Булыр ир алты йәшендә башмын, тир, булмаҫ ир алтмыш йәшендә йәшмен, тир.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бәхетле инәй
  • Тормош күренештәре
  • «Төндә атыр гөл»
  • Атың булһа, ил таный
  • ЙӘЙҘЕҢ БЕР КӨНӨ...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Шәхси хужалыҡ Яңылыҡтар » Хаттар яҙҙым
    Баҡса пропискаһы
    Ҡаланан ситтә урынлашҡан йорт-ҡуралар, тәғәйенләнештәренә ярашлы, бер нисә төргә бүленә: индивидуаль торлаҡ төҙөү өсөн, шәхси хужалыҡ алып барыу өсөн, дача һәм баҡса участкалары.
    Быға тиклем ер участкаларының бөтә төрҙәрендә лә йорт төҙөп, даими йәшәргә мөмкин булһа ла, баҡса участкаларында «прописка» алырға ярамай ине. Кешеләр йыл әйләнәһенә баҡса йорттарында йәшәгән осраҡта ла унда теркәлә алманы, ҡыҫҡаһы, баҡса йортонан башҡа йәшәргә урыны булмағандар асарбаҡ хәлендә көн итте. Баҡса йорттары менән дачалар араһындағы айырманы ябай кешеләр генә түгел, Федераль миграция хеҙмәтендә лә аңлата алмайҙар, шулай ҙа, закон буйынса, дачаларҙа даими йәшәргә мөмкин ине, ә баҡса участкаларында – юҡ.
    Ошо көндәрҙә Рәсәй Федерацияһының Конституция суды яңы ҡарар ҡабул итте – хәҙер баҡса участкаларында ла «прописка» эшләргә була. Теоретик яҡтан был аңлашыла – тейешле органдарға бараһың да «прописка»ға инәһең. Ә, ысынында, яңы ҡарарҙы тормошҡа ашырыу өсөн әллә күпме ваҡыт һәм төҙәтеүҙәр талап ителәсәк.
    Беренсенән, Конституция судының ҡарарын тормошҡа ашырыу Федераль законға төҙәтеүҙәр индереүҙе талап итә. Ә был инде тиҙ генә тамамлана торған процесс түгел: өс тапҡыр Дәүләт Думаһында уҡырға, Федерация Советында раҫларға һәм башҡалар һәм башҡалар... Әлбиттә, Конституция суды эште оҙаҡҡа һуҙмаҫ өсөн төбәктәргә ошондай кәңәш бирә: улар баҡса участкаларында даими «прописка» эшләү ҡағиҙәләрен урында хәл итергә тейеш, әммә бөтә эш тә федераль кимәлдәге закондарға таянып тормошҡа ашырыласаҡ бит инде.
    Әлегә йәшәү урыны итеп баҡса участкаһын теркәргә теләгән граждандар судҡа ғына мөрәжәғәт итә ала. Яңы ҡарарҙың яйға һалыныуын көтөбөрәк тә торорға мөмкин, әлбиттә.
    Иғтибар итегеҙ: бөтә осраҡтарҙа ла, баҡса участкаһында «прописка» эшләү өсөн, ундағы йорт законлаштырылған булырға тейеш. Әле һаман да был эште еренә еткереп ҡуймағандарға тағы ла бер тапҡыр «дача амнистияһы» хаҡында хәбәр итәбеҙ. Баҡса участкаларын законлаштырыуҙың еңел юлдары хаҡында «Йәшлек» бер нисә тапҡыр яҙҙы инде.

    Тик шулай ҙа...

    Әлегә баҡса участкаларында даими йәшәүҙе теркәү өсөн закондар әҙер түгел. Шулай ҙа бөтә участкаларҙа ла «прописка» эшләп булмаясаҡ. «Өфө тирәһендә ҡайҙа ла булһа «прописка»ға инәйем дә, фатирҙы ҡуртымға алып йәшәрмен әле», – тип хыялланып йөрөп, арзанлы ғына баҡса участкаһы һатып алырға ниәтләнеүселәргә был яңылыҡтың әллә ни файҙаһы юҡ. Ни тиһәң дә, «прописка», ысынлап та, йәшәргә яраҡлы – йыл әйләнәһенә уты, газы, мунсаһы, юлы булған участкаларҙа ғына мөмкин буласаҡ. Таҡтанан ғына төҙөлгән йәйге йорттар йәшәү урыны итеп теркәлә алмай.
    Әлегә проблема тап шуға барып терәлә – баҡса йорттарының ҡайһыһын йәшәргә яраҡлы итеп теркәргә һуң? Торлаҡ кодексында йәшәү урыны итеп теркәлергә тейешле биналарҙы билдәләгәндә һүҙ күберәк ҡала фатирҙары хаҡында бара, дөрөҫөн генә әйткәндә, был кодекс камиллыҡтан бер ни тиклем алыҫ тора.
    Әйткәндәй, яңы ҡарар сит илдән килеп, беҙҙә эшләп йөрөүсе граждандарға ярҙам итмәйәсәк. Баҡса участкаларында Рәсәй граждандары ғына теркәлә ала. Ә гастарбайтерҙарға «прописка» эшләү бөтөнләй икенсе документтар менән хәл ителә, был документтарҙа үҙгәрештәр көтөлмәй.
    Ҡыҫҡаһы, йәшәү урыны итеп баҡса участкаһын теркәп ҡуйырға мөмкинлеге булғандарҙың төркөмө бәләкәй генә булып сыға. Сер түгел – баҡсалар күберәк ҡалала былай ҙа фатиры булғандар мөлкәтенә ҡарай. Йәшәү урыны итеп теркәлеү өсөн бөтә шарттарға ла тап килгән йорттарҙың хаҡы күтәрелеп китеүен дә күҙалларға була.
    Шулай ҙа өмөт бар – йәшәү урыны итеп билдәләнгән урындар арта бит!

    ИҒТИБАР: КОНКУРС!

    Редакциянан. «Йәшлек» гәзитенең 32-се һанында «Был донъяла ниҙәр бар?» рубрикаһында сыҡҡан «Картуфлы фото ебәрә һалығыҙ!» исеме аҫтындағы яңылыҡты уҡығандан һуң, конкурсты «Йәшлек» үткәрә икән, тип яңылышып, хат яҙыусылар бихисап булды. Хаттарҙың башҡа төр йәшелсә-емештәр менән төшкәндәре лә бар.
    Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, дуҫтарыбыҙ! Һеҙ «ҡыйыш атып», тура тейҙерҙегеҙ! «Йәшлек», ысынлап та, ауыл хужалығына арналған конкурс иғлан итә. Әйткәндәй, һеҙ икенсе конкурсҡа төбәп, беҙгә ебәргән хаттар ҙа «Йәшлек» конкурсында ҡатнаша.
    Ауылға арналған конкурстың шарты ябай ғына – бесәнлектә, шәхси хужалығығыҙҙа алған уңыш, малдарығыҙ, умарталарығыҙ, сәскәләрегеҙ менән төшкән фотоларығыҙ бар икән – аҙ ғына аңлатма яҙып, «Йәшлек»кә ебәрегеҙ. Конкурс 2008 йылдың 30 ноябренә тиклем дауам итәсәк. Бүләктәр һәр ваҡыттағыса шәп – сифатлы көнкүреш техникаһы буласаҡ.
    Ситтә ҡалмағыҙ, ҡатнашығыҙ: һеҙҙән – фото, беҙҙән – бүләк!

    «Негритянка» үҫтерәбеҙ!

    «Йәшлек» гәзитенә Ҡырҙас ауылына килен булып төшкәндән алып, бөтә ғаиләбеҙ менән яҙылабыҙ, бигерәк тә хикәйәләрҙе яратып уҡыйбыҙ.
    «Йәшлек»тә картуфҡа арналған конкурс үтә икәнлеген белеп ҡалғас, үҙебеҙҙең уңыш менән уртаҡлашып, фото ебәрергә булдым. Был картуфты «негритянка» тип йөрөтәбеҙ, ул ҡараһыу-күк төҫтә. Ғәжәп хәл инде – баҡсабыҙҙа тик ошо картуф ҡына уңа, йыл һайын шуны сәсәбеҙ, ә башҡа орлоҡтарҙың йүнле уңыш биргәне юҡ. Күршеләр беҙҙән орлоҡ алып сәсеп ҡарай, «негритянка» бер кемдә лә уңмай, ваҡ була. Ә беҙҙә, киреһенсә, вағы булмай ҙа тиерлек. Беҙҙең ғаилә өсөн генә уйлап сығарылған картуф тиерһең! Ҡыҫҡаһы, 25 күнәк сәсәбеҙ ҙә, 240 – 250 күнәк йыйып алабыҙ.
    Картуф уңғас, һатырға ла ҡала – көҙөн Магнитогорск ҡалаһына алып барабыҙ, урыҫтар ябырылып, яратып ала, беҙҙең «негритянка»ны «цыганочка» тип тә атап ҡуялар, шулай ҙа бирешмәйбеҙ, «негритянка» тибеҙ, икенсе исем бирһәләр, ҡото китер, тип ҡурҡабыҙ.
    Әйткәндәй, был картуф шул тиклем тиҙ бешә, ашҡа һалма менән бергә һалырға кәрәк, юҡһа, иҙелә лә ҡуя.
    Конкурста еңһәк, шәп булыр ине, өй күтәрергә торабыҙ, быға тиклем «Таҡмаҡтар» конкурсында ла еңгәс, дәрт тә, өмөт тә ҙур!

    Таңсулпан.Әбйәлил районы,
    Ҡырҙас ауылы.

    Түтәлдә – редис
    Нисек ашарға?


    Тышын әрсеп ашау витаминдарының юғалыуына килтерә, тимәк, йәшелсәне матурлап таҙартып ҡына ашарға кәрәк. Әйткәндәй, редистан әллә күпме заманса, тәмле аҙыҡтар әҙерләргә мөмкин, уларҙың бер нисәһенең рецебын тәҡдим итәбеҙ.

    «Редис», – тип әйтеү менән иҫкә иң тәүҙә билдәле комедиялағы: «Редиска – нехороший человек», – тигән лаҡап килеп төшә. Тик был лаҡап бер ҙә генә лә редис – насар йәшелсә, тип уйларға нигеҙ бирмәй. Был йәшелсәнең тамыры ғына түгел, япраҡтары ла ашарға яраҡлы, организм өсөн файҙалы. Редисты асыҡ тупраҡҡа апрель аҙаҡтарында уҡ ултыртырға мөмкин.
    Редис сәскәндән һуң 30 – 45 көндән өлгөрөп етә, шуға ла уны бер миҙгелдә ҡабат-ҡабат ултыртырға була. Бер ҡараһаң, уны үҫтереүҙең бер ауырлығы ла юҡ кеүек, шулай ҙа бөтә йәшелсәләр кеүек үк, уның да наҙлы, үҙенсәлекле яғы бар.
    Иң тәүҙә, редис үҫкән түтәлдәр ҡояшҡа ҡарап торорға тейеш. Әйткәндәй, был йәшелсә күсереп ултыртыуға бер ҙә ҡаршы түгел, яңы урынға тиҙ генә ылығып, артабан үҫеп китә. Баҡсаһында уңышты химикаттар ҡулланмай ғына үҫтерергә теләүселәр редис сәселгән түтәлгә ағас көлө, күпләп тиреҫ индерә ала. Ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолоу өсөн үҫемлектәргә һарымһаҡ төнәтмәһе, тәмәке туҙаны һәм көл һибәләр.
    Ә инде баҡсаһында урынды экономияларға тырышҡандар редисты кишер, һуған түтәлдәренең ситенә сәсә ала. Ул тиҙ үҫеп еткәс, башҡа йәшелсәләрҙе ҡыҫырыҡлап өлгөрмәйәсәк.
    Редис орлоҡтары 1,5 – 2 сантиметр тәрәнлеккә сәселә, йәшелсә артыҡ эре түгел, шуға ла үҫемлектәрҙең араһы 4 – 5 сантиметр ғына булыуы ла етә.
    Йәшелсәне әллә ни оҙаҡ һаҡлап булмай, һыуытҡыста ул дүрт көн тәмен дә, сифатын да юғалтмай тора ала. Ә инде япраҡтары ҡырҡылған, герметик ҡапҡа һалынғандары ике аҙна тирәһе һаҡлана.
    Редистың һабаҡтарын, япраҡтарын салат эшләгәндә, аш бешергәндә ҡулланырға була, бик тәмле килеп сыға.
    Редисты шулай уҡ ҡатыҡ менән окрошка әҙерләгәндә күпләп ҡулланырға мөмкин. Ғөмүмән, был йәшелсә һөт аҙыҡтары менән бик дуҫ, уларҙы ҡушып ашау тәмле лә, организмға ла файҙалы.

    Һыҫала менән салат

    5 – 6 редис, 10 ҡыҫала, йәшел һуған, йәшел тәмләткестәр, 2 – 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ.
    Ҡыҫаланы бешерергә, уның ашарға яраҡлы өлөшөн бысаҡ менән ваҡларға. Редисты түңәрәкләп ҡырҡырға, уға һуған, тоҙ һалып бутарға, ҡыҫала итен ҡушып, өҫтөнә ҡаймаҡ ҡойорға. Салаттың өҫтөнә ҡыҫаланың ыуылдырығын, йәшел тәмләткестәрҙе һибергә.

    Ҡаймаҡлы салат

    5 – 6 редис, 1 йомортҡа, ярты стакан ҡаймаҡ, әнис, петрушка.
    Редисты йыуырға ла йоҡа ғына итеп түңәрәкләп ҡырҡырға. Бешерелгән йомортҡаның һарыһын айырып алып, ҡаймаҡ, тоҙ менән бергә иҙергә, ошо массаға редисты, ваҡлап туралған йомортҡа ағын hалып бутарға. Салаттың өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә.
    авторы: Нур | 22 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Тиҙҙән дачала теркәлергә мөмкин буласа& ...
  • Шәхси хужалыҡ
  • Тере витамин – үләндәрҙә ул
  • Яҙ етте, яҙ!
  • Донъя малы ҡәҙерле
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru