Иртә тормаған иртәнге ризыҡтан ҡалған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЙӘЙ ЕТТЕ, ЙӘЙ!
  • Крокодилдың теле һәленмәй.
  • Көлә-көлә «Һәнәк» килә
  • Аллаһы Тәғәлә бойороҡтары
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ризаитдин бин Фәхретдиндең анкетаһы Башҡортостан » Хәтер
    Был анкета Ризаитдин бин Фәхретдин тарафынан 1929 йылда тултырылған. Уның төп нөсхәһе Диниә назаратында һаҡланған. Шул оригиналдан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре Бәкер Еникеев 1947 – 1948 йылдарҙа мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлевтың рөхсәте менән күсереп алған. Был мәғлүмәттәр – шул күсермәнән.
    Исеме, атаһының исеме, ата-бабалары. Ризаитдин бин Фәхретдин бин Сәйфетдин бин Собханҡол бин Бикмөхәмәт бин Юлдаш.
    Тыуған яғы, тыуған ауылы. Бөгөлмә өйәҙе, Варварин улусы, Кисеүсат (Юлдаш) ауылы.
    Милләте. Башҡорт-типтәр.
    Вазифаһы. Өфө ҡалаһында Диниә назаратында ағза-ҡазый.
    Йыллыҡ эш хаҡы. Муллалар мәжлесе (йыйыны) тарафынан тәғәйен ителгән 7200 һум йыллыҡ хазина.
    Тыуған йылы, теркәлеүе. 1859 йыл мәдкүр кәримә исеменән бирелгән 7 метрика дәфтәренең вә жәрдтәр фасылына 3-сө номер менән яҙылған.
    Йәше. 60 йәш.
    Милке бармы? Юҡ.
    Ҡайҙа уҡыған? Кем булып ҡайҙарҙа эшләгән? Бөгөлмә өйәҙенең Түбән Шилселе ауылы мәҙрәсәһендә тәғкил иткән (уҡыған). Бер фәндән дә әхасуси (махсуслашыу) юҡ. Һуңынан шул мәҙрәсәлә хәлфәлек иткән. Имам булғандан һуң мәҙрәсә тәғсан ҡылып (асып), шәкерттәр йыйған булһа ла, Өфөгә күсеү сәбәпле, был эшен дауам итмәгән. Ырымбур ҡалаһында бер-ике йыл хәдис шәрғиә уҡытып шөғөлләнгән.
    Ниндәй урындарҙа хеҙмәт иткән? Ҡасан? 1889 йылдың июль айынан башлап 1891 йылдың февраленә ҡәҙәр Бөгөлмә өйәҙенең Илбәк ауылында имамлыҡ вә мөҙәрислек хеҙмәтендә булып, 1891 йылдың февраленән 1904 йылдың майына ҡәҙәр Өфө ҡалаһы Ырымбур духовный собраниеһында хеҙмәт иткән. 1918 йылдың март башынан Өфө ҡалаһының Диниә назаратында хеҙмәт ҡылалыр.
    Исем-дәрәжәләре. 1889 йылдың 11 июлендә имам итеп тәсдиҡ ителгән. 1891 йылдың 28 авгусында мәдкүр мәхкәмә тарафынан ахунлыҡ дәрәжәһе бирелгән. Министр тарафынан тәғәйенләнеп, 1891 йылдың 12 ғинуарында Ырымбур духовный собраниеһында хеҙмәт иткән. Император тарафынан 1915 йылда Личный почетный гражданлыҡ дәрәжәһе бирелгән булған. Быны үҙ ихтыяры менән рәсми рәүештә файҙаланырға теләмәгән. 1918 йылда мосолмандар нәдүәһендә (съезында) ҡазый итеп һайланған. 1920 йылдың 23 сентябрендә был вазифаға яңынан һайланған. 1923 йылдың 10 июлендә мосолмандар нәдүәһендә эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Ырымбур Диниә назаратының мөфтөйө итеп һайланған.
    Эшендә кәмселектәр булғанмы? Хеҙмәтендә кәмселектәре тураһында рәсми мәғлүмәттәр юҡ.
    Ғаиләһе, балалары, тыуған йылдары. 1885 йылдың 10 июнендә ахун Ғәбделнасирҙың Нуръямал исемле ҡыҙына өйләнгән. Шул ҡатындан донъяға килгән балалары:
    1. Ғабдрахман, 1887, 5 март;
    2. Ғәбделәхәт, 1889, 28 ғинуар;
    3. Ғәбделрәшит, 1892, 22 ғинуар;
    4. Зәйнәп, 1893, 27 декабрь;
    5. Сәғит, 1900, 13 февраль;
    6. Әсмә, 1904, 28 июнь.

    (Ғайса ХӨСӘЙЕНОВТЫҢ «Ризаитдин бин Фәхретдин» тигән китабынан).
    авторы: admin | 13 января 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Кәмселектәре лә,табыштары ла бар
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылды
  • Бөйөк фекер эйәһе
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru