштәге инәй-бабайҙарҙан гәзитебеҙҙең тиражын фаразлаған купондар килә башлағас, тәллә беҙҙе тик хаҡлы ялда булғандар ғына уҡыймы икән, тип аптырап та ҡалғайныҡ. Һуңынан йәштәр ҙә әүҙемлек күрһәткәс, шиктәребеҙ юйыла төштө.
    Ниндәй генә тиражды фаразламаған уҡыусыларыбыҙ. 6 меңдән алып 78 меңгә тиклем һандарҙы атаусылар ҙа бар. Шулай ҙа күбеһе 8 мең тиражында туҡталғайны. Хаттарҙан күренеүенсә, «Йәшлек»-фа­раз»ды гәзитте даими алдырып уҡып барғандар көтөп ала һәм улар халыҡты ылыҡтырырҙай ошондай конкурстарҙы күберәк үткәреүҙе һорай.

    авторы: admin | 18 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ә беҙҙең ауылда Яңылыҡтар » Конкурстар

    Беҙҙә барыһы ла яҡшы, хужалыҡтар бесәнгә төштө, йүкә сәскә ата башланы, тимәк, тиҙҙән бал аласаҡбыҙ. Бал тигәндәй, 27 июлдә Түбәнге Ләмәҙ ауыл биләмәһендә Бал байрамы ойоштороу планы менән янып йөрөлә. Был идеяны өс йыл тирәһе йөрөткәндән һуң, ниһайәт, тормош­ҡа ашырырға булдым. Сөнки Ләмәҙ буйы элек-электән шаулап сәскә атҡан йүкәләре, бал ҡорттары, шифалы балы менән дан тотҡан. Тарихҡа күҙ һалғанда, бында 1969 йылда хатта бал совхозы төҙөлгән булған. Беҙҙең маҡсат, Бөрйән балы кеүек, Ләмәҙ балы брендын булдырыу, тирә-йүнгә рекламалау, сөнки беҙҙең продукт башҡаларҙыҡынан һис тә кәм түгел. Бөгөн беҙҙә йөҙҙән ашыу кеше умартасылыҡ менән шөғөлләнә, дөрөҫөн әйткәндә, бал арҡаһында йәшәйбеҙ.

    авторы: admin | 8 августа 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башкирский сканворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    Башкирский сканвордБашҡорт телендәге сканворд

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Таҡмаҡ Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Яңы йыл менән, йәмәғәт! Нисек һуң байрамдар? Ҡыш бабай таяғына эләгеп һөрлөгөүселәр, эләкмәйенсә лә абынып йығылыусылар, мәрәкәгә ҡалыусылар юҡмы арағыҙҙа? Ю-юҡ? Булмаҫ. Бәлки, тамаша мәлендә итәге йыртылып, салбары төшөп китеп оятҡа ҡалғандар барҙыр. Юҡ, ти? Кит әле, алдашмағыҙ. Һуң хут яңылышып китеп, күршегеҙҙең бисәһен (яңылышып китеп, күркәһен тип әйтә яҙҙым), бер ҙә булмаһа ҡоҙасағыҙҙың һул яҡ битенән үбергә ынтылып та ҡараманығыҙмы ни? Ынтылмағанығыҙ һәйбәт, әтеү үҙегеҙҙең уң яҡ битегеҙҙән башҡалар үбеүе лә мөмкин ине... 45-се размерлы быйма менән. Шулай ҙа йәлһегеҙ, йәмәғәт. Ә бына беҙҙә эштәр хәт-тәр шәп булды, эйе, «Таҡмаҡ» бәйгеһендә тим. Уҡыһағыҙ, ниҙәр булғанын үҙегеҙ ҙә белерһегеҙ.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    КроссвордГоризонталь буйынса: 3. Өфө ҡалаһы биҫтәһе. 6. Ҡала. 9. Осоусы ҡатын-ҡыҙ, Советтар Союзы Геройы (…) Сыртланова. 10. Шишмә ра­йоны ауыл советы. 11. Р. Ғари­пов поэмаһы. 15. Үҫәргән ҡәбиләһе башлығы. 17. Ш. Бабичтың тыуған ауылы. 18. Милләт-ара аралашыу теле. 19. Уның иң яратҡан йыры «Сарманай». 21. Район. 22. Нефтекама ҡалаһындағы муниципаль берәмек. 23. Ғ. Ибраһимов романы. 30. Ҡала. 31. Йәшәгән төбәгебеҙ. 33. Шишмә районы ауылы. 34. Белорет районындағы шарлауыҡ. 35. Дәртләнде­реүсе оран. 38. Шиш­мә районындағы ауыл советы. 41. Элекке дәртле халыҡ уйыны. 42. (…) һөтө. 43. Егет күрке (…) менән. (Әйтем). 45. Ваҡ ҡына итеп бешерелгән сөсө икмәк. 46. Район да, исем дә. 49. Фольклор төркөмө. 51. Нефть ятҡылығы. 53. Сибайҙа сыҡҡан төбәк гәзите.
    Вертикаль буйынса: 1. Ташбаш. 2. Көслө мауығыу (рус). 4. Ыҡ йылғаһының уң ярында урынлашҡан ҡала. 5. Һылыу. 7. Ф. Иҫәнғоловтың «(…) башағы» романы.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кроссворд Яңылыҡтар » Конкурстар

    КроссвордГоризонталь буйынса: 5. Математик һорау. 6. Им менән кешегә йәки тәбиғәткә үҙе теләгәнсә тәьҫир итеүсе кеше. 10. Ярыш уйындарындағы отошто һанау берәмеге. 11. Ағастан соҡоп яһалған ҡапҡаслы, баулы һауыт. 12. Күкшел һарғылт сәскәле, ваҡ ҡына орлоҡло, «иҫертә» торған еҫле үлән. 15. Был айҙа ҡаты hыуыҡтар булhа, июлдә бал ҡорттары өсөн яҡшы була. 16. Йоҡа күндән тегелгән йомшаҡ табанлы, оҙон ҡуныслы үксәһеҙ аяҡ кейеме. 18. Үҙеңде өҫтөн һиҙеү тойғоһо һәм шунан килгән һауалы ҡараш. 19. Дәрәжә, яҡшы исем, абруй. 20. Юлсыларҙың мал-мөлкәтен талау менән шөғөлләнгән кеше. 24. Энцефалит бөжәге. 25. Ылаш ашамлығы. 26. Галифе нимә ул? 30. Йылтыр шыйыҡ ауыр металл. 32. Дөйәнең «эйәре». 33. Балтаның тупаҡ яғы. 34. Йөҙҙө ҡарайтҡан хурлыҡлы хәл. 35. Көйләп уҡыла торған халыҡ шиғыры.

    авторы: admin | 20 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ала һәүкәшем һау булһа, Пүстәк миңә кризис!» Яңылыҡтар » Конкурстар » Такмактар

    Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
    Яңы йыл кисәһендә
    Саманы бел, батып ҡуйма
    Араҡы шешәһенә.

    Моң батшаһы ҡурайым,
    Бәке менән һырлайым.
    Ишетәһеңме, кейеҙ ҡолаҡ,
    Һиңә төртөп йырлайым.

    авторы: admin | 14 декабря 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 31  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru