Йоҡо тамаҡ туйҙырмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Дәүләт ярҙам күрһәтә[/b]
  • Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Һынамыштар, юрамыштар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шағир hыҙланыуы Әҙәбиәт
    Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер ЙОСОПОВҠА – 70 йәш

    Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов хаҡында бер кәлимә яҙырға ниәтләгәс, Максим Горький тураһында замандаштары ҡалдырған бер хәтирәне иҫкә төшөрҙөм. Ул моряктар менән осрашыуға бара. Һүҙ бирелгәс, бер ни әйтә алмай һәм: «Һеҙгә арнап берәй хикәйә яҙырмын», – тигән һөйләм менән сикләнә. Тимер ағайҙы хәтерләтте миңә ошо ҡылыҡ. Ул да, ижады хаҡында уңлы-һуллы һөйләп, һәр ерҙә үҙен пропагандалап, әҙәпһеҙлек күрһәтеп, һәр урынға тығылып йөрөй торған әҙиптәрҙән түгел. Уның тураһында ижады, бигерәк тә шиғырҙары һөйләй. Шәхсән үҙемә һуғыш осорон күргән, унан һуңғы михнәттәрҙе үҙ иңендә татыған быуын вәкиленең тотош ил, халыҡ әсенеүен, һыҙланыуын халыҡсан образдар аша бирә алыуы яҡын.
    Быуындары нығынмаған малайҙарҙың йәшәп өлгөрмәҫ элек ҡартайыуын, ҡатындарҙың һөйөү тулы күҙҙәренән һағыш, юҡһыныу, мәңгелек юғалтыу йәштәре тамыуын, ҙур яуҙан һуң ерҙең үҙенең яраларына түҙә алмай һыҡрауын күрәм, тоям Тимер ағайҙың шиғырҙарында. Салауат батырға, азатлыҡ рухына арналған шиғырҙары афоризм кеүек иҫтә ҡала. Кемдәр генә белмәй хәҙер «Тыуған йылы ғына була уның, үлгән йылы булмай батырҙың» тигән юлдарҙы? Гәзит-журналдарҙа тотош мәҡәләләр, махсус биттәр ошо юлдар менән аталды. Ә улар Тимер Йосоповтың тарихсыларға мөрәжәғәт, тотош халыҡҡа, кешелеккә өндәшеү рәүешендә яҙылған шиғырынан алынған.
    Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповҡа 70 йәш тулыу уңайынан, республика етәкселеге, йәмәғәтселек, ҡәләмдәштәре, матбуғат хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар уны бик ҙурланы. Шағирҙың әҫәрҙәре менән үрелеп барған кисә Тимер ағайҙың үҙе уҡыуындағы шиғыр менән тамамланды. Рәми Ғариповты үҙ остазы тип һанаған Тимер Йосоповтың ижадында ла рухи бунт, бөгөнгө менән килешмәү, иртәгәһе көн өсөн борсолоу, үткәндәр менән ғорурлыҡ тойғоһо ярылып ята. Шағирҙың шиғырын үҙенән дә һәйбәт уҡыған кеше юҡ, тигәнде ишеткәнем бар. Был һүҙҙәр, бәлки, бөтәһенә лә килешеп тә бөтмәйҙер, әммә Тимер ағай хаҡында әйтелгән төҫлө. Халыҡ шағиры шиғырҙарҙы әрнеп, һыҙланып яҙа һәм шул кисереш менән уҡый ҙа. Күңелдәге хис-тойғоноң тауышҡа сығыуы, күңел дөрөҫлөгөнөң һүҙ аһәңе аша яңғырашы ихлас, йылы ҡабул ителә. Ысын ижад шулай була торғандыр. Шағирҙың шиғырҙарына өҫтәп, бер ни әйтәһе түгел, уларҙы уҡырға, тетрәнергә, һиҫкәнергә, йылынырға ғына мөмкин.

    Лариса АБДУЛЛИНА.

    Тимер ЙОСОПОВ «Халҡым ҡала гел бейектә, Яҡынаям ҡояшҡа»
    * * *
    Сейәле лә тауға күтәреләм,
    Ҡояш ҡалҡҡан саҡта ҡыҙарып.
    Юғарыға ҡарай үрләгәндә,
    Аҫҡа төшә бара ҡырҙарым.

    Сейәле лә тауға күтәреләм,
    Тау hуҡмаҡҡайҙары бормалы.
    Яңы ҡалҡҡан ҡояш тороп ҡалды,
    Үҙ нурҙарына үҙе сырмалып.

    Сейәле лә тауға күтәреләм,
    Үләндәрҙә – яҙҙың ысығы.
    Ҡолас йәйеп тауым ҡаршы килә,
    Артҡа шыла бара офоғом.

    Ҡая осҡайында, hай, ҡарт ҡайын,
    Ҡайындарға бында баш ҡайын.
    Кирелеп тә бер баҫыуым була,
    Гел ҡалҡытып ҡуя башҡайын.

    Сейәле лә тауға күтәреләм,
    Күҙ алдымда донъя балҡышы.
    Ҡайырылып бер ҡараhам артҡа,
    Сикhеҙ киңлек киткән ҡалҡынып.

    Сейәле лә тауға үрләгәндә,
    Аҫта күлдәр ята тулышып.
    Быуаттарҙың ялҡындарын
    йоттом,
    Болоттарҙың тойҙом hулышын.

    Тауҙан өҫкә ҡалҡтым,
    Күреп ҡалдым
    Аҫтан ҡалҡып килгән ҡояшты,
    Ер менән күк миңә сат йәбеште,
    Тауым булғас, күккә олғаштым.

    * * *
    Малай булып, ҡара ерҙән
    Килә йүгергеләре.
    Муйыл сәскә атты инде,
    Майҙың егермеләре.
    Тиҫкәренән сыҡты инде
    Елдәрҙең киреләре.
    Ҡарҙарҙың тереләре,
    Майҙың егермеләре.
    Ни булды hуң был миҙгелгә,
    Ни булды hуң көндәргә?
    Аҡ сәскәгә аҡ ҡар яуа,
    Аҡ ҡар ҡуна гөлдәргә.
    Йылдары ниңә аяуhыҙ,
    Көн күҙе йәшкә тула.
    Сәскә тиhәң – ҡар була ла,
    Ҡар тиhәң – сәскә була.
    Ҡарҙар яуа,
    Кейектәрҙең
    Юлы киҫелгән инде.
    Ҡарҙар яуа,
    Әллә күктең
    Төбө тишелгән инде.
    Һалҡын елдәрҙән күшегә
    Хыялым бөрөләре.
    Ишелеп-ишелеп ҡарҙар яуа,
    Майҙың егермеләре.

    * * *
    Әллә инде ҡыуаныстан
    Йәш тығылды тамағыма.
    Аяҡтарым ергә батҡас,
    Йылы инде табаныма.
    Елгенәhе hары майҙай,
    Ирей инде електәрем.
    Тупраҡтан тулған саҡта,
    Итектәрем, итектәрем...
    Серле төштәр күрә микән
    Аҡ томанлы үҙәндәре.
    Аттың ҡолағына еткән
    Яңы ҡалҡҡан үләндәре.
    Әүәлгесә оло ҡояш,
    Бойоҡ hаман ҡарт ай ғына,
    Элеккесә тамаҡ ярмай
    Юл өҫтөндә тартай ғына.
    Ниңә иртә тынды икән
    Бала саҡтың таныштары,
    Сыңғыҙап та китмәй икән
    Һабантурғай тауыштары?
    Ваҡыт ҡалай hөйрәй әле
    Арҡырыға тырмаларын.
    Түңәрәк күл буйҙарында
    Ниңә тынған торналарым?
    Тартай менән был торналар
    Булды икән ҡайҙа ғәйеп?
    Йыhан ҡыуышы тын ҡалған,
    Әйтерhең дә, сыҡҡан мәйет.
    Ни булған hуң яҙҙарына,
    Ни булған hуң көндәренә,
    Тик етемлек төҫө ингән
    Туғайына, күлдәренә.
    Күл өҫтөндә ятҡан ҡояш
    Яна инде ҡара көйөп.
    Тирә-йүнгә күҙ йүгертәм:
    Ҡайҙа торна, ҡайҙа кейек?
    Алдарымда сикһеҙ ялан,
    Ә һауалар шундай бейек.
    Тик мин унда – яңғыҙ торна,
    Тик мин унда – яңғыҙ кейек.

    Яҡынаям ҡояшҡа...

    Еремдә мин – ялан аяҡ,
    Еремдә – ялан башмын.
    Ваҡыт менән икәү ҡалһаҡ,
    Үҙем – баш,
    Үҙем – ҡашмын...
    Үҙ һүҙемде бирмәйем һис
    Еткәндә лә етмешкә.
    Шундай ҡаты ҡағылмағыҙ,
    Һуғылмағыҙ еңмешкә...
    – Елдәр ҡағылыр, – тимәгеҙ,
    Күп һуғылды елдәре.
    Биттәремде ялап үтте
    Яман ялҡын телдәре...
    Ваҡыт утында көйрәтте,
    Күрмәгәнде күрһәтте.
    Көнгә ай тиеп баҡҡанмын,
    Тешләп булмай терһәкте...
    Юлда бер аҙ талдыммы ни,
    Тауҙарыма һалам баш.
    Еремдә мин – ялан аяҡ,
    Әле һаман – ялан баш.
    Үҙ иткәнгәме ҡояшты,
    Эҫе һуҡты был башты...
    Яҙмышымдан уңдым мин,
    Араларҙа туңдым мин.
    Юлым булды ураулы,
    Ат булды ҡыңғыраулы,
    Ә һуҡмағым ҡыраулы,
    Ә һуҡмағым ҡыраулы.
    Тауҙарыма ҡалҡынамын,
    Донъя һыя ҡоласҡа.
    Халҡым ҡала гел бейектә –
    Яҡынаям ҡояшҡа.

    * * *
    Йөрәккәйем урынында түгел,
    Ситлектәнме сыҡмай саҡ тора.
    Уға бары бейеклектәр кәрәк,
    Бейеклектәр минән таптыра.
    Дауыл көҫәй ҙәһә был йөрәгем,
    Киңлектәрҙе әле яра бит.
    Алдыбыҙға баҫа Ҡаратауы,
    Күҙ күреме генә ара бит.
    Ҡаратауым,
    Ғорур Ҡаратауым,
    Һауаларға ашҡан үрҙәре.
    Салауаттың һалған һуҡмаҡтары,
    Рәмиҙең ҡалған эҙҙәре.
    Баш осонда күктәр күкрәтә лә
    Йәшендәре һине һағалай.
    Йәшендәре күкте телеп үтә,
    Йөрәгемде минең дауалап.
    Үкереп тә үткән хәтәр дауыл
    Тауҙарыма терәй моронон.
    Бейеклектә бер тулағас йөрәк,
    Тапты инде,
    Тапты урынын.

    * * *
    Машиналар йылт-йылт итеп
    ҡала,
    Балҡымайса һүнә мәлдәрем.
    – Алға бар! – тип
    Ваҡыт ашыҡтыра,
    Шәптән түгел, ахыры, хәлдәрем.
    – Алға бар! – тип
    Һаман ҡыҫтай Ваҡыт,
    Буран булып баҫа ҡаршыңа.
    – Ауып ҡалһаң,
    Иҫем китмәй, – ти ул, –
    Ары сабам, баҫып башыңа.
    Тик изгелек минең ҡылғандарым,
    Ҡайтарамы әле ҡоноңдо.
    Ваҡыт, – арғымаҡ һин,
    Теҙгенеңдән
    Ысҡындыраһым юҡ ҡулымды.
    – Тояҡтарым минең саҡма саға,
    Ай-йондоҙҙар арттан эйәргән.
    Эйәреңдә генә тыуғанмын да
    Ауырмын мин бары эйәрҙән...
    авторы: Нур | 31 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йүгереп ҡайтыр инем бала сағыма
  • Яҙ – ҡояшһыҙ, ҡояш – яҙһыҙ, ...
  • Хыялымды ысын иткән, ҡалам, Аяҙлана hиндә ө ...
  • БАТЫР РУХЫ
  • Гәзит уҡыусылар ижады
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru