Бер кирегә китһә, гел кирегә китер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Сыңғыр
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • [b]БАШ ҠАЛА КӨНӨНӘ – ИКЕ САЛЮТ![/b]
  • Асылына ҡайтты Үтәғол
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тормош ниндәй матур! Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Тормош ниндәй матур!
    Ул – Ләйсән Ҡыуатова. Ейәнсура районының йәмле Сәғит ауылынан. Әлеге мәлдә БДУ-ның инглиз һәм башҡорт теле бүлегендә уҡып йөрөй.
    Ыжғырып торған буранлы ғинуар айында тыуыуына ҡарамаҫтан, күңеле яҙ ҡояшы кеүек, ул да тирә-яҡҡа йылы, наҙлы нурҙарын сәсә, йөрәгенән тик изгелек кенә бөркә.
    Ләйсән бәйләмгә, бейеүгә оҫта. "Ейәнсура һылыуы" конкурсында ҡатнашып, 2-се урын яуланы.
    Ата-әсәһенең, туғандарының таянысы-терәге ул.

    Аҡйондоҙ
    ЙӘНЕШЕВА.

    авторы: admin | 4 сентября 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Яҙһылыуы тип табылды Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Гүзәл Шакирова «Йәшлек» гүзәле»нең Яҙһылыуы тип табылдыКонкурсыбыҙ йәнләнгәндән-йәнләнә бара. «Вконтакте» сайтында үҙ төркөмөбөҙҙө булдырыу ҙа быға булышлыҡ итте. Уның аша гәзит уҡыусыларыбыҙҙың, сайттың ҡулланыусыларының да фекерен белә алабыҙ һәм, әлбиттә, уларҙың фекеренә, тауышына ҡолаҡ һалабыҙ. Быйылғы «Йәшлек» гүзәле»н миҙгелдәр буйынса һайлайбыҙ. «Яҙһылыу» конкурсына ла йомғаҡ яһар мәл етте. Унда һигеҙ һылыуҡай ҡатнашты. Яҙ буйы сайтта ҡыҙҙар өсөн тауыш биреү барҙы. Конкурс шарттары буйынса иң күп тауыш йыйған ике һылыуҡай араһынан редакция хеҙмәткәрҙәре Яҙһылыуҙы һайлап алыр­ға тейеш ине. Иң күп тауыш йыйыусылар Гүзәл Шакирова һәм Гөлсәсәк Аҡылова булып сыҡты. Редакция хеҙмәткәрҙәре кәңәшләшеп алғандан һуң Яҙһылыу исемен Гүзәл Шакироваға бирергә булды.

    авторы: admin | 5 марта 2013 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Башҡорт һылыуы мин!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Башҡорт һылыуы мин!»Ишембай ҡыҙы Гөлгөнә Атаулли­на – буласаҡ журналист. Әлегә БДУ-ла белем ала.
    «Журналистика менән етенселә уҡығанда ҡыҙыҡһынып киттем. Үҙем бик аралашыусан, асыҡ холоҡло кеше. Үҙһүҙлерәкмен дә. Бала саҡтан әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынам, яңылыҡтарҙы ваҡытында белеп барырға тырышам. Киләсәктә спорт журналистикаһында эшләргә теләк бар. Футбол, хоккей матчтары менән бик ҡыҙыҡһынам.
    Мәктәп йылдарым уҙған Ә. Вәлиди исемендәге 2-се республика башҡорт гимназияһы уҡытыусыларына рәхмәтем ҙур. Тап ошонда мине илһөйәр, телһөйәр итеп тәрбиәләнеләр.

    авторы: admin | 13 сентября 2012 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Күңеле тулы дәрт Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    Күңеле тулы дәртҺеҙҙең алдығыҙҙа милли кейемдәге нескә билле, серле ҡарашлы, һомғол буйлы башҡорт ҡыҙы Илгизә Муллабаева. Ул 1990 йылда Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылында Үлсәү йондоҙлоғо аҫтында донъяға килгән.
    Илгизә бала саҡтан уҡ йыр-моңға ғашиҡ. Шуға ла, мәктәпте тамамлағас, уҡыуын Өфө сәнғәт училищеһында дауам итә һәм әлеге ваҡытта тынлы инструменттар бүлегендә 3-сө курста белем ала. Ул үҙенең моңло тауышы, бейеүгә маһирлығы менән дә таң ҡалдыра.
    «Тормош бер генә, уның һәр минутының ҡәҙерен белергә ынтылам», – ти ул. Киләсәктә, уҡыуын яҡшы тамамлап, тормошон йыр менән бәйләп, яңы үрҙәр яулау хыялы менән йәшәй Илгизә.

    авторы: admin | 25 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!» Яңылыҡтар » "Йәшлек" гүзәле

    «Заман ҡатын-ҡыҙы бөтә нәмәгә лә өлгөрөргә тейеш!»Шулай тип иҫәпләй Мәләүез һылыуы Әлиә. Конкурсҡа тәүге һылыу­ҡай итеп Мәләүез ҡалаһы һылыуы Әлиә Ҡараҙбаева­ны тәҡдим итәм. Ул – Башҡорт дәүләт университеты филология факультетының 4-се курс студенткаһы. Донъяны һүҙ, ҡеүәтле тел көсө менән яҡтыраҡ итеренә ышанып, ошо факультетҡа килгән. Шуға ла киләсәк тормошон журналистика менән бәйләү иҫәбе. Ҡыйынлыҡтарға бирешеп, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға яратмай Әлиә. Алсаҡлығы, тормошҡа ыңғай ҡарашы менән дуҫтарына ла күңел­һеҙләнергә ирек бирмәй. Ныҡышмал, маҡсатына табан ҡыйыу барыусы ҡыҙ былтыр «Һылыуҡай» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru