Ҡул ҡайҙа - ауыҙ шунда.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ӨС АУЫР ҺОРАУ
  • Ислам әҙәбе
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Йыртҡыс, «урман санитары», тотем – барыһын берләштерә ул..
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Исеме һәм даны ҡайтты Башҡортостан » Юбилейҙар
    Шәйех Зәйнулла Рәсүлев Урал – Волга буйы төбәгендә 1917 йылда Рәсәйҙә батша режимы ҡолатылғанға тиклем киң дини-рухани һәм мәҙәни-мәғрифәтселек эшмәкәрлеге алып барыусы үҙ заманының алдынғы шәхестәренең береһе була. Күренекле шәхестең төп хеҙмәте шунда: ул мосолман интеллигенцияһының энергияһын алдынғы реформалар юлына йүнәлтеүгә өлгәшә. Шул осорҙағы Урал һәм Волга буйы мосолмандарының мәҙәни һәм ижтимағи тормошондағы яңылыҡтар Зәйнулла Рәсүлевтың йоғонтоһо һәм туранан-тура ҡатнашлығы һөҙөмтәһендә тормошҡа ашырыла. Зәйнулла ишан Рәсүлевтың Рәсәйҙең төрки телле халыҡтарының, айырыуса башҡорт халҡы яҙмышындағы әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик күп йылдар халҡыбыҙҙың күренекле улы үҙенең лайыҡлы баһаһын тапмай. Ниһайәт, ғәҙеллек тантана итте. Бөгөн республикабыҙҙа уның оло юбилейы киң билдәләнә.
    Фәйләсүф, теолог, мәғрифәтсе-ғалимдың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған ғилми-ғәмәли кәңәшмәләр, уҡыуҙар, мәҙәни саралар, осрашыуҙар ойошторола. Ошондай конференцияларҙың береһе Башҡорт дәүләт университетында үтте. «Зәйнулла Рәсүлев – атаҡлы башҡорт фекер эйәһе, дин эшмәкәре, мосолман донъяһының танылған мәғрифәтсеһе» тип аталған халыҡ-ара конференцияла Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡабарҙы-Балҡар Республикаларынан һәм Мәскәү ҡалаһынан күренекле ғалимдар, дин әһелдәре ҡатнашты.
    Конференцияла ҡатнашыусылар алдында БР Хөкүмәте Премьер-министры исеменән ҡотлау сәләме менән вице-премьер, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев сығыш яһаны. «Бөгөн беҙ Башҡортостандың хаҡһыҙ рәүештә онотолған улдарының береһе – ғалим, мәғрифәтсе һәм уҡытыусы, күренекле шәйех Зәйнулла Рәсүлевтың исеме кире ҡайтарылыуының шаһитыбыҙ, – тиелә ҡотлау сәләмендә. – Зәйнулла Рәсүлев Башҡортостанда киң мәғрифәтселек һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Ул ойошторған «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе XIX быуат аҙағы – XX быуат башында Рәсәй мосолмандарының ысын рухи үҙәгенә әүерелә. Ғалимдар һәм ябай халыҡ араһындағы оло абруйы Зәйнулла Рәсүлевҡа уҡыу йорттарында яңы уҡытыу алымдарын уңышлы ҡулланыу мөмкинлеге бирә». Илдус Ғөбәйҙулла улы, һүҙен йомғаҡлап, ғилми-ғәмәли конференцияның Башҡортостан тарихын артабан өйрәнеүгә, Рәсәйҙә этник-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе яйлауға лайыҡлы өлөш индерәсәгенә ышаныс белдерҙе.
    Рәсәй Фәндәр академияһы Философия институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Илшат Насиров пленар ултырыштағы сығышын Зәйнулла Рәсүлевтың реформаторлыҡ эшмәкәрлегенә арнаны. «Зәйн Аллах Рәсүлев революцияға тиклемге Рәсәйҙәге тормоштоң төрлө яҡтарын – мәғариф, сәйәсәт һәм иҡтисадты яңыртыу хәрәкәттәрендә иң төп фигураларҙың береһе була, – тине ул. – Дин әһеле булыу уға тормошҡа яңыса ҡарарға ҡамасаулыҡ итмәй. Киреһенсә, ул алдынғы ҡарашлы дини ғалим була, ҡайһы бер иҫкелек ҡалдыҡтарына ҡаршы сыға, халыҡҡа уның асылын аңлатырға тырыша».
    Артабан сығыш яһаусы Ташкент юридик институты проректоры, профессор Рөстәм Шәрипов, Башҡорт дәүләт университеты профессорҙары Марат Ҡолшәрипов менән Ғиниәт Ҡунафин, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә дәүләт университеты доценты Серик Аханов, Мәскәү дәүләт педагогия университеты профессоры Әминә Ғәзизоваларҙың сығышынан Зәйнулла ишан Рәсүлевтың тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алырға мөмкин ине. Шулай уҡ тамаша залы янында ойошторолған күргәҙмә лә күренекле шәхестең тормошо менән яҡындан танышыу өсөн киң мөмкинлектәр бирҙе.

    Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА.
    авторы: Нур | 7 июня 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы?
  • ЗӘЙНУЛЛА РӘСҮЛЕВ УРАМЫ БУЛАСАҠ
  • Иң ҙур байлыҡ – белем, рух
  • Ыңғай үҙгәрештәр
  • Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhынд ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru