Буй эшләмәй, ҡул эшләй, эштә ҡулың күп булһын.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дайджест
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Донъя яңылыҡтары
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Хорау-яуап
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • ТАМЫРЫ НЫҠ АҒАС АУМАЙ Башҡортостан » Милли проекттар
    Кеше олоғая барған һайын башы ергә нығыраҡ эйелә, тиҙәр. Быны ике төрлө аңларға мөмкин: билдәле бер ваҡыттан ғына бәндә ер ҡәҙерен аңлай башлай, икенсе яҡтан, маңлайыңа һырҙар өҫтәлгән һайын кендек ҡаның тамған тупраҡ үҙенә тарта. Ысынлап та, йәш ваҡыттарында яҙмыш елдәре төрлө яҡтарға ташлағандар бөгөн тыуған ауылын, бәпкә үләнендә ялан тәпәй йүгереп үҫкән урамдарын, йылға-күлдәрен, тау-урмандарын һағынып ҡайта, зат-ырыуы ҡалмағандар хәтер һандығының иң төбөндә баҙлап янған өмөт утын һүндермәйенсә, шул ерҙәрҙе тағы бер ҡайтып күрергә интизар булып йәшәй...
    Һуңғы тиҫтә йылда республикала Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!, Шәжәрә байрамдары кеүек саралар тамырҙарҙы барлауға, зат-ырыуҙы туплауға, бөгөнгө менән үткәндәрҙе бәйләп, киләсәккә ышаныслы бағырға этәргес булып тора. Бындай байрамдар Башҡортостандың көньяҡ райондарында бигерәк тә әүҙем ойошторолһа, төньяҡ-көнсығыш төбәк бер аҙ арттараҡ ҡала килде. Ниһайәт, был яҡта ла боҙ ҡуҙғалды тиергә мөмкин. Ошо көндәрҙә Салауат районының иң актив ауылдарының береһе булған Лағыр ауылы хакимиәте биләмәһендә Шәжәрә байрамы уҙғарылды.
    ТАМЫРЫ НЫҠ АҒАС АУМАЙ
    ...Тирмәләр ҡоролған, быу боҫратып, тәмле ит еҫтәре сығарып ҡаҙандар ҡайнаған, ҡымыҙҙар бешкән һәм буҙалар өлгөргән бер мәлдә боронғо йәйләүҙе хәтерләткән майҙанды сихри тынлыҡҡа күмеп, аҙан тауышы яңғырай. Ул, байрамға фатиха биреү менән бер рәттән, йыйылыусыларҙың күңелен сафландырырға, ата-олатайҙарҙы иҫкә алырға, уларҙың рухына тоғро ҡалырға саҡыра, бөгөнгөнән тарихҡа алып инә... Ана, сал тарих үҙе алға килеп баҫа: тирә-яҡта ихтилалдар бара, ерен, телен, динен, илен һаҡлау маҡсатынан, батша властарының башҡорт ерҙәрен тартып алыу, уларҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын таныуҙан рәсми баш тартыу, йән башынан сығып һалым түләү күләмен билдәләү сәйәсәтенә ҡаршы баш күтәргән башҡорт ауылдары ер менән тигеҙләнә... Тәфтиләүҙәр ҡотора... Һөйәнтүҙ ҡорбандарының иңрәүе һәр башҡорттоң йөрәге типкән һайын набат булып яңғырай. Һәр бер ҡырҡҡан талдан ҡан тама... Башҡортостан хәйерселек сигенә еткерелеп талана, халыҡ йонсой. Шундай шарттарҙа яңы күтәрелеш өсөн яңы этәргес көс талап ителә. Яңы күтәрелеш башында торған Әйле, Дыуан, Ҡаратаулы, Тырнаҡлы улусы вәкилдәре был маҡсаттан хан табырға ҡарар итә. 1740 йылда Нуғай даруғаһы Юрматы улусынан аҡыллы, ҡаты характерлы, ойоштороуға һәләтле, хәрби эште, ғәрәп грамотаһын, Ҡөрьәнде яҡшы белгән, Мәккәгә барып ҡайтҡан шәхес, халыҡ араһында Ҡараһаҡал атамаһын алған Миңлеғол Юлаев хәҙерге Ҡыйғы районының Иҫке Мөхәммәт ауылы территорияһында жунгар тәхетенең вариҫы Солтангәрәй хан тип аҡ кейеҙҙә күтәрелә. Васҡын ауылында (хәҙер – Лағыр ауылы) уны баш күтәреүгә ҡаршы булған башҡорт старшиналары көтөп тора. Әммә Ҡараһаҡал уларҙың күпселеген үҙ яғына ауҙарыуға өлгәшә. Ихтилал яңы көс менән тоҡанып китә. Васҡын ауылы восстание уртаһында ҡайнай...
    Шундай тарихты сәхнәләштергән тамаша менән башланып китте оло байрам (алғараҡ китеп әйткәндә инде, хан иғлан ителгән ауыл да, Васҡын да ихтилал баҫтырылғандан һуң, бик күп башҡорт ауылдарының яҙмышына дусар ителеп, яндырыла). Лағыр ауыл хакимиәте биләмәһе ауыл советы рәйесе Әхмәт Йәндүрин сараны рәсми асҡандан һуң, төп доклад менән йәш крайҙы өйрәнеүсе Ринат Ситдиҡов сығыш яһаны. Лағыр ауылы бик боронғо ауыл булһа ла, бөгөнгә тиклем уның тулы шәжәрәһе төҙөлмәгән, ауыл тарихы тураһында китап яҙылмаған, ауылдан сыҡҡан билдәле кешеләр тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә тулы түгел, – тине ул. Шуға ла Ринат Даян улы, район, республика матбуғатында донъя күргән тарихи материалдарҙы файҙаланып, Башҡортостан Үҙәк тарихи архивында һаҡланған документтар менән танышып, бөгөнгә Лағыр, Сыбаркүл, Шәрәк, Яҙғы Йорт (Лағыр ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған ауылдар) ауылдарының шәжәрәһен тулыһынса тиерлек тергеҙеүгә өлгәшә. Уның артабанғы маҡсаты – Тырнаҡлы ырыуына ҡараған туғыҙ ауылдың шәжәрәhен тәртипкә килтереү, ырыу тамғаларын өйрәнеү, тарихи документтар эҙләү. – 1960 йылдар аҙағында археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция Лағыр ауылының көньяҡ-көнсығыш осонда урынлашҡан зыяраттағы убаларҙа тикшеренеү эштәре алып бара. Ғалимдар был ҡәберҙәрҙе, беҙҙең эраның 7-се быуатына ҡарай, тип билдәләй.
    18-се быуат башында ата-бабаларыбыҙ Васҡын ауылында йәшәгән. Ҡараһаҡал яуынан һуң ауыл яндырылғас, иҫән ҡалыусылар, ике саҡрым көньяҡҡараҡ күсеп, Лағыр ауылына нигеҙ һала. Был атаманың килеп сығышының варианттары бер нисә: уны 1740 – 1750 йылдарҙа немец тикшеренеүселәренең лагерына ла, 1774 йылда Салауат Юлаевтың ғәскәр туплау өсөн ҡорған лагерына ла бәйләйҙәр. Лагерь һүҙе тора-бара Лағырға әйләнеп китә лә инде.
    1773 – 1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышында старшина Яуын Сыуашев етәкселегендә 184 Тырнаҡлы ырыуы башҡорто ҡатнаша. Баш күтәреүселәрҙән һорау алыу документтарында Лағыр ауылынан уларҙың алтыһының исеме телгә алына. Бөгөн ауылда уларҙың ишле нәҫел-нәсәбе тырышып донъя көтә.
    1816 йылда Лағырҙа Себер даруғаһының элекке ахуны, 60 йәшлек Яңыбай Ишмөхәмәтов йәшәгән. Был ваҡытта бер даруғаға бер генә ахун булып, ул да Лағырҙа йәшәгән икән, тимәк, лағырҙарҙың уҡымышлы кешеләре күп булған. Шулай уҡ Мәжит Ғафури менән бергә мәҙрәсәлә уҡыған ике указлы мулла хаҡында ла әйтеп китеү урынлы. Уларҙың береһе – Талип Хәйеров Шәрәк ауылында мулла булһа, Лағырҙа Ғималетдин Хәсәнов мулла булған.
    Артабан тирмә түренә (сәхнә тирмә формаһында эшләнгәйне) шәжәрәһе менән таныштырыу өсөн Ғәлимовтар, Йәндүриндар, Ситдиҡовтар, Хәйеровтар, Хәмитовтар, Мәһәштәр һәм Бикәнәйҙәр аралары бер-бер артлы күтәрелде.
    Ғәлимовтар – йырҙар Салауаты Хәбир Ғәлимовтың нәҫел ебен дауам итеүселәр булһалар ҙа, яҙмыштарын ергә бәйләгән алдынғы механизаторҙар, мал ҡараусылар. Әммә бер ваҡытта ла йыр-моңдан айырылғандары юҡ. Ата-әсәләренең хыялын балалары, бүлә-бүләсәләре тормошҡа ашыра. Исемдәре республика тамашасыһына таныш, төрлө кимәлдәге конкурс-фестивалдәр лауреаттары – йырсы Фәриҙә Ғаззалова, ҡурайсы Азамат Зиннәтуллин – ошо данлы нәҫелдең данын арттырыусылар.
    Йәндүриндар белемгә, фәнгә тартылыуҙары, ишле ғаилә булыуҙары һәм был традицияны әле лә дауам итеүҙәре менән айырылып тора. Бөйөк Ватан һуғышына был нәҫелдән алты яугир китә. Ә ауыл хакимиәте биләмәһенә ингән ауылдарҙан Хатип Йәндүрин уҡытҡан балалар уны әле һаман оло ихтирам һәм хөрмәт менән иҫкә ала. Бөгөн Хатип олатайҙың улы Дияс – тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, республика балаларын белем үрҙәренә әйҙәй.
    Ситдиҡовтарҙы ысын мәғәнәһендә уҡытыусылар династияһы тип атарға мөмкин. Лағыр ауылы халҡы тәүге типовой мәктәп асылыуы менән дә Бөйөк Ватан һуғышында разведчик булған Сәмсит Ситдиҡовҡа рәхмәтле. Ветерандарҙың төрлөһө була, әммә хәрби наградаларға лайыҡ булыусылар меңгә булмаһа ла, йөҙгә берәүҙер. Шулай уҡ был нәҫел йыр-моңға маһирлығы, ҡыҙҙары-килендәренең ҡул эштәренә оҫталығы менән айырыла. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2008 республика конкурсында гран-при яулаусы Венера Ситдиҡова ла данлы фамилияға ике малай бүләк итте.
    Хәйеровтар сәхнәгә бер сығып баҫһа, ҡыуып та төшөрөрмөн тимә. Һәр береһе тыумыштан артист уларҙың. Араларында ниндәй генә һөнәр эйәләре булмаһын, йырлаһалар – моңдары бар, бейеһәләр, кәүҙәләре килешеп тора. Ҡулдарынан баян, ҡурай төшмәй. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исемен алыусыларын һанай китһәң... Бынан тыш, милли спорт төрө – көрәште лә үҙ итәләр. Быйыл ғына Алмас Әхтәров Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы тренеры исеменә лайыҡ булды, ә Юлиә менән Салауат Хәйеровтар балалары Вәсилә, Илназ, Камилә һәм уларҙың олатай-өләсәйҙәре менән Ғаилә мозаикаһы республика конкурсында ҡатнашып ҡайтты.
    Хәмитовтар – төрлө профессия кешеләрен бергә туплаған ғаилә. Әммә уларҙы йыр-моңға, шиғриәткә һөйөү берләштерә. Шәжәрә байрамын ойоштороуҙа Тельман Вәли улының район гәзите биттәрендә тарихи темаға яҙылған мәҡәләләре ҙур ярҙам була.
    Мәһәштәр араһы уҡытыусылары менән күркәм. Был араға ҡараған Кәримовтар ғаиләһенән генә дүрт уҡытыусы сыҡһа, Хәсәновтар ҙа уларҙан ҡалышмай. Мәһәштәрҙең үҙ шағирҙары ла бар. Заманында Нафиҡ олатай Хәсәнов район гәзитендә шиғырҙары, бәйеттәре менән сығыш яһаһа, хәҙер уның улы Рәфҡәт һутлы теле, бай образдары менән яҡташтарын ҡыуандыра. Хатта исемдәре республикаға билдәле ҡәләм оҫталары уның яҙғандары хаҡында:Йыр тексын яҙыу еңел түгел, ә Рәфҡәттең шиғыры үҙе үк көй һорап, йырлап тора, – тигәне бар.
    Бикәнәйҙәр араһын, нигеҙҙә, Шәрәк ауылынан сығыусылар тәшкил итә. Ҡасандыр перспективаһыҙҙар рәтенә индерелеп, бөтөүгә дусар ителгән ауылды халыҡ үҙе һаҡлап алып ҡалды (бында, ниндәйҙер кимәлдә, Йәшлек гәзитенең дә өлөшө бар). Ауылдарҙы эреләтеү идеяһын алға һөргән социализм ҡоролошо бөтөнләй тарихта ҡалды, ә ауыл һаман үҙ яйына йәшәй бирә. Улай ғына ла түгел, спорт буйынса бикәнәйҙәргә етеүсе юҡ. Милли көрәш буйынса ошо араға ҡараған егеттәр – Фәрит Хәйретдинов республика ярыштары призеры, Альберт Ниғәмәтов – Башҡортостан чемпионы (Шәжәрә байрамының төп призы – көрәш еңеүсеһенә тәғәйен тәкә уға насип булды), Наил Мөхәмәтйәнов – Билбаулы көрәш буйынса IV донъя чемпионатының көмөш призеры. Заманында саңғы буйынса спорт мастеры Равил Ғимранов СССР йыйылма командаһы составына инһә, хәҙер уның юлын ҡыҙы Рида дауам итә, ул спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы.
    Ғаиләләр үҙҙәрен күрһәтеп, ҡунаҡ ҡаршыларға тирмәләргә йүнәлде, ә сәхнә түрен үҙешмәкәр артистар биләне. Был ваҡытта майҙанда көрәш, һабантуй программаһына ингән башҡа спорт төрҙәре буйынса алыш ҡыҙҙы. Йыйылған халыҡты ямғыр яуыуы ла, көндөң көйһөҙләнеп-көйһөҙләнеп алыуы ла ҡыуа алманы. Байрам һуңында үҙ шәжәрәһен төҙөп, туған-тыумасаһын йыйып, сәхнә түрен дер һелкеткән ғаиләләр Маҡтау ҡағыҙҙары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнде.
    Ырыу шәжәрәһен белгән кеше ил-йорт тарихын да күңелендә һаҡлаясаҡ. Сөнки ваҡыт ағымы рәхимһеҙ, быуаттары хәтерҙе юя, яҙған яҙыуҙарҙы юҡҡа сығара, йылдар артынан йылдар үтеп тора, оло кешеләр был фани донъяны ташлап китә. Йәш быуын, ололар менән сағыштырғанда, тыуған яҡ тарихын әҙерәк белә. Беҙ үҙебеҙҙең тарихыбыҙҙы белергә, өйрәнергә һәм киләсәк быуындарға ҡалдырырға бурыслыбыҙ, – тигәйне үҙ сығышында Ринат Ситдиҡов. – Тамыры ныҡ ағас ҡына аумай, тарихы ныҡ халыҡ ҡына үлмәй. Илебеҙ тарихын, ырыуыбыҙҙы, телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе белеү мотлаҡ. Тарих – ул ҡан-йән менән яҙылған ысын роман, быуаттар хәҡиҡәте...
    ...Сеү, ишетәһегеҙме, меңйәшәр тирәктең япраҡтары нисек шаулай... Әйле ҡәбиләһенең Тырнаҡлы ырыуында тәүге тапҡыр Шәжәрә байрамы үткәнгә, тарих төпкөлөнә бөгөнгөнән ҡараш һалғанға ҡыуана улар. Ә тирәк үҙе, тамырҙарын тыуған тупрағына тәрәнгә ебәреп, ер йөҙөндә ныҡлы тора. Тамыры ныҡ ағас аумай ул...

    З. ӘЙЛЕ.
    авторы: Нур | 10 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан үҙәге халҡы – еректәр н ...
  • Мәскәүҙә – һабан байрамы
  • Афарин, Тамырҙар!
  • Халҡым күңеленең матурлығы, уңған ...
  • Салауат йыйынына әҙерлек башланды!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru