Иренсәктең эше ике.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Тотош дәүер ҡала офоҡта
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • [b]ҺАБАНТУЙҘАР ГӨРЛӘР САҠ ЕТӘ[/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Усағында, йөрәгендә – Һүнмәҫ уттар, Сәйетбаба» Мәҙәниәт
    Рухи Мәккәм, ҡиблам минең –
    Сәйетбабам, үҙең генәһең,
    Ихласланып, ҡапҡаларың асып,
    Гүйә, ҡаршы йүгереп киләһең,
    Ҡосағыма һарылып инәһең, –
    Көтә белгәс, ҡайта белгәндәрҙең
    Ҡәҙерҙәрен, ауылым, беләһең.
    Гөлнур ЯҠУПОВА.
    Бай тарихлы еренә, эсер һыуына, урман-тауҙарына ата-бабаларыбыҙҙың рухы, көс-ҡөҙрәте, тәрән аҡылы һеңгән хозур тәбиғәт ҡосағындағы был ауылдан тамыр алған һәр кемдең дә күңеле ижад моңо менән тулы булыуы тәбиғи кеүек тойола. Һәм киреһенсә булыуы мөмкин дә түгелдер, күрәһең. Донъялағы иң ҙур һәм боронғо башҡорт ауылдарының береһе Сәйетбаба – асылда милләтебеҙҙең бөгөнгө һәм киләсәктәге йәшәйеш үҙенсәлектәрен асыҡ күҙ алдына баҫтырырға булышлыҡ итерҙәй мөһим этник-мәҙәни үҙәк ул. 2003 йылда БР Президенты Указы менән Сәйетбаба ауылының башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге итеп иғлан ителеүе лә үрҙә әйтелгән һүҙҙәрҙе дәлилләгән шикелле, ауылдың үткәненә тейешле баһа биреп, милли мәҙәниәтебеҙҙе, милли аң-рухыбыҙҙы, асылыбыҙҙы һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү, йәштәрҙе тәрбиәләү йәһәтенән бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә яҡты өмөттәр бағлай, мәртәбә өҫтәй, тимәк.
    Башҡортостан тарихында ҙур урын алып торған шәхестәрҙе үҫтергән, таланттарға бай Сәйетбаба ауылы бөгөн дә үҙенең ул-ҡыҙҙары менән ғорурлана, башҡаларға үрнәк була ала. Шулай булмаһа, был ауыл халҡы төбәктең рухи-мәҙәни тормошон, милли кәсептәрҙең һәм шөғөлдәрҙең күсәгилешлеген, дөйөмләштереп әйткәндә, күңел торошон сағылдырыусы сығыштары менән баш ҡалабыҙҙың Конгресс-холл бинаһында ҙур бер тамаша күрһәтергә тип дәррәү күтәрелер инеме
    АУЫЛДЫҢ САЛ ТАРИХЫ БАР
    Сәйетбаба – яҡынса 300 йыллыҡ тарихҡа эйә булған республикалағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Был тирәлә элек-электән Кесе Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән. Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, кесе табындарҙың йәйләүҙә мал көтөүҙән ултыраҡ тормошҡа күсеп йәшәй башлауҙары ХVIII быуат баштарына тура килә. Сәйетбаба ауылына ла ана шул осорҙа нигеҙ һалынған. Ауылдың икенсе исеме – Мырҙаҡай. Сәйетбаба менән Мырҙаҡай икеһе – бер туған тарихи шәхестәр. Улар икеһе лә Өйә йылғаһы буйына ауыл нигеҙләгән һәм һуңғараҡ был ауылдар ҙурайып, бергә тоташҡан.
    Башҡа ауыл кешеләре кеүек Сәйетбаба халҡы ла, башлыса, малсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән шөғөлләнгән, ағастан яһалған төрлө йыһаздар, тирмән таштары, сарҙар эшләп һатҡан. ХIХ быуат аҙағында ауылда ике мануфактура, дүрт аҙыҡ-түлек кибете булған, һәр кесе йома һайын баҙар уҙғарылған, һыу тирмәне эшләгән. ХХ быуат башын барлағанда инде ауылдағы өс мәсеттең икеһе эргәһендә ике мәҙрәсә һәм мәктәп эшләгәне билдәле.
    1937 йылдан ете йыллыҡ мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Жәлил Кейекбаев – мәктәп директоры, күренекле яҙыусы Сәғит Агиш уның урынбаҫары булып эшләй. 1969 йылда белем усағына Жәлил Кейекбаев исеме бирелә.
    Ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәр – төбәктең, халҡыбыҙҙың һынмаҫ терәге лә, ғорурлығы ла. Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вахитов, Кәбир Аҡбашев, Гөлнур Яҡупова, Лира Фәйзуллина, Ғиниәт Ҡунафин, Әбүбәкер Ишмырҙин, Мәҡсүт Шәйхолов һәм башҡа шәхестәрҙе, ғалимдарҙы, атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен ауылдың күркәм һәм сағыу биҙәге тип атарға мөмкин.
    Бөгөн иһә Сәйетбабала 620-нән ашыу йортта 2000-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡы ҡортсолоҡ, ҡул эштәре, малсылыҡ менән шөғөлләнә.
    ТЕЛӘКТЕҢ МӨМКИНЛЕК МЕНӘН
    ТАП КИЛЕҮЕ


    «Усағында, йөрәгендә – Һүнмәҫ уттар, Сәйетбаба»Сәйетбабала элек-электән аң-белемгә, мәҙәниәткә ынтылған итәғәтле, иманлы халыҡ йәшәгән. 2004 йылда ауыл уртаһында күркәм социаль-мәҙәни комплекстың барлыҡҡа килеүе лә үҙе бер ваҡиға булды, ти, быға тиклемге ағас мәҙәниәт йортоноң күп халыҡ өсөн ҡыҫынҡы булыуын билдәләгән ауыл халҡы. Яңы бинала ауыл китапханаһы, концерт залы, спорт залы, ауыл хакимиәте, тарихи-мәҙәни үҙәк, ҡышҡы баҡса, тыуған яҡты өйрәнеү музейы урын алған.
    «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәге бүлмәһендә урындағы халыҡтың нәҫел-нәсәбе, арҙаҡлы шәхестәре, башҡорт халҡының мәҙәниәте, кәсептәре тураһында мәғлүмәт тупланған, ҡул эштәре күргәҙмәhе ҡуйылған. Ауылдың рухиәте һағында тороусы тарихи-мәҙәни үҙәк етәксеһе Рәзим Мәүлетҡоловтан баш ҡалала сығыш яһарға нисек йөрьәт итеүҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ.
    – Баймаҡ районының Буранбай, Йылайыр районының Юлдыбай ауылы таланттары баш ҡалабыҙҙың күркәм биналарының береһендә – Конгресс-холда сығыш яһағас, үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнау еткәндер, беҙгә лә сират, тиеп, сығыш яһарға дәррәү әҙерләнә башланыҡ. Башҡаларға үҙебеҙҙең ауылыбыҙҙың милли-мәҙәни йөҙөн, рухи асылын күрһәтерлек өлгөләребеҙ бар. Тағы ла шуныһы мөһим – теләктәребеҙ менән мөмкинлектәр ҙә тап килде бит, – тине ул.
    Ысынлап та, «Өләсәйем доғалары», «Ил ырыҫы – ирҙәрҙә» кеүек күләмле саралар үткәндән һуң ауыл халҡында, баш ҡалала сығыш яһарға, тигән уй тыуа һәм ойоштороу мәлдәрен аныҡлағандан һуң, сараға әҙерлек башлана. Ижади коллективтар сәхнәгә сығырға әҙерләнһә, башҡалар күргәҙмәләр ойоштороу менән мәж килә.
    Әйткәндәй, күргәҙмәләр ҙур урын алып торасаҡ. Сигеү, бәйләү, умартасылыҡ, ағастан йыһаздар эшләү – ата-бабаларыбыҙ кәсептәренең ысынбарлыҡта нисек башҡарылыуы күрһәтеләсәк. Ололар янында ҡул эштәрен балаларҙың да өйрәнеп ултырыуы – боронғо кәсептәрҙең күсәгилешлеге, йәш быуынға тапшырылыуы хаҡында һөйләйәсәк, ти «Сәйетбаба» тарихи-мәҙәни үҙәгенең методисы Рәүилә Лоҡманова.
    Ауылда балаҫ һуғыу йолаһының һаҡланыуы, ағастан эшләнгән станоктарҙың булыуына хайран ҡалырлыҡ. Турпыша, көйөҙ (келәм) кеүек балаҫ һуғыу станоктарының үҙенә күрә генә серҙәре, нескәлектәре бар икән.
    Кәсептәрҙе күрһәтеү менән бер рәттән, фоторәсемдәр һәм ауыл рәссамдарының картиналары күргәҙмәһе лә буласаҡ. Илдар Шәйәхмәтов, Юнир Ҡунафин, Айгөл Байбулдина кеүек ижад оҫталарының hүрәттәре Конгресс-холды биҙәйәсәк.
    – Концерт программаһында ауылыбыҙҙың төрлө йүнәлештәге ансамблдәре ҡатнашасаҡ, – ти ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Рәзилә Фәттәхова. – Әлфиә Байбулдина етәкселегендәге хор, төбәк таҡмаҡтарын һәм бейеүҙәрен генә башҡарыусы «Асанай» фольклор төркөмө, ҡурайсылар ансамбле (27 кеше), ҡумыҙсылар ансамбле (21 кеше), баянсылар ансамбле (13 кеше) сығыш яһаясаҡ. Күптән түгел Сәйетбаба ауылындағы 80 йәшлек туғыҙ бабайҙың юбилей кисәһен үткәрҙек. Бабайҙар шунан һуң тоҡанды ла китте, хәҙер бабайҙар ансамбле лә барлыҡҡа килде. Инде күп йылдар «Мөнәжәт» тип аталған әбейҙәр ансамбле лә мәртәбәле сараға йәлеп ителде.

    БЕЛЕМЛЕ – АРЫҪЛАНДАЙ КӨСЛӨ

    Китап ҡәҙерен белгән милләт үҙенең телен, мәҙәниәтен, тарихын онотмаҫ. Ләкин, үкенескә күрә, күп кенә ауылдарҙа һуңғы йылдарҙа телекоммуникация үҫешеп китеү сәбәпле, халыҡ башҡа мәғлүмәт сараларын үҙ иткән осорҙа, ауыл китапханаларының эше һүрелеп ҡалғандай, уларға кеше бик һирәк йөрөй башланы. Әммә Сәйетбаба ауылы китапханаһына ҡарата был һүҙҙәр бер ҙә тура килмәй. Сөнки был төбәктә китаптың абруйы, ҡөҙрәте үҙ көсөн юғалтмаған. Халыҡ һаман да эркелеп китапханаға йөрөй, әҙәби-нәфис әҫәрҙәр уҡырға ярата, ти китапханасы Илһөйәр Мортазина.
    – Яңы бинаға күскәс, китап базаһын туплау ҙа, уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү ҙә еңеләйҙе. Әле китапханала 12000 дана китап иҫәпләнә, милли матбуғаттан да өҙөлгәнебеҙ юҡ, даими алдырабыҙ. Тәғәйен темаларға махсус папкалар эшләү ҙә йәнле бара. Әммә техник йыһазландырыуҙың әлегә тейешле кимәлдә булмауы эштәрҙе тотҡарлай, – ти ул.
    Бынан тыш, Илһөйәр Шамил ҡыҙының балалар баҡсаһына барып, кескәйҙәрҙе яңы китаптар менән даими таныштырып барыуын, уларҙы әкиәттәр менән һөйөндөрөүен, китапханала осрашыуҙар ойоштороуын да билдәләмәйенсә булмай. Китапханаға, китапҡа ҡарата һөйөү ошолай бәләкәйҙән тәрбиәләнһә, киләсәктә йәштәрҙең китапханаға юлды онотмаясағына, китапты хөрмәт итеүенә, уҡыясағына өмөт бар.
    Әйткәндәй, китапханасы йыл һайын иң күп китап уҡыусыны ла билдәләй һәм тәбрикләй икән. Былтыр, мәҫәлән, ололар араһынан Тәлғәт Килмөхәмәтов, ә уҡыусыларҙан Алина Ғәзизова иң күп китап уҡыусы булараҡ билдәләнгән.

    ОҪТА ҠУЛЛЫ ҒАЙСА

    Ғайса Ғәлин тураһында ауылдаштары, ысын ағас оҫтаһы, ти. Уның ҡулдарында ағастың бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, йомшаҡ ҡына бөгөлөп-һығылып тороуына, затлы йыһазға әүерелеүенә хайран ҡалырлыҡ. Әйтерһең дә, оҫта һәр ағастың барлыҡ нескәлектәрен, характерын белеп, хатта уның менән уй-фекер кимәлендә аралаша төҫлө.
    Беҙ барғанда ла ул йәһәт-йәһәт хәрәкәттәр менән муйыл ағасының ботаҡтарын бөгөп, ултырғыс эшләй ине. Ағас ботаҡтарын шул тиклем бөгөүенә бына-бына һынып китер кеүек, әммә улар, алдан һөйләшелгәнме ни, тауыш та сығармай.
    Был һөнәрҙе Ғайса ағай Шәрәфи бабаһынан өйрәнеп алған. Инде икенсе йыл ошо шөғөлгә ныҡлап тотонған. Ултырғыстар, саналар, һандыҡтар, арбалар эшләп һатыу уның төп килем сығанағына әүерелгән. Йәйен инде был шөғөл менән булышыу ҡатмарлаша.
    – Муйыл ботаҡтарын көҙҙән үк йыйып ҡуям. Ҡышын ҡарҙа дымланып ятһалар, уларҙы һыуҙа тоторға ла кәрәкмәй, еңел генә бөгөлә. Ниндәй формаға һалаһың, шулай ҡата ла ҡуя һәм бына ошондай уңайлы ла, еңел дә, зауыҡлы ла әйберҙәр килеп сыға, – ти оҫта, әле тулыһынса эшләнеп бөтмәгән ултырғысҡа күрһәтеп.
    Әйткәндәй, Ғайса ағайҙың эштәре Конгресс-холда үтәсәк саралағы күргәҙмәләрҙә лә үҙ урынын табасаҡ.

    ЙӘШӘГӘН, ТИ, БАЙБУЛДИНДАР...

    Ауылда һәр ғаиләлә тиерлек сәнғәткә ғашиҡ кеше йәшәй. Йырламаһа – бейергә әүәҫ, бейемәһә көй сығара, ҡул эше менән булыша йә шиғыр яҙа. Ауыл, район, республика кимәлендә танылыу яулаған Байбулдиндар – ижади ғаилә.
    Байбулдиндарҙың ғаилә ансамбленең нигеҙендә инде оло йәшкә еткән, әммә һаман да дәрт осҡоно сәсрәтеп, сәнғәткә тоғролоҡ hаҡлаған Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ханнан олатай менән Рауза инәй булыр.
    Ханнан Закир улын тәбиғәт үҙе үк ижад кешеһе итеп яралта. Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлағас, ул тыуған ауылында музыка буйынса беренсе белгес була. Йәштәр менән эшләүгә 35 йыл ғүмерен арнай. 75 кешенән торған хор ойоштороп, заманында күп сәхнәләрҙе дер һелкетә.
    – Сәнғәткә һөйөүем әсәйемдән, олатайымдан, өләсәйемдән киләлер. Улар сәхнә шаулатып йөрөмәһәләр ҙә, йыр-моңға әүәҫ кешеләр ине, – ти ижад шишмәһенең инешен билдәләгән олатай.
    Уның тормош иптәше Рауза инәй һөнәре буйынса инглиз теле уҡытыусыһы булһа ла, күңеле менән ул да йыр-моңға ғашиҡ кеше. Байбулдиндар ғаиләһендәге ижади мөхит балаларын да сәнғәткә ылыҡтырыуҙа ҙур йоғонто яһай. Дүрт ҡыҙ һәм бер ул – барыһы ла сәнғәткә мөкиббән.
    – Балаларым ҡарында уҡ музыка тыңланы, милли йыр-моңға әүрәне. Ҡыҙым йәш ярым саҡта уҡ, йүнләп һөйләшә белмәһә лә, ишеткән йырын көйләп йөрөй торғайны. Шунан һуң балаларҙың да сәнғәтте үҙ итеүҙәренә ғәжәпләнерлек түгелдер, – ти Рауза инәй.
    Байбулдиндарҙың балалары ғына түгел, хатта кейәүҙәре һәм килендәре лә йыр-моңға әүәҫ, ғаилә ансамблендә әҫәрләнеп сығыш яһайҙар. Ейән-ейәнсәрҙәренең йырлап, бейеп, шиғыр һөйләүҙәрен әйтеп тораһы ла түгел.
    Ғаилә ансамбле нисек барлыҡҡа килгән һуң
    – Уйламағандан төҙөлдө ул, – ти Ханнан олатай. – Быға тиклем айырым-айырым сығыш яһап йөрөй торғас, ғаилә ансамблдәре барлығы тураһында ишетеп ҡалдыҡ һәм, һеҙгә лә ғаилә ансамбленә берләшергә кәрәк, тигән этәргес көс тә булғас, барлыҡҡа килде. Шунан алып күп сарала, фестивалдә сығыш яһаныҡ, бөтә ерҙә лә беҙҙе ҙур алҡыштар менән оҙаттылар. Сөнки, минең фекеремсә, ғаилә ансамбле сығыштарында халыҡсанлыҡ, ябайлыҡ һәм шул уҡ ваҡытта бөйөклөк, берҙәмлек сағыла. Әле был ансамблдең составы 18 кешенән тора.
    «Мең йыллыҡ сатында», «Ғаилә мозаикаһы», «Һаумы, XXI быуат!» кеүек фестивалдәрҙә, баш ҡала көндәрендә, хатта БР Президентының инаугурацияһында ҡатнашырға өлгөргән улар.
    Улдары Илһамдың да ижад даирәһе бик киң булып сыҡты. Берҙән, ул ғаилә ансамбле өсөн көйҙәр яҙа, икенсенән, үҙе ҡурай оҫтаһы, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге конкурстарҙа ҡатнашып, гран-при яулаусы, өзләү буйынса беренсе урын алыусы ла, «Оҙон көй» фестивалендә юғары баһаға лайыҡ булыусы ла. Бынан тыш, ул музыка ҡоралдарын эшләүгә лә оҫта икән, ҡурай ҙа, думбыра ла эшләп, халыҡ музыка ҡоралдарының таралыуына тос өлөш индереүсе лә, шул уҡ ваҡытта Сәйетбаба мәктәбендәге музыка филиалының ҡурай бүлеге педагогы, уҡыусыларҙы ҡурайҙа уйнау серҙәренә төшөндөрөүсе лә. Бар яҡлап та талантлы егеттең кәләше Гәүһәрҙә лә ижад ҡомары баҙлай. Ул ғаилә ансамбленә бейеү һалыусы. Әйтәһе фекерҙе хәрәкәттәр ярҙамында халыҡҡа дөрөҫ еткерә белә ул, ти килене менән ғорурланыуын йәшермәгән ҡайныһы.
    Оло ҡыҙҙары Әлфиә Байбулдина әсәһе һөнәрен үҙләштергән һәм әле мәктәптә инглиз теле дәрестәрен алып бара. Йырларға ярата. Күптән түгел «Туған моңдар» тапшырыуында сығыш яһап ҡайтҡан. Атаһының хор ойоштороу һәләте ҡыҙына ла күскән тип әйтер инем, уның етәкселегендәге хор район күләмендәге сараларҙа ҡатнашып, танылыу яулаған.
    – Ғаилә ансамбленең төп маҡсаты – ул ауылыбыҙҙың намыҫын яҡлау, абруйын күтәреү. Шуға ла берәй сараға саҡырһалар, иң тәүҙә ауылыбыҙҙың йөҙөн тейешле кимәлдә күрһәтеү тураһында уйлайбыҙ, – ти Әлфиә апай.
    Икенсе ҡыҙҙары Зөлфиә – Красноусол ҡасабаһында балалар баҡсаһы мөдире, Индира – эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, кесе ҡыҙҙары Айгөл Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика бүлегендә 4-се курста белем ала.
    Байбулдиндар ғаиләһенә һоҡланмау мөмкин түгел. Йырлайҙар ҙа, бейейҙәр ҙә, ҡурайҙа ла уйнайҙар, өзләйҙәр ҙә, хор ҙа ойошторалар, телетапшырыуҙарҙа, фестивалдәрҙә, конкурстарҙа ла ҡатнашырға өлгөрәләр, музыка ҡоралдарын эшләүгә лә әүәҫтәр – тәбиғәттең был тиклем һәләттәрҙе йәлләмәйенсә бер ғаиләгә генә өләшеүе үҙе бер мөғжизә кеүек.

    ЙҮНЕН ТАПҠАН – БӘХЕТЛЕ

    Сәйетбаба ауылы бөгөн дә гөрләп тора. Йәштәр ергә ереккәс, ул әле лә ҙурая, күркәмләнә, яңы урамдар барлыҡҡа килә. 2004 йылдан бында газ үткәрелә башлаған.
    Йәш ғаиләләр күптән түгел барлыҡҡа килгән Сәғәҙи Камал урамында йорт һалыу, кәртә-ҡура төҙөү мәшәҡәте менән мәшғүл. Урам буйынса газ торбалары һуҙылған, тиҙҙән улар йәштәрҙең өйҙәренә йылылыҡ та алып килер. Балаларҙың сыр-сыу килеүе урамды тағы ла йәнләндереп ебәргәндәй. Бәхет өсөн тағы нимә кәрәк? Әлбиттә, яратҡан эшең булыуы шарт. Күпселек ауылдарҙағы кеүек, килемле генә эш табыу мәсьәләһе Сәйетбабаны ла урап үтмәгән. Шул сәбәпле, ғаилә башлыҡтары йә ситкә сығып китергә мәжбүр, йә ауылда үҙ йүнен таба. Үҙ йүнен, тигәс, бында һуңғы арала умартасылыҡ шөғөлө менән булышыусылар һаны артҡан. Һәр икенсе йортта тиерлек ҡорттар бар. Һәм был башланғыс ҡына әле, тип билдәләй ауыл халҡы. Күпселек умартасыларҙың төп килеме бөгөн татлы ризыҡтан ғибәрәт. Мәҫәлән, йәш ғаилә башлығы Әлфир Фәхретдинов ҡаҙанлыҡта – оператор, ҡатыны Әлиә иһә урындағы автостанцияла кассир булып эшләһә лә, бөтә ҡарап торған көндәре нәҙекәйбилдәрҙә.
    – Бына ошо йортто һалып сығырға бал ҡорттары ярҙам итте. Әле бына газ үткәреү өсөн талап ителәсәк сығымдарҙы ҡаплау уларҙың иңенә төшәсәк. Ауылда эш юҡ, производство булһа, йәштәр рәхәтләнеп эшләр, ситкә китмәҫ ине, – ти Әлфир.
    Күршеләре – Миңһылыу менән Азамат Абдуллиндар – ике бала тәрбиәләй. Ғаиләһен аҡса менән тәьмин итеү өсөн Азамат Себерҙә эшләй. Ауылдаштары, уны – тырыш, ғаиләһен уңған, үҙ йүндәрен үҙҙәре күрә белә, ти.
    Ошонда уҡ йорт һалып сыҡҡан Сабитовтар ғаиләһе лә үҙ йүнен тапҡан: Наил механизатор, кәләше Рәшиҙә шәфҡәт туташы, ике бала тәрбиәләйҙәр. Артабанғы йортта йәшәүсе урмансы-техник Урал Фәттәхов тормош иптәше Миңлегөл менән өс бала үҫтерә, шулай уҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Шундай егәрле лә, уңған да, һәләтле лә, дәртле лә халыҡ йәшәй Сәйетбабала.
    Һүҙебеҙҙе йомғаҡлап, Сәйетбабаны – тотош Башҡортостандың этник-мәҙәни, ижтимағи-сәйәси, иҡтисади үҫеш үҙенсәлектәрен һәм кимәлен сағылдырған ауыл, тиһәк, hис яңылышмабыҙ. Төбәк үҙенең аң-зиһенле, алдынғы ҡарашлы халҡы, республикала танылыу яулаған таланттары, илгә биргән арҙаҡлы шәхестәре, ата-бабаларыбыҙ кәсептәре менән шөғөлләнеүсе кешеләре, дөйөм бер милли йөҙө менән айырылып тора. Башҡалар менән бер сафтан Сәйетбаба халҡының да һоҡландырырлыҡ, тирә-йүнде аптыратырлыҡ, күҙ яуын алырлыҡ зауыҡтары, башҡарған эштәре, ижадтары лайыҡлы баһаланырына ышанабыҙ.
    Вадим ХӘБИРОВ.
    авторы: Нур | 10 апреля 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Уның тормошонда илебеҙ яҙмышы сағылды
  • Үәт, исмаһам, бутҡа!
  • Изге кешенең рухы ла изге
  • Маҡсаттарығыҙ уң булһын, Сәйетбабалар!
  • Ауылса ихласлыҡ менән
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru