Көсөңә күрә көсән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Һорау-яуап
  • Һынамыш
  • Йылға башы – шишмәнән, эскелек – бер шешәнән
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иң боронғо башҡорт ырыуы Мәҙәниәт, Башҡортостан, Милли проекттар, Сәйәсәт
    Белешмә

    ҒӘЙНӘ башҡорт ырыуҙары араһында иң боронғо һәм күп һанлыларҙан иҫәпләнә. Бөгөн улар республиканың Асҡын, Тәтешле райондарында ғүмер итә. Ләкин төп өлөшө Пермь өлкәһенең Чернушка, Ҡуйыҙа, Пермь, Барҙы райондарында йәшәй. Барҙы районы – ғәйнәләрҙең үҙәге тиһәк тә, һис хата булмаҫ. Уларҙың ойошоп йәшәгән урындары ла нәҡ ошонда. Был районда Аҡбаш (халыҡ телендә Әжжембаш), Юкшур (Йөкшөр), Аҡлуши (Аҡлыш), Иҫке Ашап, Тундюк (Төңгөк), Барҙы (Барда, Ҡажмаҡты), Мостова (Сузде, Чужде), Иҫке Чад (Ҡажмаҡты Чад), Яңы Чад (Төңгөк Чат), Березники (Ҡайын ауыл), Ишим (Түбән ауыл), Чалково (Баҡчауыл), Рам, Бардабаш, Бичурино (Озон ялан), Саркаеш (Сырҡайыш), Учкул (Очҡул), Яушкурово (Яуышҡыр), Батырбай, Брюзли (Бөрөжлө), Зиязилга (Сазйылға), Түбән Искилде, Сюзян (Сөжән), Елпачиха (Удик), Искир (Искер), Конюково (Әрәмауыл), Усть-Туктор (Тауауыл), Краснояр I (Беренче Әржән), Краснояр (Икенче Әржән), Кзылъярово (Үтәй), Үтәйбаш, Куземьяр (Байауыл), Ҡодаш, Чувашаево (Жаматай), Юғары Ашап (Башапбаш), Яңы Ашап (Яңауыл), Никольск (ҡатнаш халыҡ йәшәй), Сәркиәдә, Толоканка (Талҡанны), Эшлекбаш, Усть-Шлык (Эшлек-Түз), Казанка, Әмир, Ҡарман, Константиновка (Күчтәнтей), Верхне-Константиновка (Юғары Күчтәнтей), Игатка (Игәт), Ҡарағош, Наратҡы, Ермея (Жирмейә), Кувия (Күгейә), Уймыж, Федорки (Өчмөчтө, Өчмичте), Сараш, Танып, Усть-Башап (Башап-түз), Ар-Башап ауылдары инә. 1970 йылда Пермь өлкәһендә 47812 башҡорт иҫәпләнгән. Шуларҙың 10589-е башҡорт телен туған теле итеп таный. 1979 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 48752 башҡортто (14193) теркәһә, ә 1989 йылғыһы буйынса, 52326 (14936) башҡорт була. Барҙа районында иһә 1996 йылдың башында 29572 кеше йәшәгән, 90 проценты – башҡорт һәм татар милләтенән. Район 2382,3 квадрат километр ерҙе биләй. Унда барлығы 65 ауыл иҫәпләнә, шуларҙың 53-ндә башҡорттар йәшәгән. Пермь башҡорттарын нисәмә йыл татарса уҡытыуҙарына ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренең боронғо телдәрендә һөйләшә: ғәйнәсә, уранса, ирәкте, танып, балыҡсы һәм башҡа унлап ырыу диалектында.

    Яҡташтар ойошмаһы Ғәйнә башҡорттарын бергә туплаясаҡ

    Иң боронғо башҡорт ырыуыҒӘЙНӘ ырыуы башҡорттарының Башҡортостанға килеүе уңайынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында Өфөлә йәшәүсе Пермь башҡорттары менән осрашыу булды. Осрашыуға Пермь крайынан республика вуздарында уҡып йөрөүсе студенттар, фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре килгәйне. Улар араһында билдәле йырсы Лилиә Биктимерованың һәм биология фәндәре докторы, билдәле ғалим Әсҡәт Моҡатановтың булыуы бигерәк тә ҡыуаныслы ине. Тимәк, улар ҡәрҙәштәренә битараф түгел.
    Сараны алып барыусы БР Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығының бүлек етәксеһе Шәфҡәт Тутаев фекеренсә, ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙа, Пермь башҡорттары көндәрен ойоштороуҙа уларҙың да өлөшө булһа, оло сара тағы ла йәмләнәсәк, бәйләнештәр тағы ла нығынасаҡ ҡына. Башҡортостанда йәшәүсе Пермь башҡорттарының ойошоп, бер-береһе менән аралашып, ырыуҙаштары менән бәйләнеште өҙмәйенсә йәшәүен хәстәрләп, ошо осрашыуҙа уларҙың яҡташтар ойошмаһын төҙөргә ҡарар ителде. Яҡташтар ойошмаһы Пермь крайы башҡорттарын бергә туплаясаҡ һәм Башҡортостан менән бәйләнеште нығытыуға, уларҙың рухи-мәҙәни ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мөмкинлек бирәсәк, тине Шәфҡәт Тутаев. Уның һүҙҙәре буйынса, сит өлкәләрҙән республикала йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең алты яҡташтар ойошмаһы бар һәм уларҙың төрлө яҡлап хеҙмәттәшлекте көйләү йүнәлешендә эшмәкәрлеге юғары баһаға лайыҡ.

    ҒӘЙНӘЛӘР – Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышындағы бик боронғо һәм күп һанлы башҡорт ырыуы. Ғәйнә башҡорттары үҙҙәренең нәҫел-нәсәптәрен «Минзәлә яҡтарынан» күсеп килеүсе булғарҙарға бәйләй. Ырыуҙарының башы «Булғар өлкәһе»ндә йәшәүсе тархандар нәҫеленән килә. Бынан сығып, ғәйнәләрҙең этник тамырҙары тарихтың V – XIII быуаттарына барып тоташа, тип фаразларға мөмкин. Тап ошо осорҙа Волга булғарҙары менән көнбайыш башҡорт ырыуҙары арауығында яңы этник төркөмдәрҙең барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шул төркөмдәрҙең береһендә Ғәйнә башҡорттары формалашҡан, тип фаразларға ла урын бар. Урындағы риүәйәттәр буйынса, борон ғәйнәләрҙең ата-бабалары «Булғар өлкәһе»ндәге тыуған ерҙәрен XII быуат аҙаҡтарында ташлап китә һәм Урал тауҙарына күсеп ултыра. Миграция барышында ғәйнәләр бер нисә төркөмгә бүленә. Топонимик һәйкәлдәргә ҡарап, уларҙың бер өлөшө Өршәк һәм Дим йылғалары бассейнында урынлаша. Унда улар Ғәйнә, Кесе Ғәйнә, Таулыҡай Ғәйнә, Ғәйнә Ямаҡ ауылдарына нигеҙ һала, шунда ағып ятҡан йылғаны Ғәйнә тип исемләйҙәр.
    Ғәйнәләрҙең килеп сығышына ҡағылышлы ғалим Р. Янғужин түбәндәге мәғлүмәтте килтерә: «Они сами себя называют башкурт и производят оной народ... от тарханов... булгарскую область, в которой они обитали, по собственным их преданиям, в исходе XII столетия и поселились в Уральских горах, а другие расселились по тем местам Пермской губернии, где ныне обитают».
    Ғәйнә ырыуы башҡорттарының күбеһе Тиҙ Танып йылғаһының ағымында ултыра, XIII – XIV быуаттарҙа улар йылға буйынса өҫкә күтәрелә һәм Сылва йылғаһының Камаға ҡойған урынына барып етә. XVIII быуатта Ғәйнә башҡорттарының Кама – Сылва – Тиҙ Танып йылғалары аҡҡан ерҙәрҙәге биләмәләре арыу ғына була. Көньяҡта уларҙың ерҙәре Тиҙ Танып йылғаһының ике яҡ яры буйлап урта ағымынан өҫкә тиклем һуҙыла. Тулва йылғаһы ғәйнәләрҙең ер биләмәләрен урталай бүлеп үтә. Шунан сығып ғәйнәләрҙе «тулва башҡорттары» тип тә атағандар. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта ғәйнәләрҙең аҫаба ерҙәре Кама йылғаһының уң яҡ ярына тиклем барып еткән һәм киң һыҙаттай Сива йылғаһының тамағынан алып Очера йылғаһы тамағына тиклем һуҙылған. Төньяҡта һәм төньяҡ-көнсығышта Ғәйнә башҡорттарының ер биләмәләренең сиге Кама йылғаһының һул яҡ ярынан барып, Сылва йылғаһының тамағына һәм уға Ырғынҡа йылғаһының ҡойған урынына тиклем була. Шунан ул Тиҙ Танып йылғаһына барып сыға.
    Ғәйнә башҡорттары тәүгеләрҙән булып үҙ ирке менән Рус дәүләте составына инә. Уларҙың киң ер биләмәләренә аҫабалыҡ хоҡуҡтары яҙма сығанаҡтар менән иҫбатлана. 1596 йылда улар рус батшаһы Федор Ивановичтан «Кама йылғаһының ике яғынан алып» ерҙәргә жалованный грамоталар ала. 1672 йылда, ошо грамотаға таянып, ерҙәренең башҡа халыҡтар тарафынан баҫып алыныуын сикләү өсөн Кама йылғаһының ике яҡ яры буйлап, уға ҡойоусы Змеевка, Медвежевка, Очера һәм уң яҡтан ҡойоусы йылғалар менән бергә кәртәләп алыуҙы һорап мөрәжәғәт итәләр. Аҫаба халыҡ булараҡ, XVII – XVIII быуаттарҙа ғәйнәләр Уран, Йәнәй һәм Гәрәй башҡорттары менән берлектә Кама йылғаһынан ары ялан ерҙәрен Сарапул һәм ҡаракүл рус крәҫтиәндәренә, суҡындырылған һәм суҡындырылмаған татарҙарға, типтәрҙәргә ҡуртымға бирә.
    XVII быуат аҙағы – XVIII быуат баштарында был ырыу башҡорттары Кама йылғаһының уң яғындағы ерҙәргә аҫабалыҡ хоҡуҡтарын һаҡлап килә. V ревизия материалдары буйынса, бында 25 ауыл була: Вятка губернаһының Сарапул өйәҙендә – 21, Алабуға өйәҙендә – 4. Шулар араһында Иҫәнбай, Үтәгән, Ыҫлаҡ, Ҡасай, Ҡуразай, Турай, Девяторна, Ситән, Безека һәм башҡа ауылдар бар. Әммә был осорға ҡарата күпселек башҡорт ауылдары татар, типтәр-бобыль һәм рус крәҫтиәндәре припущенниктарының тулыланыуы менән күп милләтлегә әүерелә.
    Уса ҡалаһының төҙөлгәс, ғәйнәләр Кама – Сылва йылғалары арауығының төньяғынан көньяҡҡа һәм көнсығышҡа табан, Ирень, Сылва, Чусовая йылғаларының өҫкө ағымындағы урмандарына ҡыҫырыҡлана. XVII – XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарын баҫтырғанда, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында һәм тау заводтарын төҙөгәндә Ғәйнә башҡорттарының Кама һәм Сылва буйҙарынан ҡыҫырыҡланыуы тағы ла көсәйә. Ғәйнәләрҙең бик күп өлөшө Бисерт йылғаһы бассейнына барып ултыра. Шунда Бисер ғәйнә төркөмө барлыҡҡа килә. Красноуфимск ҡалаһынан төньяҡта 20 саҡрым арала ятҡан Бисерт Ғәйнә ауылы халҡы үҙен, Пермдән күсеп килеүсе Ғәйнә башҡорттарының нәҫеленән, тип иҫәпләй. Ғәйнә башҡорттарының йәшәгән биләмәләрен билдәләргә бик күп топонимик сығанаҡ һәм XIX быуатҡа тиклем һаҡланған ырыу ҡәбиләләре атамалары (Тор ғәйнә (Тор йылғаһы бассейны), Тол ғәйнә (Тулва йылғаһы бассейны), Мол ғәйнә (Үрге һәм Түбәнге Мулла йылғалары бассейны), Бисер ғәйнә (Бисерт йылғаһы бассейны) ярҙам итә. Пермь ҡалаһынан 25 саҡрым алыҫлыҡтағы Муллянка йылғаһы буйында Ҡултай, Башҡултай һәм башҡа ғәйнә ауылдары һаҡланған. Пермь ҡалаһынан 30 саҡрым алыҫлыҡта Ҡуян ауылы (Тасим) ята. Был билдәле руда сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимовтың тыуған ауылы һәм ул XVIII быуат урталарында урта Уралда руда сәнәғәтенең үҙәге була.
    XVIII быуатта Ғәйнә башҡорттары Өфө провинцияһы Уса юлының Ғәйнә улусын тәшкил итә. 1775 йылда Өфө провинциаль канцелярия тарафынан төҙөлгән «Ведомость» буйынса Ғәйнә улусында 795 башҡорт йорто һәм ир затынан 113 яһаҡлы татар иҫәпләнә. Әммә унда башҡорт ауылдарының атамалары, халҡының һаны тураһында бер мәғлүмәт тә бирелмәгән. Тик 532 йорттоң башҡорт старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатовтың командаһына, 263 йорттоң старшина Көсөкбай Абдуллиндың командаһына инеүе билдәле. Яһаҡлы татарҙар һаны улуста түбәндәгесә була: Танып ауылында – 63, Барҙа ауылында – 20, Солтанай ауылында – 30 кеше. Уларҙың барыһы ла Туҡтамыш Ишбулатовтың командаһына инә. Ғәйнә улусының халҡы һәм Ғәйнә башҡорттарының һаны тураһында тулыраҡ мәғлүмәт XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында үткәрелгән V ревизия материалдарында һаҡланған. XVIII быуатта тәүге тапҡыр башҡорт халҡының иҫәбен алыу ойошторола. Ғәйнә башҡорттарын иҫәпләү буйынса ыҙансылар (межевщиктар) тарафынан Ғәйнә улусы ике «дачаға» бүленә, үҙәктәре Елпачиха һәм Краснояр ауылдарында урынлаштырыла. Беренсе «дача»ла 19 башҡорт ауылы, биш рус ҡаҙна ауылы иҫәпләнә. Татар типтәрҙәренең үҙҙәренең ауылдары булмай, улар башҡорт ауылдарында йәшәгән. Был «дача»ла барыһы 164094,5 дисәтинә ер була. Икенсе «дача»ла Ғәйнә башҡорттарының 15 ауылы теркәлә. Уларҙың ҡарамағында 128376 дисәтинә ер була. Ғәйнәләр йәшәгән Бисерт ауылы батша власының ихтыяры менән Красноуфимск өйәҙенә индерелә. Бынан тыш, Бөрө өйәҙендәге Сиҙәш ауылында был ваҡытта 18 йортта Ғәйнә башҡорттары припущенниктар хоҡуғында төпләнә. Тәүге «дача»ның 19 ауылында барыһы 286 йортта 2535 ир-ат һәм 2212 ҡатын-ҡыҙ була. Икенсе «дача»ның 15 ауылында 861 башҡорт йорто, унда йәшәүсе 2457 ир-ат һәм 2283 ҡатын-ҡыҙ теркәлә. Бисерт ауылында 40 ир-ат һәм 44 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. XVIII быуат аҙағында 26 башҡорт ауылында 1183 йорт, унда йәшәүсе 9678 кеше иҫәпләнә. XIX быуаттың 30-сы йылдарында Башҡортостанда үткәрелгән һигеҙенсе ревизия материалдары буйынса, Уса өйәҙенең Ғәйнә улусында 42 башҡорт ауылы иҫәпләнә, унда 13448 кеше йәшәүе теркәлә.
    Бынан тыш, Ғәйнә улусы биләмәһендәге Иҫке Ҡайпан һәм Яңы Ҡайпан ауылдарында Ҡара Табын улусы башҡорттары йәшәгән. XVIII быуат аҙағы – XIX быуат башында ғәйнәләр күп һанлы, ойошоп йәшәгән халыҡты тәшкил итә. Был шарт уларға колонизациялау осоронда башҡорт ерҙәренә аҫабалыҡты, этноҡатлам составының сағыу булыуына ҡарамаҫтан, милли йолаларын, телен, мәҙәниәтен һаҡ­ларға, социаль-иҡтисади, сәйәси һәм мәҙәни үҫешенең юғары кимәленә етергә мөмкинлек бирә. Ғәйнә башҡорттары араһынан тарихи шәхестәр ҙә юҡ түгел: руда сәнәғәтсеһе, батшабикә Елизавета Петровнаның Уложенная комиссияһына Пермь тау заводсыларының наказын төҙөүсе һәм Рәсәйҙә Тау институтына нигеҙ һалыусы Исмәғил Тасимов, Уложенная комиссия депутаты, Өфө провинцияһы башҡорттарының ошо комиссияға наказы авторы, Ғәйнә улусы старшинаһы Туҡтамыш Ишбулатов тап ошо яҡтарҙан. Туҡтамыш Ишбулатов – абруйлы башҡорт феодалы, билдәле руда сәнәғәтсеһе, сауҙа менән бу­лышҡан. 20 йыл дауамында ул Ғәйнә халҡы старшинаһы вазифаһын атҡарған, өс тапҡыр юғары дәүләт органы – Уложенная комиссияла бөтә башҡорт халҡының мәнфәғәтен яҡлап сығыш яһай, Өфө провинцияһының башҡорт выборщиктары исеменән наказ төҙөй. Унда ер мәсьәләләре, башҡорт йәмғиәтенең үҙидаралыҡ проблемалары, рус, рус булмаған халыҡ менән мөнәсәбәттәр, мосолман динен һаҡлау һәм башҡа көнүҙәк проблемалар күтәрелә.
    Ғәйнә башҡорттары быуаттар дауамында үҙ ерҙәрен колонизаторҙарҙан ҡурсалаған, динен башҡа дин тотоусыларҙан аралаған, ирек һөйөүсе халыҡ баҫым-ҡыҫымға түҙмәгән. Быға дәлил итеп, 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыуҙарын да килтерергә була. Ғәйнәләрҙең күбеһе Салауат Юлаев отрядында көрәшә. Пугачев ихтилалында йәмғеһе 900 Ғәйнә башҡорто ҡатнаша. Кәрҫтиәндәр һуғышына Уса юлы башҡорттары туғыҙ полковник, ете атаман, 16 поход старшинаһын бирә.
    Өфө өйәҙенең Уса юлына ҡараған ер биләмәләре 1744 йылдан Ырымбур губернаһына инә. 1798 – 1865 йылдарҙа Барҙа, Ҡуйыҙа, Чернушка һәм Пермь крайының Башҡортостан Республикаһы менән сиктәш райондары беренсе башҡорт кантоны составына индерелә. Шуны ла билдәләргә кәрәк, кантон системаһы крайҙың башҡорт һәм мишәр халҡына ғына тарала. Кантондар этник планда ла бер төрлө була. 1865 йылдан был ерҙәр Пермь губернаһы составына инә. 1926 йылда бында Барҙы районы барлыҡҡа килә.

    Тарихи сығанаҡтарға таянып,
    Вадим ХӘБИРОВ әҙерләне.
    авторы: admin | 12 ноября 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Төньяҡ тарихыбыҙ эҙенән
  • Халыҡ һаны ни өсөн кәмей?
  • Юрматылар
  • Иртәгә – Бөтә донья аҫаба халыҡтар к ...
  • Ғәйнә Иле тураһында риүәйәтт| ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru