Оялһаң, һүҙең кем әйтер?

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Телефон таныштырҙы уларҙы
  • Шәжәрәңде бел!
  • Дәрестә
  • Дайджест
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы – һандарҙа һәм факттарҙа Еңеүгә 65 йыл
    112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә төҙөлә.
    Республика хужалыҡтарынан 13,3 мең ат, йүгән, обмундирование, фураж һәм башҡалар дивизияға тапшырыла. Ә дивизияның личный составы Башҡорт АССР-ының ауыл райондарында йәшәүселәр иҫәбенән төҙөлә.
    Дивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты – башҡорттар, 14,5 проценты – татарҙар, 3,3 проценты рустар һәм башҡалар була.
    1941 йылдың ғинуарында – 1942 йылдың ғинуарында полктарҙың даими командирҙары – майор Таһир Тайып улы Күсимов, майор Гәрәй Абдулла улы Нафиҡов, майор Ғариф Дәүләт улы Макаев тәғәйенләнә. 1941 йылдың 25 декабрендә дивизия командиры вазифаһын полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов үтәй башлай.
    1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Кирәй улы Ибраһимов дивизияға БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.
    1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһының хәрби хәрәкәттәрендә, Сталинград һуғышында ҡатнаша һәм күрһәткән батырлыҡтары өсөн 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә.
    Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.
    1942 йылдың 10 июлендә 294-се кавполк командиры, майор Г. Нафиҡов һәләк була.
    1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры, генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Дивизия менән полковник Г. Белов етәкселек итә башлай.
    1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Черниговская» исеме бирелә.
    Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә, 54 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
    1943 йылдың ноябрендә Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә, 1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем Мозырь рейдында ҡатнаша һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
    Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия – II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-минометсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн 60-сы гвардия атлылар полкы Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
    1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия – Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана.
    Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.
    Дивизияның 3860 яугиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 кеше – Советтар Союзы Геройы исеменә һәм биш кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.
    авторы: admin | 8 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уны йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар
  • Украиндар рәхмәт белдерә
  • «ДАНЛЫ АТЛЫЛАР ЮЛЫНАН»
  • Ил саҡырғас, изге яуға китте улдар
  • Улар Еңеүҙе яҡынайтҡан
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru