Ваҡытлы эш ваҡытында яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЕЛӘКТЕҢ ХАҠЫ ТОТОРОҠЛО
  • Яуығыҙ ҡарҙар күберәк!
  • Йәнлектәр донъяһы
  • Яңылыҡтар
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • НУРҘЫ ҠАПЛАМАҺАҠ ИНЕ Башҡортостан » Хәтер
    Ил батыры – батырҙан,
    Батыр ирҙән тыуар ул;
    Атанан күреп, уҡ юнып,
    Атанан күреп, яу асып,
    Ил эсендә үҫәр у.
    Батырҙан батыр тыуғанда,
    Атаһындай булғанда,
    Бер быуын тип һанаған
    Илдә ғөмөр итәр у.
    Ундай батыр аҙ булыр,
    Булha ла, яңғыҙ һан булыр1.
    Эйе, Ҡәһҡәһә иленә юлыҡҡан, типһә, тимер өҙөрҙәй, сиртһәң, ҡаны сығырҙай Урал атлы йәп-йәш егеттең батырҙарҙың да батыры булыуына үҙҙәре шаһит ил ҡарттары исеменән: «Батырҙан – батыр, матурҙан матур тыуыр, шулай булмай, кем тыуыр?» – тип мәшһүр «Урал батыр» эпосы, яҡшы атаның балаһы шул булыр: даны үҙенән алда йөрөр булыр, тигән идеяны һеңдерә беҙҙең зиһенгә.
    Ни өсөн һүҙҙе шулай халҡыбыҙ фәлсәфәһенә һылтаныуҙан башланым һуң әле? Хикмәте шунда: был мәҡәләлә һүҙ барасаҡ күркәм шәхесебеҙ менән танышҡанға тиклем үк уның даны хаҡында хәбәрҙар инем инде. Сәхнәгә сығып, аяҡ, тән, ым-ишара телендә халҡыбыҙҙың фәлсәфәһен, тарихтың үҙен еренә еткереп, бәйән итмәле бейеүҙәренә тамаша ҡылғанда, өлкәндәрҙең йөҙҙәре яҡтырып, йөрәктәре елкенеп китеүе (шулай булғас, ҡыҙ-ҡырҡынға, егет-еләнгә ни һан!) хаҡында ла, Салауат ҡалаһының драма театрында Әсғәт Мирзаһитовтың «Утлы өйөрмә», «Һалдат улы» пьесалары буйынса ҡуйылған спектаклдәрҙә Айтуған, Артур ише бынамын тигән ролдәр башҡарып, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланмалы образдар тыуҙыра торғас, үҙе үк спектаклдәр әҙерләй башлауы, режиссер булараҡ тағы ла нығыраҡ танылыуын да ишетә йөрөлдө. «Атаһы ла шулай күркәм зат булдымы икән?» – тип һораусылар була ҡалһа, яуабым шул: уның кем балаһы икәнен күреп тә, ишетеп тә белмәйем. Шуныһы мөһим: беҙҙең милли телебеҙҙә «ата балаһы» тигән һүҙбәйләнештең мәғәнәһе рустың «отчество» тигәненән күпкә киңерәк. Ул «ир-егет», «егетлектә һынатмай торған кеше» тигәнде аңлата булыр.
    Тәүгеләрҙән булып Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм премияһы алыуын белгәс: «Әһә, кемдәрҙер, йәнгә тейерлек итеп, «Айыу төбәге», «Ҡырағай ер» тип нарыҡлаған беҙҙең райондан да лауреат сыҡты әле!» – тип сикһеҙ ҡыуанғаным да онотолмаған. Әнүәр ҡусты Нурмөхәмәтов (ҡусты, сөнки был донъяға ул 1943 йылда ғына пәйҙә булған, тимәк, минән теп-теүәл өс йәшкә кесе) менән яҡташ булыуыбыҙға ҡарамаҫтан (белмәгәндәр белеп ҡуйһын: икебеҙ ҙә – «Бөрйәндең егеттәре», ул – Яңы Усмандан, элеккесә әйтһәк, Тарыуалдан, йәғни легендар Тарауыл менән бәйле төбәктән, мин иһә Нәбиҙән, динебеҙсә әйткәндә, Бәйғәмбәр ауылынан), бына шулай күрешеп-танышырға байтаҡ ғүмер форсат сыҡмай торҙо. Көтмәгәндә, ул форсат миңә үҙе насип булды. Уҙған йөҙ йыллыҡтың 90-сы йылдары баштарынан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһында мәшһүр ҡурайсыбыҙ Юлай Ғәйнетдинов етәкселегендә «Хазина» ижад берекмәһе эшләй башлағайны. Форсат тигәнемә шул сәбәпсе булды ла инде. Бер ваҡыт Юлай ҡусты:
    – Әхмәт ағай, «Хазина» тапшырыуҙарында «Сәсән» рубрикаһы асмаҡсыбыҙ. Шуны һеҙ алып барһағыҙ тигәйнек. Шуға нисек ҡарайһығыҙ? – тине. Мин ни – ике ҡанат, бер ҡойроҡ.
    – Матур ҡарайым, – тинем.
    Был тапшырыу «зәңгәр экран»да ете йылға яҡын барҙы. Ана шуны әҙерләй башлағанда ғына саҡ таныштыҡ Әнүәр ҡусты менән. Бейеүселәргә генә хас булғанса, башын текә генә тотоп, үҙ бәҫен үҙе белгәне тышынан уҡ күренеп торған, эшлеклелеге йөҙөнә үк сыҡҡан был ҡара мыйыҡлы уҙаман тәү күрешеүҙә үк миндә йылы тойғо ҡалдырҙы. Ни яғы менән тигәндә, яңы проектты ғәмәлгә ашырыу мәшәҡәтенә профессионалдарса тотоноуы, халыҡ ижадын тәрәндән аңларға теләүе, ошо хазинаны бар итеүселәргә хөрмәт менән ҡарауы оҡшаны миңә.
    Яңы рубриканы асыр алдынан, ҡулға ҡәләм алып, Юлай, Әнүәр һәм мин фәҡирегеҙ өсәүләшеп мәғлүм мәшһүр сәсәндәрҙең исемдәрен барлап сыҡтыҡ, әле бик танылып өлгөрмәгәндәренең дә иҫәбен алып ҡуйҙыҡ. «Сәсән» асасаҡтарын да күҙ уңында тоттоҡ. Тапшырыуыбыҙ нисә йылға һуҙылыр, йәнәһе.
    – Рубрика «Сәсән» тип аталһа ла, тамашасыны тик сәсәндәр менән генә «һыйлап» ултырып булмаҫ, моғайын? Бер төрлө «ризыҡ бүктерә ул, – тип әйтә ҡуйҙы шул саҡ режиссерыбыҙ.
    – Әлбиттә, әлбиттә, – тине Юлай ҡусты.
    – Юлайҙың «Хазина»һы өлөшөнә инмәйенсә генә, ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын хәтерендә һаҡлаусы бүтән һүҙ оҫталарын да, фольклорыбыҙҙы туплауға ғүмерҙәрен бағышлаған заттарыбыҙҙы ла экранға сығара торорбоҙ, – тип асыҡлай төштөм шефыбыҙҙың яуабын. Һәм шулай иттек тә. Сәсәндәрҙән тыш, Кирәй Мәргән, Мөхтәр Сәғитов, Фәнүзә Нәҙершина, Нур Зарипов, Риф Сөләймәнов, Берйән Байымовтар һымаҡ, бөртөкләп кенә алтын сүпләгәндәй, ғүмер буйы фольклор ҡомартҡыларын йыйған, уны тәрәндән төпсөп, халыҡҡа кире ҡайтарыу хәстәрен күргән шәхестәребеҙ хаҡында тапшырыуҙарыбыҙ әленән-әле «зәңгәр экран»дарға сыға торҙо.
    Бергә-бергә эшләй торғас, мин шуға яҡшы төшөндөм. Әнүәр сценарий нисек бар, уны шул килеш кенә экранға сығарырға ашығып бармай. Мин фәҡирегеҙ аңлап та етмәгәнсә, телевидение, сәхнә талаптарын иҫәпкә алып, күҙгә күренмәҫ призма аша үткәргәндәй итеп кенә яҙҙырыр булды.
    – Әхмәт ағай, сценарийығыҙҙы, үтә ғилмиләштермәй генә, ҡәҙимге тамашасы аңларлыҡ телдә, уны ҡыҙыҡтырырлыҡ, иғтибарын ылыҡтырырлыҡ итеп кенә, әҙерләргә тырышығыҙ. Тапшырыуҙы ҡараған һәр кем унан мәғлүмәт кенә түгел, ләззәт тә алырлыҡ булһа ине
    Теләк рәүешендә әйтелгән был һүҙҙәрҙе мин иһә:
    – Тырыштырып ҡарармын, – тигән булып, иҫкәрмә һәм ҡәтғи талап тип тә ҡабул иттем.
    Тора-бара алып барыусының экранда япа-яңғыҙ ғына ултырыуын режиссерыбыҙҙың өнәп бөтмәүен, кадрҙа бер юлы бер нисә, хатта күмәк кеше ҡатнашыуын, үҙе әйтмешләй, «игровой сәхнә күренештәре»н үҙ итеүен дә аңлап алдым. Быныһы, бәлки, уның театрҙа режиссерлыҡ итеү тәжрибәһенән дә килгәндер. Һәр хәлдә, тапшырыуҙарыбыҙҙа, мәҫәлән, «Урал батыр», «Иҙеүкәй менән Мораҙым» кеүек эпостарыбыҙға, Кирәй Мәргәнгә бағышланған кеүектәрендә күмәктең ҡатнашыуы һәйбәт эффект тыуҙырҙы. Шул тәжрибәне Әнүәр Нурмөхәмәтов тотош ауыл халҡының дәррәү ҡатнашыуында «Нардуған», «Науруз», «Ҡарға бутҡаһы» ише миҙгел йола байрамдары буйынса видеофильм һәм тапшырыуҙарҙа оҫта файҙаланды.
    Сәхнә күренештәрен әҙерләгәндә ролдәргә ярашлы артистарҙы режиссерыбыҙ һайлап ала белә ине. Кәрәк булһа, үҙе лә уйнай торғайны. «Урал батыр» ҡобайырына, күренекле фольклорсыбыҙ һәм әҙәбиәтсебеҙ Нур Зариповҡа етмеш йәш тулыуға бағышланған тапшырыуҙарҙы әҙерләгәндә, Урал һәм Шүлгәндең бала сағын, Нур Талип улының Бөйөк Ватан һуғышына киткән сағын сағылдырыу өсөн Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында үҙе теле-кинорежиссерлыҡҡа әҙерләгән студенттарҙы йәлеп иткәйне. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Ауыл өйөнөң эсе. Мейескә терәлеп үк торған башҡорт урындығында әжәл ауырыуы менән интеккән ҡатын ята. Ул – Нурҙың әсәһе (ролде артистка Гүзәл Сәғитова башҡарҙы). Ул, күҙҙәрен тултырып ҡына, ятҡан еренән улын күҙәтә. Ә уның күҙ нурылай күргән берҙән-бер ул ғынаһы, үҫмерлек дәүеренән саҡ сығып ҡына килгән Нуры, һуғышҡа китергә биштәрен төйнәп йөрөгән була. Бына ул, өҫтөнә иҫке генә куфайкаһын кейеп, биштәрен йөкмәй ҙә хушлашыр өсөн әсәһе янына килә. Әсәһе иһә хәлһеҙ ҡулдары менән, ашыҡмай тор әле, балам, тигән кеүек ишара яһай ҙа: «Улым, хәҙер урамға сыҡ та кире боролоп ин Шул саҡ ана мейес ҡашағаһында стакан күрерһең Унда һыу булыр... Яртыһын эс тә шунан ғына хушлаш Урам юлына төшкәс тә, артыңа боролоп ҡарап тора бир Шунан ғына китерһең...» – ти. Ятҡан түшәгенән ҡабат ҡалҡып тормаясағын, был хушлашыу ғәзиз балаһы менән мәңгелеккә бәхилләшеү икәнен әсә кеше яҡшы белә Әммә быны улына белдермәҫлек көс таба. Бары берҙән-бер ғәзиз улының хушлашыуы тыуған йорт менән уның бәхилләшеүе генә булып ҡуймаһын Әжәл шашып бейегән ут эсенә инә бит Ата йортона имен-аман кире ҡайтып инә күрһен. Шуны хәстәрләй ҡарт әсә әлеге ырымды атҡартып...
    Сәхнә күренешенең нәҡ ошо еренә еткәс кенә һорау тыуҙы. Ике күренеште, яңынан урамға сыҡҡан призывниктың әсә һүҙен үтәүен, өйҙәгеләрҙең шуны күҙәтеүен, бер юлы тамашасыға нисек итеп еткерергә? Әнүәр был хәлдән еңел сыҡты: тотто ла сәхнә күренешенә йәнә бер персонаж индерҙе. Йәнәһе, ул Нур-һалдаттың һеңлеһе. Ағаһы ни эшләй, тәҙрәнән күҙәтеп, шуны әсә кешегә әйтеп торорға тейеш. Ҡыҙыҡай комментатор бурысын матур башҡарҙы. Әйткәнде улының ихлас тыңлап, һүҙен йыҡмауына ҡыуанып, ҡарт әсә ҡәнәғәт йылмайып ҡуйҙы
    Ошо сәхнә күренешен төшөргәнде етмешенең өҫтөнә баҫҡан Нур Талип улы менән икәүләп шаршау артынан күҙәтеп торабыҙ. Дөрөҫөрәге, мин генә торам, ә Нур ағайым, ҡайһы арала тоҡандыра һалғандыр, папиросын өҙлөкһөҙ һура-һура, тегеләй бара, былай үтә. Ҡарай бирә лә тағы үрле-түбәнле йөрөй башлай... Тулҡынлана ҡарт яугир Аҙаҡ миңә шулай тине: «Ауылға ҡайтып килдем. Тапшырыуҙы илай-илай ҡарағандар. «Әсәйебеҙҙе лә, Нур ағай, һине лә шул хәтлем оҡшатып уйнанылар», – тинеләр. Рәхмәт әйттеләр». Мин ул рәхмәтте режиссерыбыҙға еткерҙем, әлбиттә.
    Ғөмүмән, Әнүәр Нурмөхәмәтовтың образлы фекерләүе, сценарийҙа күтәрелгән теманы ижади үҙләштереүе, эш стиле оҡшай торғайны. Әйткәнемә йәнә бер миҫал: Мөхәмәтша Буранғолов тураһында өс тапшырыу эшләргә насип булды беҙгә. Береһендә телетамашасыға шундай сюжет тәҡдим ителде. Һуғыш әле тамамланмаған. Шулай ҙа Бөйөк Еңеү тантана итеүгә күп ҡалмаған. Шул саҡта, аныҡлап әйткәндә, 1945 йылдың 27 ғинуарында, тәрән тылда ятҡан Башҡортостанда өр-яңы фронт асыла. Гитлерсылар түгел, ВКП(б) Үҙәк комитеты аса уны. «Башҡортостан партия ойошмаһында агитация һәм пропаганда эшенең торошо һәм уны яҡшыртыу» тигән һылтау менән милли әҙәбиәтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең, сәнғәтебеҙҙең йөҙөн билдәләүселәрҙең 1937 йылда ҡырылып бөтмәгән өлөшөнә ҡаршы яңы һөжүм башлай. Әлбиттә, нисек парадоксаль булмаһын, урындағы яҙыусылар союзы идараһы ярҙамында. Мәҫәлән, 1946 йылдың 26 октябрендә идара ағзаларынан биш кеше, саҡырылғандарҙан ете яҙыусы ҡатнашлығында үткән ултырыштың көн тәртибенә иң әүәл «Яҙыусыларҙың 1946 йылдың 19 – 20 сентябрендә үткән дөйөм ҡала йыйылышы һәм 25 октябрҙә үткән асыҡ партйыйылыш һөҙөмтәләре» тигән мәсьәлә сығарыла (10-cы протокол). Унда, асылда, Мөхәмәтша Буранғолов менән Баязит Бикбайҙың ижады һәм яҙмышы тикшерелә. Беренсе булып һүҙ алыусы уҡ бына нисек ябырыла ғәйепләнеүселәрҙең тәүгеһенә: «Все творчество Бурангулова пропитано национализмом. В написанных им пьесах на исторические темы история башкирского народа извращается в пользу националистических идей. Вещи, написанные на советскую тему, являются грубым извращением советской действительности». Һәм башлана: һәр кем тәүге сығыш яһаусы ултырышҡа биргән көйләнештән ситкә тайпылмаҫҡа, шул уҡ ваҡытта Мөхәмәтша сәсәнде, башҡаларҙан уҙҙыра биреп, фашларға тырыша. Бының өсөн телдәренән ҡанлы 37 еҫе аңҡып торған «патриархаль тормошто идеаллаштырып, ят идеология үткәрә», «уның ижады милләтселек идеяһы менән һуғарылған», «башҡорт халҡын рустарға ҡаршы ҡуя», «уға: «Башҡортостан – башҡорттар өсөн!» – тип әйтергә генә ҡалды», «ВКП(б) Үҙәк комитеты шелтәләүгә ҡарамаҫтан, «Батырҙар эпосы» халыҡсан, тип әйтә», «Буранғолов ише фальцификаторҙар халыҡ ижады гәүһәрҙәрен боҙа», «үҙенең ижады менән совет власы платформаһында булмай сыҡты», «бындай кеше совет яҙыусылары сафында артабан ҡала алмай» кеүек алдан ятлап алынған йә заказ буйынса үҙләштерелгән һүҙҙәр ысҡыныуына ирек бирәләр. Ә бындай һүҙҙәрҙең береһе менән генә лә ул заманда кешенең ғүмерен һыҙып ташларға була. Уға ҡаршы «күҫәк» күтәреүселәр араһында, үкенескә күрә, бөгөн булһын беҙ хөрмәт иткән әҙиптәр ҙә була. Материал КГБ архивынан алынғайны. Ул хөрмәтле заттарҙың йөҙөн туранан-тура экранда күрһәтеп, уларҙың бала-сағаһын, ейән-ейәнсәрен, башҡа туған-тыумасаһын уңайһыҙ хәлгә ҡуйғы килмәй. Ни эшләргә? Был юлы ла ҡыйын хәлдән Әнүәр Әбүбәкер улы алып сыҡты. Ул бығаса беҙҙең тапшырыуҙарҙа ҡулланылмаған бер алым тапты: ултырыштағыларҙың, ярһып-ярһып, кемуҙарҙан Мөхәмәтша сәсәнде һүҙ менән дөмпәҫләүе ишетелеп тора, әммә үҙҙәре күренмәй. Экранда уларҙың күләгәләре генә ҡыймылдай. Шәп килеп сыҡты.
    Республикабыҙҙа тәүге тапҡыр 1991 йылда Бөрйән районының Байназар ауылында «Көшөлдәр араһы йыйыны» үткәрелгәйне (ойоштороусылары – тарих уҡытыусыһы Ғәлимйән Ишбулатов һәм уның ярҙамсылары). Ул саҡта әле был йыйындың исеме лә юҡ ине. 1993 йылда Баймаҡ районының Ленин исемендәге колхозына ҡараған Таулыҡай, Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары үткәргән нәҫел-нәсәп, зат-зорият йыйыны беренсе тапҡыр «Шәжәрә байрамы» тигән исем алды. Юлай менән Әнүәр Нурмөхәмәтов әҙерләгән «Хазина» тапшырыуы был байрам менән тотош республикабыҙ халҡын таныштырҙы. Шул да, «Шәжәрә» тигән яңы рубрикала барған тапшырыуҙар ҙа бик күптәрҙә шәжәрә менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныу теләге уятты, байтаҡтарҙы туған-тыумасаһын, зат-зориятын, ырыуын танырға өйрәтте, мөхәббәт, ғаилә мәсьәләләрендә яңылышыуҙарҙан ҡотҡарҙы. Бер ниндәй рәсми күрһәтмәһеҙ ҙә тегендә лә, бында ла шәжәрә байрамдары үткәрелә башланы.
    Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтов «зәңгәр экран»дарға сығарған «Хазина», «Сәсән», «Шәжәрә» тапшырыуҙары, видеофильмдар тамашасы өсөн халыҡ ижады, халыҡ таланттары, зат-зорият хаҡында мәғлүмәт һәм ләззәт сараһы ғына булып ҡалманы. Улар һөҙөмтәле тәрбиә сараларына лә әүерелде. Ике быуат сигендә республикабыҙҙа халыҡ таланттары әүҙемләшә төшкән икән; республика күләмендә сәсәндәр әйтеше, төрлө кимәлдә сәсәндәр конкурсы үткәрелә башлаған икән; йола байрамдары тергеҙелә икән; үҙенең генеалогияһына, этник сығышына битарафлыҡтан арыныусылар арта төшкән икән; шәжәрә байрамдары үткәреү Хөкүмәтебеҙ кимәлендә рәсмиләштерелгән икән, бында ана шул рубрикаларҙа Әнүәр Нурмөхәмәтов ҡуйылышында «зәңгәр экран»дарға сыҡҡан тапшырыуҙарҙың роле ҙур булыуын берәү ҙә инҡар итә алмаҫ, моғайын.
    Әхмәт СӨЛӘЙМӘНОВ.
    1Орфографияһы төп нөсхә буйынса ҡалдырылды (БХИ. 3-сө том: Эпос. – Өфө, 1994. 63 – 64-се б.)

    (Дауамы бар).
    авторы: Нур | 14 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сәсәндәребеҙгә һәйкәл v ...
  • Тиҙҙән «Байыҡ» телевизион конкурсы еңеү ...
  • НУРҘЫ ҠАПЛАМАҺАҠ ИНЕ
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • Ҡобайырға тереһыу бөркөп
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru