Йүнһеҙ итеген майлар, итеге итәген майлар.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡорос хәҙер бында сыныҡмай
  • Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән!
  • Байрам менән!
  • Йондоҙнамә
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Арҙаҡлы башҡорттар Королтай
    Ғилметдин СӘНЖӘР
    ӘЛ-БАШҠОРДИ (XIII быуат)

    Башҡорт иле татар-монголдар хакимлығы аҫтында ҡалғас, шәхестәрҙең күбеһе йәнтөйәген ташлап китергә мәжбүр була. Әммә юғалып ҡалмайҙар. Шундайҙар иҫәбендә – Ғилметдин Сәнжәр әл-Башҡорди. Ул 1280 – 1290 йылдарҙа Мысыр әмире була.

    Насретдин ӘН-НАСРИ
    (XIII быуат)


    Шағир, яҙыусы сифатында ла һоҡланғыс әҫәрҙәр яҙған. Мысырҙа ҙур билдәлелек яулай. Шул ил әҙәбиәтселәре яҙыуынса, ғәрәп телен камиллаштырыу маҡсатында, 20 йыл самаһы төркисә һөйләшмәй.

    БЕЙБАРЫҪ (XIII быуат)

    Мысырҙа йыр һәм легендалар геройы. Мысыр батшалары гвардияһы ағзаһы, мәмлүк (ҡол ителгән йә һатып алынған яугир). Үтә ныҡ ғәййәрлеге менән айырылып торған. 1250 йылда татар-монголдарға ҡаршы ғәскәрҙе етәкләй. Бейбарыҫ, Мысыр әмирен тәхетенән ҡолатып, 1250 – 1277 йылдарҙа үҙе хакимлыҡ итә. Ул үҙ сығышын былай тип белдерә: «Бин ҡабилатун аль-Бурджоглы», йәғни «Мин – Бурджоглы ҡәбиләһенән». Был барлыҡ ғилми әҙәбиәттә башҡорттарҙың Бөрйән ырыуына тап килә. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа, ҡыпсаҡтарҙан, тип әйтелә.

    Салауат ЮЛАЕВ (1754 – 1800)

    Башҡорттарҙың танылған тархандары, абыҙ, старшиналары нәҫеленән. 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. Башҡорт халыҡ батыры, шағир-импровизатор. Йәштән уҡымышлы була, лидерлыҡ сифаттары асыҡ сағыла. Ихтилалға ғәскәр йыйғанда уның артынан башҡорттар ғына түгел, мишәрҙәр, урыҫтар һәм башҡалар эйәрә.
    Салауат – азатлыҡ, көрәш, ҡыйыулыҡ символы. Алыҫ Рогервикта, һөргөндә үлә. Уның шәхесен бик күп тарихсы, әҙәбиәтсе, сәнғәт әһеле, рәссам өйрәнгән.
    «...Туйҙа, майҙанда көрәшеп кеше йығыу менән генә кеше бәһлеүән булмай. Илен эйәртеп, ил ирке өсөн дошманын еңеп ил күрке булыу – бына шул бәһлеүәнлек».

    Ҡаһым МЫРҘАШЕВ

    Ҡаһым түрә – 1812 йылғы Ватан һуғышында данлыҡлы башҡорт полкы командиры. Тарихтан билдәле булыуынса, башҡорттар ҡыйыулыҡтары менән француздарҙы аптырашта ҡалдыра һәм «төньяҡ амурҙары» тигән исем ала.
    Ҡаһым 22 йәшендә полковник була, Петербург хәрби академияһын тамамлаусы тәүге башҡорт. Нәҡ шунан һуң «түрә» тип йөрөтөлә. Уны еңеү яулап ҡайтып килгәндә һатлыҡ йәндәр ағыулап үлтерә.

    Исмәғил ТАСИМОВ

    Башҡорт мәғдәнсеһе, Рәсәйҙә тау мәктәбенең барлыҡҡа килеү башланғысында тора. Плеханов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт тау институтына нигеҙ һалыусыларҙан һанала. 1770 йылда Берг-коллегияға тау эштәре буйынса белгестәр әҙерләүсе училище асырға тигән тәҡдим яһай, үҙ өҫтөнә аҡсалата ярҙам итеү бурысын ала.
    1773 йылда Екатерина Икенсенең указы менән шундай уҡыу йорто асыла. Санкт-Петербург институтында Тасимовҡа таҡтаташ ҡуйылған.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • Кемдәр улар ҡаңлылар?
  • Башҡорт халҡының этник тарихы (Фәлсәфә& ...
  • Башҡорттарҙың килеп сығышы: бәхәсле  ...
  • Үтәмеш хажи әҫәрендә – башҡорттар ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru