Мәйең рәтле булһа, сәйең шәрбәтле булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Байрамығыҙ менән, почтальондар!
  • Атың булһа, ил таный
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Өс һөйләм менән
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Мәләүездеке тәмлерәк Иҡтисад

    Илдең яҡшы һәм сифатлы продукцияларын билдәләү буйынса оҙаҡ йылдар “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһы эшләп килә. Башҡор­тостан предприятиелары унда даими ҡатнаша һәм лайыҡлы урындар биләй.
    Сираттағы һынауҙа “Сифат алымы” (“Вкус качества”) тигән төп приз Мәләүез һөт-консерва комбинатына эләккән. Предприя­тиеның юғары сифатлы киптерелгән һөтө комиссия тарафынан бик ыңғай баһаланған.

    авторы: admin | 14 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Өфөлә булды Иҡтисад

    Рәсми делегация составында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голо­дец, «РОСНАНО» йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс бар ине.
    Дмитрий Медведев Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәгенең эше менән танышты. Бында ҡунаҡтар яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесын һәм операция бүлмәһен ҡараны. Үҙәктә шешкә нурланыш менән тәьҫир итеүсе уникаль аппарат – кибер-бысаҡ урынлаштырылған.
    Автомат аппарат бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, Өфөлә ПЭТ-үҙәк 2012 йылда төҙөлә башлаған. Яҡынса 956 миллион һум инвестиция һалынған. Ун ай эшләү осоронда ул өс меңдән ашыу пациентты ҡабул итергә лә өлгөргән. Өфөләге үҙәк – РОСНАНО-ның шәхси инвесторҙар менән берлектә төҙөгән тәүге медицина үҙәге.

    авторы: admin | 6 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Муниципаль ерҙәр бынан һуң баҙар хаҡынан арзаныраҡҡа һатыла башлаясаҡ Иҡтисад

    Халыҡ, һатыуға (торг) сығарылған ерҙе һатып алыу ғына түгел, ҡайҙалыр буш торған ерҙәр барлығын күрә икән: “Ошо ерҙе һатып алырға теләйем”, – тигән тәҡдим менән урындағы үҙидаралыҡ органына ла бара ала. Дәүләт йәки муниципалитетҡа ҡараған, ләкин буш ятҡан ерҙе алып, үҙеңдекенә ҡушырға ла мөмкин буласаҡ. Был инде ер участкаларын арзан ғына хаҡҡа алырға ла мөмкинлек бирә. “Ә дәүләткә ни файҙа?” – тип уйларға кәрәкмәй – ҡулланылған ерҙәр әйләнештә буласаҡ. Был инде ерҙең буш ятыуынан күпкә яҡшыраҡ. Ҡыҫҡаһы, муниципалитеттар дәүләт ерен һатыуҙан үҙ белдектәре менән баш тарта алмаясаҡ. Законды биш йыл буйы әҙерләнеләр, фекер алыштылар. Ғөмүмән, ул баҙар иҡтисады шарттарында ерҙе бик күп йылдар ҡулланыуҙан һуң эшләнгән һығымталар һөҙөмтәһендә әҙерләнгән.
    Ниһайәт, ергә законһыҙ рәүештә хужа булып алыусыларҙың башбаштаҡлыҡтарына сик ҡуйыласаҡ. Ер надзоры хеҙмәткәрҙәре тотош ауылдарҙы һәм башҡа тораҡ пункттарҙы тотошлайы менән тикшереп сығасаҡ. Тикшереү өсөн кемдеңдер ялыу яҙыуын көтөргә лә кәрәкмәй.

    авторы: admin | 24 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    2015 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиты үтә Иҡтисад

    Төбәк халыҡ-ара Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы барлыҡҡа килгән ваҡытта, 1996 – 1997 йылдарҙа “Шанхай бишәүе” (“Шанхайская пятерка”) тип аталған. Тейешле килешеүгә биш ил – Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­стан, Тажикстан – етәкселеге ҡул ҡуйған. Илдәр бергәләп хәрби тармаҡта үҙ-ара ыша­ныс­ты нығытыу, сик буйҙарында ҡораллы көстәрҙе кәметеү тураһында килешкән. Аҙаҡ, 2001 йылда, Үзбәкстан да ағза булып киткәс, ойошманың атамаһы үҙгәртелә.
    Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы – ШОС – дәүләттәре ингән дөйөм биләмә майҙаны 30 миллион квадрат километр, йәғни Евразияның 60 проценты. Ер шары халҡының 25 проценты ла ошо төбәктә йәшәй. Иҡтисади ҡеүәте иһә АҠШ-тан ҡала икенсе урында килгән Ҡытай иҡтисадын үҙ эсенә алыуы менән әһәмиәтле.
    Был ойошма НАТО кеүек хәрби берлек тә түгел, АСЕАН (Көньяҡ-көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы) һымаҡ хәүефһеҙлек буйынса даими кәңәшмә ролен дә үтәмәй. Иң ҙур бурысы – тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыу, террор, экстремизм, сепаратизм һәм наркотрафикка ҡаршы көрәшеү, иҡтисади хеҙмәттәшлекте, энергетика йү­нәлешендә партнерлыҡты, фәнни һәм мәҙәни бәйләнеште үҫтереү.

    авторы: admin | 22 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Әмзә эшсәндәренә хеҙмәт хаҡы түләнде Иҡтисад

    Гәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың Нефтекамаға эш сәфәрендә «Әмзә урман комбинаты» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы хаҡында яҙғайныҡ. Предприятиела эш хаҡы буйынса тотҡарлыҡ булып, Рөстәм Хәмитов мәсьәләне ике аҙна эсендә хәл итергә ҡушҡайны. Әле БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан белдереүҙәренсә, һигеҙ миллион һум күләмендәге бурыс түләнгән.
    Республика етәксеһе килеп ҡайтҡандан һуң комбинатта тикшереү үткән, хеҙмәт ҡануниәтен боҙоуҙар асыҡланған.

    авторы: admin | 30 декабря 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылға ҡайтҡан өсөн – бер миллион һум Иҡтисад

    Йәш белгестәрҙе ауыл еренә эшкә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Ауыл табибы» программаһы менән 2012, 2013 йылдарҙа 35 йәшкә тиклемге 12 мең табип файҙаланған. Быйыл был һан тағы ла алты меңгә артырға тейеш.
    Белеүегеҙсә, программаға ярашлы, ауылда эшләргә теләүсе йәштәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр дәртләндереүсе компенсация түләнә. Был – эш башлап торған кисәге студент өсөн ярайһы ҙур сумма. Һөҙөмтәлә ауыл да табиплы була, белгескә лә аяғына ныҡлы баҫырға әлеге миллион һум булышлыҡ итә.
    «Ауыл табибы» программаһын киләһе йылда ла дауам итеү күҙаллана. Был РФ Дәүләт Думаһы де­путаттарының икенсе уҡыуҙа ҡабул иткән «2015 йылға һәм 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Феде­раль мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты ту­раһында»ғы федераль закон проектында ҡаралған.

    авторы: admin | 20 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Стәрлебашта төбәк иҡтисадына тос өлөш индереү күҙаллана Иҡтисад

    Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлебаш районында булып, урындағы халыҡ менән осрашты, ауыл хужалығы предприятиелары, социаль объекттарҙың эше менән танышты.
    Республика етәксеһе балалар учреждениеларына ҙур иғтибар бирҙе. Президент, “Орленок” һауыҡтырыу-белем биреү үҙәген ҡарап, уның тулы ҡеүәтендә эшләүен тәьмин итергә ҡушты. Стәрлебаш ауылында яңы балалар баҡсаһы һалына. Эштәр 95 процентҡа башҡарылған. Район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡтаров белдереүенсә, киләсәктә мәктәп менән балалар баҡсаһын бер бинаға урынлаштырыу күҙаллана. Был ниәтте Рөстәм Хәмитов та хупланы һәм 2016 йылдан республикала мәктәп төҙөү буйынса ҙур эштәр башланасағын хәбәр итте.
    Башҡортостан Президенты тағы ла “Стәрле” спорт-һауыҡтырыу комплексында бул

    авторы: admin | 19 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    социаль хеҙмәтләндереү менән коммерция ойошмалары шөғөлләнәсәк Иҡтисад

    2015 йылдан “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү нигеҙҙәре тураһында”ғы яңы закон үҙ көсөнә инә. Уның буйынса, хәҙер ике яңы төшөнсә барлыҡҡа килә: социаль хеҙмәтте ҡуйыусылар һәм алыусылар.
    Республикала социаль хеҙмәтләндереү системаһы 2006 йылда формалаша. Уға барлығы 90 учреждение инә, социаль хеҙмәтләндереүгә мохтаж граждандарға 347 мең төрлө хеҙмәт күрһәтелә. Улар иҫәбенә ҡарттар йортонда, инвалидтар өсөн интернаттарҙа, шулай уҡ оло йәштәгеләргә өйҙәренә барып күрһәтелгән социаль ярҙам да инә. Бер социаль хеҙмәткәргә, уртаса алғанда, 11 кешене хеҙмәтләндерергә тура килә.

    авторы: admin | 15 ноября 2014 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 21  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

    Добавить квартиры посуточно Екатеринбург можно на наш сайт

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru