Көсһөҙ көрәк һындырыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Тәмле
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – дуҫлыҡта
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • «Шыршы ҡупшы кейенгән...»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Әүлиә шишмәһе Яңылыҡтар » Конкурстар
    Май – июнь айҙарында ғына урғылған мөғжизәле инеште Ғәрәбстандағы Зәм-зәм һыуы менән сағыштыралар
    Иғтибар, акция!

    «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»
    Тыуған төйәгебеҙҙә мөғжизәгә тиңләрлек тәбиғәт объекттары, тарихи, мәҙәни, сәнғәт әйберҙәре етерлек. Уларҙың ҡайһыныһын «иң-иң»дәр иҫәбенә индерергә була? «Киске Өфө» гәзите мөхәрририәте «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының популяр «Сәләм» ижад берекмәһе менән ошо һорауға яуап биреү маҡсатында «Башҡортостандың ете мөғжизәһе» тип аталған конкурс иғлан иткәйне. Бындай оло һәм әһәмиәтле акциянан берәүҙең дә ситтә ҡалырға тейеш түгеллеген күҙ уңында тотоп, ошо һандан башлап «Йәшлек» гәзите лә Башҡортостандың мөғжизәләрен барлай башлай. Өс этапта уҙасаҡ бәйгенең тәүге этабында республикабыҙҙағы мөғжизә тип атарлыҡ бөтә нәмәне барлау талап ителә. Бының өсөн һәр кем үҙе тәҡдим иткән объект тураһында фекерҙәрен дәлилләргә һәм яҡлап тауыш бирергә тейеш.
    Икенсе этап июлдән башлана һәм беренсе этапта тәҡдим ителгән объекттар араһынан «иң-иң» 14-е һайлап алына. Артабан уларға тауыш биреү хаттар аша ла, редакцияның 271-46-38, 273-52-08, 272-56-45 телефондары буйынса ла, шулай уҡ гәзиттең eshlek @ufa/agidel.ru электрон почтаһы аша ла алып барыласаҡ.
    Учалы районынан Гөлшат һәм Фәнүр Шаһиевтарҙың «Әүлиә шишмәһе» исемле мәҡәләһе менән өр-яңы конкурсыбыҙҙы башлап ебәрәбеҙ һәм, был авторҙарҙың ҡул арты еңел булып, бүтән дуҫтарыбыҙ ҙа Башҡортостандың ете мөғжизәһен асыҡлаусы бәйгелә ихлас ҡатнашып, теге йәки был объект тураһында редакцияға йөкмәткеле хаттар ебәрер, тип өмөтләнәбеҙ.

    Мөхәрририәт.

    Ер шары ҡалған планеталарҙан һыу барлығы менән айырыла. Бөтә тере йәндә лә һыу бар. Кешелек тә борон-борондан тере һыу, йәншишмә ярҙамында үлемһеҙлеккә ынтылған. Бөгөнгө ғалимдар һыуҙың кешегә йоғонтоһо ифрат ҙур икәнен иҫбат итә, сөнки кешенең уртаса 70 процентҡа һыуҙан торғаны билдәле.
    Һүҙем Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылы эргәһендәге Әүлиә шишмәһе тураһында. Ундай уникаль мөғжизәле шишмә бүтән ерҙә юҡтыр! Әүлиә шишмәһе май – июнь айҙарында ғына аға. Тауҙың уртаһынан юл алған шишмәгә һауа торошо, яуым-төшөм йоғонто яһамай. Һыуы йылдар буйына иҫкермәй һаҡлана. Элегерәк ҡәҙерләп, дарыу һымаҡ, ҡалаҡлап ҡына эскәндәр. Хикмәт күп эсеүҙә түгел бит, ә үҙеңә, яҡындарыңа иҫәнлек-һаулыҡ, иман теләп, Аллаға шөкөр ҡылыуҙа. Ер шарында, бәлки, бер нисә генә шундай шишмә барҙыр. Әүлиә шишмәһенән һыу алырға тип төрлө ерҙән, хатта сит илдәрҙән дә киләләр. Күп ауырыуҙарҙан дауа, тип эсәләр уны.
    Әүлиә шишмәһенең һыуын ғалимдар тикшергәндән һуң, уның составында кешегә файҙалы элементтар күп, тигән һығымтаға килә. Ҡайһы бер руханиҙар тәме буйынса уны хатта Ғәрәбстандағы данлыҡлы Зәм-зәм һыуы менән сағыштыра. Ә Әүлиәгә килеүҙе бәләкәй хажға тиңләйҙәр: Һыуға барыу, Тауға менеү, тауға таш күтәреп мендереп һалыу, ҡәберҙе ете тапҡыр урап үтеү...
    Ни өсөн Әүлиә шишмәһе тигәндәр һуң? Ғәрәп телендәге «Вәли» һүҙенең күплектәге «әүлиә» формаһы башҡортсаға тәржемә иткәндә тоғро, ғәҙел Алла ҡоло, яҡлаусы, ҡурсалаусы, дөрөҫ, тура юлдан барыусы кеше тигәнде аңлатҡан. Хәҙерге мәғәнәһе – изге, хикмәттәр ҡылыусы кеше. Әүлиәләр үлгәндән һуң да кешеләргә ярҙам итә ала, тигән ҡараш йәшәй.
    Әстерхан (Йорт) татарҙарының һәр бер зыяратында тиерлек әүлиә ҡәберҙәре бар: Төкләҫ-Баба (Иҙеүкәйҙең олатаһы), Ҡара-Дауыт, Джигит-адже һәм башҡалар. Шундай уҡ әүлиәләр ҡаҙаҡтарҙа (Бүкәй-хан), ҡарағаштарҙа (Сәйет-Баба), төркмәндәрҙә, Төньяҡ Кавказда, Кавказ аръяғында осрай. Әүлиәгә зыярат ҡылыуҙы суфыйҙар, дәрүиштәр йәмғиәттәре менән бәйләйҙәр. Ҡәбер эргәһендә ағас үҫеүе яҡшы билдә тип ҡабул ителә. Ағасҡа йыртыш, сепрәк бәйләп, теләк теләү йолаһы үрҙә һанап кителгән төрки мосолман халыҡтарынан тыш тыва, хакас, монгол һәм башҡаларҙа осрай. Йоланың нигеҙендә Ислам диненә тиклем булған изге тауға, ағасҡа, ата-бабаларға табыныу культы ята.
    Әүеш тауы башында ҡәбер ташы бар. Боронғо таш урынына яңыһын Зәйнулла ишан ҡуйҙырта. Унда ғәрәп хәрефтәре менән:
    «Был (сәйәхәтсе)
    Шәйех Мөхәммәд
    Миһнән Аләүҫә
    651 һижри йыл
    Беркәхан быуатында
    Бәнисарай
    Беркәхан дәүләте», – тип яҙылған.
    Әүлиә шишмәһе
    Джучи улы Беркә хан Сыңғыҙхандың ейәне була. Алтын Урҙа ваҡытында Монголиянан айырылып, хәҙерге Волгоградтан алыҫ түгел үҙенең ханлығының баш ҡалаһы Беркәһарайҙы төҙөй. Тәхеткә ултырыу менән, ул ҡатыны Сәсәк, ҡәрҙәше Туҡайтимер һәм башҡа олуғтары менән бергә Исламды ҡабул итеүен рәсми рәүештә иғлан итә. Үҙенең исемен дә шунда Бүркәнән Беркәгә әйләндерә. Ислам хәлифәһе Мөстәғсим Баллаға ант биреп, уның менән хаттар яҙышып тора.
    Әйтелгәндәрҙән сығып, Әүеш тауы башында ерләнгән сәйәхәтсенең был ерҙәрҙә Ислам динен таратып йөрөүсе Беркә хан дәүләте илсеһе булғандыр, тип уйларға була. Сөнки Беркә хан үҙе Исламды ҡабул итеп кенә ҡалмаған, ә был динде тирә-яҡҡа таратыу буйынса ла ҙур эш алып барған.
    Әүлиә, Шишмә тураһында легенда-риүәйәттәр күп. Иғтибарға лайыҡ булғандарын ғына һеҙгә тәҡдим итәм. Бер риүәйәт буйынса бик борон, ул ваҡытта Әүеш, Ялсығол ауылдары ла булмаған ваҡытта, был тирәлә йәшәгән халыҡ янына бер кеше килеп сыға. Ул кешеләрҙе мосолман диненә күсергә өгөтләп йөрөй. Әүлиә, ҡартайыуҙанмы, ауырыпмы, үлеп китә. Халыҡ уны тау башына мендереп күмә.
    Икенсе риүәйәт буйынса, борон беҙҙең яҡтарҙан каруан менән бер сәйәхәтсе үтеп барған. Халыҡ, беҙгә һуғыш килә икән, тип каруанға ҡаршы сыҡҡанда, аңын-тоңон белмәйенсә, каруансыларҙы ҡырып ташлаған. Каруан башлығының һуғышсы түгел, ә ил гиҙеп йөрөгән бер изге кеше булыуын аҙаҡ ҡына белгәндәр. Уның кәүҙәһен ауыл осондағы бейек тау башына күмгәндәр. Теге кеше Ош ҡалаһынан булғанға, тауға ла шул исемде биргәндәр. Аҙаҡ, үҙгәртеп, Әүеш тип йөрөтә башлағандар.
    Рамаҙан әүлиәне үлтергәндән һуң кешеләр мөғжизәгә юлыға: тауҙа урғылып шишмә ағып сыға. Шифалы һыуҙы эсергә тип, төрлө яҡтан халыҡ килә башлай...
    Өсөнсө риүәйәт буйынса, үҙҙәренең ырыуҙарынан айырылған бер төркөм кеше яңы урынға ултырыр өсөн ер эҙләй. Йөрөй торғас, улар бер ҙур күл буйына килеп сыға. Ҡарайҙар – ер уңайлы: эсергә һыуы ла бар, һунар итергә урман яҡын. Мал көтөргә лә урын етерлек. Күлдән алыҫ түгел ҙур тау тора. Араларынан берәү:
    – Тауы бер яҡҡа ауыш икән, – ти.
    Шунан халыҡ был тауҙы «Ауыштау» тип йөрөтә башлай. Аҙаҡ килеп, ул Әүештау булып китә. Күлдең исеме лә шулай атала. Һуңынан ауыл да Әүеш тип йөрөтөлә башлай.
    Легенда-риүәйәттәрҙең төрлөлөгөн тау башында бер нисә ҡәберҙең булыуы менән аңлатырға мөмкин. Бәлки, һәр легенда үҙенсә дөрөҫтөр. Алтын Урҙа хандары, башҡорттарҙың иң уңайлы аҫаба ерҙәрен үҙҙәренә тартып алып, ҡышын йылы көньяҡ далаларҙа малдарын көтһә, эҫе йәйҙәрен мул һыулы, һутлы үләнле Урал тауҙарына килгән. Был башҡорт, нуғай һәм башҡа халыҡ йырҙарында, легендаларында ла асыҡ сағыла.
    Әүеш тауы итәгендә ике зыярат бар: береһе – хәҙерге Иҫке Байрамғол ауылыныҡы, икенсеһе боронғо мосолман зыяраты. Әүеш тауы, Әүеш күле, Әүеш яланы. Ниндәй һүҙҙән килеп сыҡҡан һуң?
    Берәүҙәр уның килеп сығышын Ҡырғыҙстандағы Ош ҡалаһы менән бәйләй. Икенселәр, «ауыш» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан, тип бара. Топонимиканы алғанда, Көнбайыш һәм Үҙәк Кавказда, атап әйткәндә, төрки телле Ҡарасәй, Балҡарҙа күп кенә Ауш һүҙле ер атамалары осрай: Кель-Ауш (Иркиз), Хасан-Ауш (Узунколь), Кичи-Ауш, Кызыл-Ауш, Берю-Ауш, Карачай-Ауш, Кыртык-Ауш... Эльбрус Архыз эргәһендә йыш осрай торған был һүҙ «перевал» мәғәнәһендә йөрөй, йәғни артылыш, үткәүел, үткел ер. «Ущелье», йәғни тарлауыҡ мәғәнәһендә лә осрай. Элек ялан ерҙә йәшәп, Эс-Алан исемен йөрөткән балҡарҙар тау араһында йәшәй башлағас, ауыш тип бөтә бейек, текә тауҙар араһынан үтерлек артылыштарҙы атаған булырға тейеш. Картаға ҡарағанда, Әүештең көнсығышында 21 саҡрымғаса – Күмәс, ә көнбайышында Нәрәле һырты һуҙылған. Бейек тауҙар араһында артылыш ерҙә урынлашҡан тау ҙа, күл дә, ялан да әүеш – перевал, перевалочный пункт булып сыға. Булғарҙан, Өфөнән (Имән-ҡала V быуаттан билдәле) Себергә һәм, киреһенсә, каруандар үтерлек тура юлдарҙың береһе Учалы районы аша үткән. Нәрәле менән Күмәс һырттары араһында «коридор» һымаҡ ерҙә урынлашҡан Әүеш ерҙәре үткел (перевал) булғандыр.
    Бердяуш (Бирҙәүеш) йылғаһы һәм ауылы Силәбе өлкәһендә, боронғо Ҡыуаҡан ерҙәрендә урынлашҡан. Шул ерҙәрҙән күсенеп килгән Ялсығол исемле ҡыуаҡан ауылы 1775 йылдан һуң Әүеш тауының көнбайышында барлыҡҡа килгән. Бында ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар.
    И. Нефедовтың «Ушкуль» исемле хикәйәһендә лә Әүешкүл телгә алына һәм уның тураһында легенда бирелә.
    Әүеш йәшмәһен 1778 йылда эшкәртә башлайҙар. Яңы Эрмитаждағы Рубенс залындағы вазалар Әүеш йәшмәһенән мастер Я. Коковин тарафынан эшләнә. Әүеш йәшмәһе, төрлө халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, ҙур баһа ала. Йәшмәне һары фондағы көрән тауҙар, һырттар, улар араһында ҡара япраҡлы ағастар – ҡыҫҡаһы, пейзажға оҡшау айыра. Ул йомшаҡ, матур, бик үҙенсәлекле һәм икенсе йәшмәләргә бер ҙә оҡшаш түгел!
    Әүеш тауының көнбайыш итәгендә урынлашҡан Ялсығол ауылында 1866 йылда уҡ мәсет булһа, Иҫке Байрамғол ауылы мәсетенә 1888 йылдың 28 авгусында Ғайса Рәсүлев ахун булып тәғәйенләнә. Ғ. Рәсүлев рус-япон һуғышында ҡатнаша, «Илсе Ғайса» йырының авторы. 1921 йылда вафат булып, Иҫке Байрамғол ауылы зыяратында ерләнә. «Йәйәүле Мәхмүт» йыры ла Әүешкүл буйында ижад ителгән.
    Һығымта: бик борондан изге булып һаналған уникаль мөғжизәле Әүлиә шишмәһе бар. Тау башында Әүлиә күмелгән. Тотош тиерлек тау матур, үҙенсәлекле Әүеш йәшмәһенән тора. Таҙа һыулы Әүешкүл ята. Әүлиә шишмәһе Башҡортостандың ете мөғжизәһе иҫәбенә инергә лайыҡ!
    Әүлиә шишмәһенә барғанда шундай теләктәр әйтке килә:
    Абы-хаят (ғәрәпсә – тере һыу)
    Әүеш тауы түшендә
    Әүлиә шишмәһе аға.
    Һин – Ерҙең һөтө!
    Һин – Ерҙең һуты!
    Эй, Аллам!
    Бирсе ярҙам!
    Бирсе иман!
    Ныҡлы һаулыҡ,
    Күңелгә – паклыҡ,
    Ғаиләгә – бәхет,
    Тәнгә – сихәт,
    Балаларға – белем,
    Ололарға – ғилем,
    Ауырыуҙар бөтһөн,
    Сирҙәр китһен,
    Ҡалһын һаулыҡ,
    Ҡалһын таҙалыҡ.

    Гөлшат һәм Фәнүр ШАҺИЕВТАР.
    Учалы районы,
    Иҫке Байрамғол ауылы.
    авторы: Нур | 19 мая 2009 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күгәрсен төбәгендәге Әүлиә ...
  • Сөмәкәй шишмәһе
  • Кеше тәбиғәт менән килешеп йәшәһе ...
  • Һыртландағы әүлиә шишмәһе
  • Әүлиә шишмәһе
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru