Еләк берәмләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Эшләгең килмәһә... алма аша!
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • Эҙләгәнең – эргәңдә
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • «МИНЕРАЛКА»МЫ, ӘЛЛӘ «СИНТЕТИКА»МЫ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йылғалар бигүк ташмаҫ Башҡортостан

    Республикала бер тәүлек эсендә йыл­ға­­ларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе билдәләнгән. Ул 7 ап­релгә тура килә. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һа­ҙыев шулай тип хәбәр итә.
    Стәрлетамаҡ эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле – туғыҙ, Стәрле йылғаһы – 10, Бочкарев ауылы янында Дим йылғаһы 11 пунктҡа күтәрелгән.
    Илдар Һаҙыев белдереүенсә, быйыл ташҡын уртаса күп йыллыҡ кимәлдә булыр тип көтөлгән, әммә һуңғы фараздар буйынса, ҡар ҡатламындағы һыу запасы күп түгел – уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 30 – 60 процентҡа кәмерәк. Хәүеф­һеҙ­лектән тыш, бында республиканы һыу менән тәьмин итеү һәм һыу һаҡлағыстарҙы тултырыу мәсьәләһе килеп тыуа. Ағиҙел йылғаһы бассейнында һыу кимәле норманан 0,2 – 1,5 метрға түбәнерәк.

    авторы: admin | 9 апреля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Беҙҙә ҡиммәт түгел ул… Башҡортостан » Милли проекттар

    Башҡортостанда иң кәрәкле аҙыҡ-түлек Волга буйы федераль округында иң арзаны. РФ Ауыл хужалығы министрлығындағы видеоселектор кәңәшмәлә, Волга буйы федераль округы субъект­тарындағы ауыл хужалығы тауарҙары баҙарындағы хәлде тикшереп, шундай һығымта яһағандар.
    Статистика күрһәтеүенсә, ауыл хужалығы продукцияһының һатып алыу һәм һатыу хаҡтары күпкә артмаған. Бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән Баш­ҡортостанда ла махсус штабтар булдырылған, һатып алыу хаҡтарына мониторинг алып барыла.
    Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар, округтың башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, иң арзаны. Мәҫәлән, һыйыр итенең килограмы – 185, сусҡа ите – 180, тауыҡ ите 100,3 һум тора.

    авторы: admin | 19 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Байрамдар оҙонаймай Башҡортостан

    Һуңғы арала һиҙәһегеҙҙер – байрам һәм ял көндәрен бергә ҡушып һанаһаң, йылына бик күп килеп сыға. Халыҡ та бының менән бигүк риза түгел. Шуны ишетептер инде, федераль кимәлдә ялға тура килгән байрам көндәрен күсермәү тураһында закон проекты эшләнгән. Уны Баш­ҡортостан парламентарийҙары ла хуплай.
    Әле байрам йәкшәмбегә тура килһә, уны дүшәмбегәсә “һуҙыу” хоҡуғы бирелә. Һөҙөмтәлә халыҡ ял итеп ялҡа, эшкә һәләт кәмей, етештереү күләме түбәнәйә, башҡа кире яҡтары ла бар.

    авторы: admin | 13 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Атайҙар советы эш башланы Башҡортостан

    “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Ныҡлы ғаилә” проектын ғәмәлгә ашырыу сигендә Атайҙар советы барлыҡҡа килде. Ойошма Ишембай районында урынлашҡан.
    Атайҙар советы үҙ өҫтөнә ниндәй бурыстар ала һуң? Был иң тәүҙә тәрбиә мәсьәләләренә ҡағыла. Совет ағзалары мәктәптәрҙә, ғаиләлә тәрбиә биреү темаһына саралар уҙғарырға тейеш. Йәмғиәттә ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау тураһында яҡшы фекерҙәр таратыуҙы, етемлекте иҫкәртеүҙе (айырылышыуҙарға ҡаршы), атай статусын күтәреүҙе лә маҡсат итеп ҡуялар.

    авторы: admin | 8 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ишембай – республика өсөн мөһим ҡала Башҡортостан

    Ошо көндәрҙә Ишембай ҡалаһы 75 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ул иң беренсе сиратта нефть төбәге булараҡ күҙ алдына баҫа. Әлбиттә, һоҡланғыс тәбиғәте менән уңған халҡы ла һуңғы рәттә тормай, ә шәхестәре иһә тарихҡа онотолмаҫ эштәре менән яҙып ҡуйылған.
    Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов Ишембайға сәфәрендә байрам тантанаһында булды, урындағы предприятиеларҙың эше менән танышты һәм хаҡтар торошон баһаланы.
    Хаҡ тигәндән, Рөстәм Хәмитов ҡаланың бер шәхси дарыуханаһына инеп сыҡты. Уның мөдире һүҙҙәренсә, медикаменттарға хаҡ үҙәкләштерелгән рәүештә билдәләнә, шуға ла урындарҙа уға бер нисек тә йоғонто яһау мөмкин түгел. Дөйөм алғанда, дарыу дефициты юҡ. Башҡортостан Башлығы, үҙ сиратында, дарыуханалар селтәре етәкселегенә, халыҡтың хәле тураһында белдереп, хаҡтарҙы ҡапыл күтәрмәҫкә, тигән тәҡдимен еткерергә ҡушты.
    “Магнит” гипермаркетына ингәнендә Рөстәм Хәмитов ситтән килтерелгән аҙыҡ-түлектең өҫтөнлөк итеүенә ҡәнәғәт булмауын әйтте. Мәҫәлән, ит Мари Иленән алын­ған, ә йомортҡа – Төмәндән. Шул уҡ ваҡытта был ризыҡтар үҙебеҙҙә лә күп.

    авторы: admin | 6 февраля 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә – 25 йыл Башҡортостан

    Сирек быуат элек, башҡорт халҡының үҙаңы уянған осорҙа, төҙөлгән тәүге ижтимағи-сәйәси йүнәлештәге ойошма үҙ янына алдынғы ҡарашлы зыялыларыбыҙҙы туплап, киң ҡатлам халыҡты артынан эйәртә алды. 1989 йылдың 17 декабрендә барлыҡҡа килгәйне ул. СССР тарҡалып, тотош ил шаңҡып ҡалған мәлдә тап “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге халҡыбыҙ өсөн тарихи ҡарарҙар тәҡдим итте, уларҙы тәүәккәл ғәмәлгә ашырҙы. Суверенитет яулауҙа һәм республиканың үҙаллылығын нығытыуҙа ҙур роль уйнаған абруйлы ойошма фекеренә төбәк етәкселеге һәр саҡ ҡолаҡ һалды, мөһим һәм киҫкен ваҡытта уға таянды.
    Әлеге һәр яҡлап ҡатмарлы булған заманда ла “Урал” үҙәге асылын үҙгәртмәй – Башҡортостаныбыҙҙың дәүләтселеген яҡлауҙан ситләшмәй, йылдан-йыл республиканың ерен, тәбиғи байлыҡтарын һәм ҡомартҡыларын ҡурсалау буйынса төрлө саралар үткәрә.

    авторы: admin | 26 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Президент шыршыһында 780 бала ҡатнашты Башҡортостан

    Бөтә республиканан саҡырыл­ған уҡыу алдынғылары һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашыусылар өсөн Президент шыршыһы быйыл «Башҡортос­тан» дәүләт концерт залында үтте.
    Баш ҡалаға күңелле байрамға килеүсе 800-гә яҡын уҡыусының кемеһе уҡыуҙа, кемеһе спорт ярыштарында, бейеү һәм йыр конкурстарында, кемеһе олимпиада һәм фестивалдәрҙә уңышҡа өлгәшкән. Шулай уҡ «Мәрхәмәт» хәйриә ойошмаһы саҡырыуы буйынса килеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәрҙең балалары, күп балалы, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгәндәр бар ине.

    авторы: admin | 7 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Башҡортостандан 148 кешенән торған делегация баш ҡалаға юлланды Башҡортостан » Милли проекттар


    Бөгөн илебеҙҙең иң алдынғы, иң һәләтле уҡыусылары Мәскәүҙә үткән Президент шыршыһы байрамында ҡатнаша. Башҡортос­тандан мәртәбәле һәм тантаналы сараға 114 бала юлланды. Улар араһында балалар йорто, интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәре һәм күп балалы ғаилә­ләр­ҙән дә балалар бар.
    VII синыф уҡыусыһы Юлдаш Йомағужин – Дыуан районының Арый ауылынан. Ул – Мәсәғүт музыка мәктәбе шөғөлләнеүсеһе, шулай уҡ республика буйынса бихисап конкурс еңеүсеһе. Мәҫәлән, күптән түгел “Таланттар йондоҙлоғо” республика конкурсында I урын яулаған. Йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһендә “Урал батыр” эпосын баш­ҡорт, рус, инглиз телдәрендә яттан һөйләп, шулай уҡ тәүге урын алған. “Һаумы-һаумы, әкиәт!” конкурсында ла иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Рус теле, алгебра, геометрия, география фәндәрен яратып өйрәнгән егет киләсәктә кино актеры булырға хыяллана.

    авторы: admin | 7 января 2015 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 153  >>  Киләһе бит
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru