Биште эшләгәнсе, берҙе еренә еткереп эшлә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Китапханасы эше күңелһеҙ түгел
  • Әсә абруйы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тәрбиә Аҡбуҙаттан башлана Яңылыҡтар » Иғтибар
    БашланҒыс синыфтарҙа уҡыған сағымда Аҡбуҙаттың һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп ала инем. Журнал биттәрендә үҙем кеүек малай һәм ҡыҙҙарҙың ижадын күреп ҡанатланыпмы, тоттом да бер әкиәт яҙып ебәрҙем. Күп тә үтмәй, баҫылып сыҡты ул. Шул саҡтағы ҡыуанысымды күрһәгеҙ! Ә бит бала шатлығынан да ҙурыраҡ бәхет юҡ донъяла. Был йәһәттән, кескәйҙәр һәм балаларға бер шатлыҡ булһын тип, уларҙы халҡыбыҙ рухында, тыуған илгә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙе тәүмаҡсат итеп алып, ошо сағыу журналды ойоштороуға төп көсөн һалған Аҡбуҙаттың әсәһе, шағирә, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факиһа апай Туғыҙбаеваның изге хеҙмәте ҙур хөрмәткә лайыҡ.
    Республикабыҙҙа Аҡбуҙат журналының баш мөхәррире, шағирә Факиһа Туғыҙбаеваны белмәгән бер бала ла юҡтыр. Ә бит үҙе лә бала күңелле, нурлы йөҙлө, изге ниәтле апайға илдә сәйәси ваҡиғалар ҡуйырған тотороҡһоҙ осорҙа балалар өсөн журнал булдырыу еңелдән булмай.
    – Кескәйҙәргә Мурзилка, Веселые картинки кеүек журнал ойоштороу кәрәклеге тураһында Урал башҡорт халыҡ үҙәгендә лә, Аҡ тирмә милли-мәҙәни клубында ла, Яҙыусылар союзы идараһында ла күп һөйләнелде, төрлө ҡарарҙар ҡабул ителде, – тип шул осор биттәрен байҡаны Факиһа апай. – Сөнки балалар баҡсаларын, мәктәптәрҙе яңыртыу өсөн кескәйҙәргә лә, туған телен онотоп бөткән өлкәндәргә лә милли рухлы баҫма һыу һәм һауа кеүек кәрәк ине.
    Эйе, рухлы ағай-апайҙарыбыҙ руссаға әйләнеп бөткән милли мәктәптәрҙе үҙ асылына ҡайтарыу, ғөмүмән, халыҡтың милли үҙаңын уятыу теләге менән янып йөрөгән шул ваҡыттарҙа бәләкәстәр өсөн журнал булдырыу идеяһын Мәскәү бик хуплап бармай. 1989 йылдың мартында Ағиҙел журналының баш мөхәррире Булат Рафиҡов бер төркөм яҙыусыны ошо мәсьәлә буйынса үҙенә йыйып ала. Ул башлыса балалар өсөн ижад иткән әҙиптәрҙе – Фәүзиә Рәхимғолова, Абдулхаҡ Игебаев, Шәриф Бикҡол, Ғәлим Дәүләди, Зарема Әхмәтйәнова, Нажиә Игеҙйәнова һәм Факиһа Туғыҙбаеваларҙы саҡыра. Шунда Булат ағай, теләнселәп йөрөгәнсе тип, Ағиҙел эсендә кескәйҙәр өсөн журнал сығара башлау тәҡдимен еткерә.
    – Беҙ, әлбиттә, уның тәҡдименә ҡуш ҡуллап риза булдыҡ. Балалар матбуғатында байтаҡ йылдар эшләгән йәш кеше тип, журналды ойоштороу эшенә Булат ағай мине тәҡдим итте. Шулай итеп, бер тауыштан иләнмәгән-һуғылмаған баҫмаға баш мөхәррир итеп һайлап та ҡуйҙылар, – тине Факиһа апай.
    Оло журнал эсендәге кесе журналға Бәпембә тигән исем бирәләр һәм шул уҡ йылдың майында Ағиҙелдә кескәйҙәр журналының тәүге һаны донъя күрә. Бик йылдам тамыр йәйә ул. Яҙыусылар баш мөхәррирҙең һорауы буйынса махсус әҫәрҙәр ижад итә, йәш авторҙар ҙа ихласлыҡ күрһәтә. Һанай китһәң, бында ижад юлын башлағандар ҙа байтаҡ ҡына була.
    – 1990 йылдың авгусында Башҡортостан халыҡ мәғарифы министры Р. Гардановтың саҡырыуы буйынса килһәм, Һиңә бик яуаплы эш ҡушабыҙ. Русский язык в башкирской школе тигән журналды яптыҡ. Уның урынына башҡорт телендә Веселые картинки һымаҡ баҫма ойошторорға булдыҡ. Һине баш мөхәррир итеп тәғәйенләйбеҙ, – тине Рифҡәт Тимербай улы. Министрҙың тәҡдимен Динис Бүләков етәкселек иткән Яҙыусылар союзы идараһы ла хупланы. Баш мөхәррир бар ҙа ул, әммә штат та, редакцияның бинаһы ла, ғөмүмән, бер нәмәһе лә юҡ ине. Эште исем уйлауҙан башлап, утыҙға яҡын исем араһынан Аҡбуҙатта туҡталдыҡ, – тип дауам итте һүҙен Факиһа Һаҙый ҡыҙы.
    Бының менән генә бөтмәй әле, ҡаршылыҡтар тыуып ҡына тора. Мәскәү яңы журналға ҡағыҙ бүлеүҙән баш тарта. Әммә бала йәнле Факиһа апайҙы был ғына туҡтата буламы һуң инде. Барлыҡ ойоштороу эштәрен башҡарып, журналдың йөкмәткеһенә тотона ул, гәзиттәрҙә яңы журнал сығыуы хаҡында һөйөнсөләй. Һөҙөмтәлә Аҡбуҙат 1991 йылдың ғинуарына 22 мең тираж йыя. Артабан яңы баҫма ҡағыҙлы ла, штатлы ла, «ҡыйыҡлы» ла була. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим дә Аҡбуҙатты тәүге һанынан ярата, редакцияға йыш килеп йөрөй, журнал өсөн әкиәттәр ҙә яҙа.
    – 1991 йылдың сентябрендә журналыбыҙҙың исем туйы үтте. Нефтселәр мәҙәниәт һарайында энә төртөрлөк тә урын булманы. Кисәне тулыһынса үҙебеҙ ойошторҙоҡ. Президентыбыҙ ҙа, Хөкүмәт тә беҙҙең тырышлыҡты юғары баһаланы, – ти Факиһа апай.
    Шулай булмай ни, журнал сығыуға өс-дүрт йыл үтер-үтмәҫтән, Факиһа Туғыҙбаеваға һәм журналдың биҙәүсе мөхәррире Майя Ҡәйүмоваға Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә. Редакцияла тәүге көндән эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең бөтәһе лә республика кимәлендәге наградаларға лайыҡ.
    – Аҡбуҙатта эшләү өсөн журналист һөнәре генә аҙ, балалар яҙыусыһы ла булыу кәрәк. Хеҙмәткәрҙәребеҙ Фәйрүзә Фәтҡуллина, Зөлфиә Күскилдиналар – балалар китаптары авторҙары ла. Журналыбыҙҙы биҙәүҙә Азамат Ғарипов, Ирина Әхмәҙуллина, Александр Костин, Сулпан Билалова кеүек билдәле рәссамдар ҙа ҙур өлөш индерә, – тине Факиһа Туғыҙбаева.
    Аҡбуҙат балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә кескәйҙәр өсөн уҡыу әсбабы ла булып хеҙмәт итә. Журнал биттәрендәге Мин уҡырға өйрәнәм, Мин яҙырға өйрәнәм рубрикалары туған телебеҙҙе генә түгел, русса һәм инглизсә лә өйрәтә. Бер һүҙ менән әйткәндә, Аҡбуҙат Веселые картинки менән Мурзилканың функцияларын бер үҙе үтәй: бәләкәстәр өсөн дә хеҙмәт итә, башланғыс синыф уҡыусыларын да онотмай.
    Теләк шул: Аҡбуҙат киләсәктә лә иң кесе быуын вәкилдәренең яратҡан һәм көтөп алған журналы булып ҡалһын. Уның тәрбиәһе бөгөн бик тә кәрәк.

    Азамат ИСМӘҒИЛЕВ.
    авторы: Нур | 30 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тәгәрмәс ял иткәндә
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Евровидениеға бер аҙым
  • Өфөнөң Конгресс-холында тәүге тапҡ ...
  • Йәш ғаиләләр өсөн тура бә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru