Йөк ауырын наркүтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Үҙ эшен яратып башҡара[/b]
  • Хәҙистәр
  • Май
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Ураҙа ғәйетендә өс көн ял итәбеҙ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Режиссерҙың һуңғы эше Мәҙәниәт
    Хәтер

    «Беҙҙең Зәйнәб» фильмын режиссер Әмир Абдразаҡов Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан әҙерләгәйне. Fинуарҙа төшөрөлөп бөткән фильмдың февралдә «Родина» кинотеатрында исем туйы ла үтте. Кем уйлаған «Беҙҙең Зәйнәб» режиссерҙың тамамланған һуңғы эше булыр тип?
    Ошо көндәрҙә «Башҡортостан» киностудияһында фильмды журналистар хөкөмөнә тәҡдим итеп, шунда уҡ күренекле башҡорт режиссеры Әмир Абдразаҡовты иҫкә алдылар. Киностудияның директоры Айбулат Юнысов: «Әмир ағай был эшенә йәштәрҙе лә йәлеп итеп, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Ул Башҡортостанда кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Шуға күрә киләсәктә киностудияға уның исемен биреү хаҡында ла уйлайбыҙ. Ә бөгөн кино төшөрөүсе ойошманың айырым үҙ бинаһын булдырыу менән янабыҙ», - тине.
    «Беҙҙең Зәйнәб» фильмы - ул оло әҙибәнең тормош юлына, ижадына киң ҡоласлы ҡараш. Унда яҙыусының тыуған көнөнән алып һуңғы минуттарына тиклем, барлыҡ ижад ғүмеренә байҡау яһалған, әҫәрҙәренән өҙөктәр бирелгән, шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарыла. Киностудия хеҙмәткәрҙәре был фильмды әҙибәнең тыуған яғы - Күгәрсен районында ғына түгел, ә республика райондары буйлап күрһәтеп сығырға, Мәғариф министрлығы менән берлектә мәктәптәргә дәрестә файҙаланыу өсөн ҡулланма булараҡ таратырға ниәтләй. Фильмда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы фондында һаҡланған кадрҙар, әҙибә хаҡындағы тапшырыуҙарҙан өҙөктәр ҙә файҙаланылған. Бай мәғлүмәтле был документаль әҫәр яҙыусының көрәшсе, ғорур образын күҙ алдына баҫтыра. Башҡорт телендә барған фильмды рус телендә сығарыу ҙа күҙаллана.
    Режиссер Әмир Абдразаҡов улдары Илдар менән Асҡар хаҡында рус телендә «Крылья мои» документаль фильмын әҙерләй башлаған булған. Донъя сәнғәтенең күренекле опера йырсылары хаҡындағы картинаны «Башҡортостан» киностудияһы хеҙмәткәрҙәре аҙағына тиклем еткереп, үҙәк телеканалдарға ла тәҡдим итергә уйлай.

    Л. АБДУЛЛИНА.
    авторы: админ | 29 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Яҡшыға өмөтләнеп, алға юл ярабыҙ
  • Бүләктәре ҡыҙыҡ булмаҡсы
  • «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» экранға сыға
  • Төрлөһө
  • Башҡорт киноһы - бөгөн һәм иртәг& ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru