Бармаҡ тоя белмәһә, ҡул ҡоя белмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Йәш быуынды күренекле шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләйек
  • [b]Тарих киләсәккә юл яра[/b]
  • Еңде лә, шәфҡәтлелек тә күрһәтте
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорттоң бөйөк шәйехе Башҡортостан
    Ғалим, әүлиә, күренекле дин әһеле Зәйнулла Рәсүлевтың тыуыуына – 175 йыл


    Башҡорт халҡы араһынан сыҡҡан Ислам дине белгесе, әүлиә булараҡ дан ҡаҙанған бөйөк шәхес Зәйнулла Рәсүлевтың (20.03.1833 – 02.02.1917) беҙҙең милләттәшебеҙ булыуы – оло ғорурлыҡ ул. Зәйнулла ишан XIX быуат һуңында һәм ХХ быуат башында милләтебеҙҙең рухи тәрбиәсеһе булып, милли аң, мәҙәниәтебеҙ үҫешенә бик ҙур йоғонто яһаған. Ислам донъяһында, төрки халыҡтар араһында башҡорт халҡының данын, абруйын юғары күтәргән, башҡаларға танытҡан.
    Троицк ҡалаһындағы мәҙрәсәлә уҡытҡан Зәйнулла Рәсүлевҡа һәр тарафтан килеп ғилем алғандар. Шәкерттәр, мөриттәр Урта Азиянан, Кавказдан да килеп уҡыған һәм бөтәһе лә тиерлек һуңынан көслө мулла йәки билдәле ғалим булып киткән. Зәйнулла ишандың Мифтахетдин Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдинов менән дуҫ булғанлығы мәғлүм. Билдәле башҡорт ғалимы Абдулҡадир Инан да Троицкиҙағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә уҡыған. Шулай уҡ Башҡортостанға киң билдәле Мөжәүир хәҙрәт, Шәмиғол хәлфә лә Зәйнулла ишандың шәкерттәре. Бөгөнгө көндә лә Төркиәнең Истанбул ҡалаһында Наҡшбәндиә тәриҡәтенең Халидия тармағын етәкләп торған шәйех Осман Нури Топбаш әфәнде Зәйнулла Рәсүлев хаҡында яҡшы белә һәм уның мөриттәренән торған шәжәрәне тергеҙеү менән мәшғүл.
    Зәйнулла Рәсүлев хаҡында Калифорния университеты профессоры Хәмид Алгар, беҙҙең башҡорт ғалимдарынан Илшат Насиров, Ғайса Хөсәйенов, Рәшит Шәкүр, Әхәт Сәлихов, журналистарҙан Рәүеф Насиров, Сәлмән Ярмуллин яҙып, әүлиәбеҙҙең исемен яңынан күтәрҙе (шундай ҙур һәм изге эштәре өсөн Аллаһы Тәғәлә уларҙан риза булһын).

    * * *
    Зәйнулла Рәсүлев Троицк өйәҙе Туңғатар волосының (хәҙерге Учалы районы) Шәрип ауылында тыуып үҫкән. Ул башта тыуған ауылы мәҙрәсәһендә уҡый, ун ике йәшенән кантон үҙәге – Малай Муйнаҡ мәҙрәсәһендә белем алыуын дауам итә, аҙаҡ Яҡуп хәҙрәт артынан Ахун ауылына күсеп, унда дин ғилемен арттыра. 1851 йылда Троицк мәҙрәсәһенә килеп урынлаша, 1858 йылда тейешле имтихандарын тапшырып, Аҡҡужа ауылына имам-хатип булып ҡайта. Ун йыллап шунда дин дәрестәрен уҡыта. Үҙе белемен арттырыуын дауам итә, Бохараға күскән Рахманҡолов хәҙрәт аша китаптар алдырып тора. Бигерәк тә тассаууыф ғилемен өйрәнә, Наҡшбәндиә тәриҡәте менән ҡыҙыҡһына. 1859 йылда Сарҙаҡлы ауылының шәйехе Абдулхәким хәҙрәткә мөрит булып, бөтә тәриҡәт баҫҡыстарын үтеп, оҙаҡламай үҙе мөрит тәрбиәләй алырлыҡ кимәлгә өлгәшә. Шул ваҡытҡа Зәйнулла хәҙрәттең күптәнге хыялы тормошҡа аша – хажға барып ҡайтыу мөмкинлеге тыуа.
    Ҡаҙаҡтарҙа Жәббас ырыуынан Ершыбай исемле бер бай вафат булып, Зәйнулла хәҙрәттән уның өсөн хаж ҡылыуын үтенәләр. Шулай итеп, Зәйнулла Рәсүлев 1869 йылда хаж сәфәренә юлға сыға, 18 августа Истанбулға китә. Унда Әлшәйех Зыялетдин бән Мостафа Көмөшханауи хәҙрәттән дәрес ала. Шәйех Көмөшханауи уға ураҙа тоторға, һәр көн 100 мең тапҡыр зекер әйтергә бойора. Зәйнулла 40 көн буйына ураҙа тота, зекер әйтә, шәйехтең бойороғон тулыһынса үтәй. Шунан һуң хажға китә, унан ҡайтышлай тағы Истанбулға инә, Көмөшханауи уға Наҡшбәндиә тәриҡәтендә мөриттәр булдырырға фарман бирә, шул йүнәлештә дәрес биреү өсөн диплом менән тәьмин итә. 1870 йылдың июне башына ишан илгә ҡайтып, сентябрҙә үҙенең бурысын үтәргә тотона. Әммә, нахаҡ ялалар арҡаһында, 1872 йылда Зәйнулла ишан ҡулға алынып, Златоуст төрмәһендә – һигеҙ ай, 1873 йыл башынан Вологда губернаһының Никольск ҡалаһында, 1876 йылдан алып өс йыл Кострома ҡалаһында һөргөндә була, полиция күҙәтеүе аҫтында йәшәй. 1881 йылда, губернатор Кржижановский рөхсәте менән һөргөндән ҡотолоп, Аҡҡужаға ҡайта. 1882 йылда тағы хажға бара. 1884 йылда Троицк ҡалаһында мәсеттәр һалдырыусы Хәбибулла Ғаббасов хажиҙың һәм халҡының теләге буйынса, шәйех Зәйнулла хәҙрәттең Аҡҡужанан күсеп килеүен һорай. Хәҙрәт был үтенесте ҡабул итә һәм 23 апрелдә Троицк ҡалаһына күсеп килә. Шул көндән башлап Зәйнулла ишан үлгәнсе Троицкиҙа йәшәй.

    * * *
    Халыҡ араһында Зәйнулла ишан хаҡында әле лә төрлө риүәйәттәр йөрөй. Шуларҙың бер-икеһен атайым Фәсхетдин Сәмсетдин улы Ғайсин (1935 йылғы, Салауат районының Мөсәт ауылынан) бәйән итте:
    «Беҙҙең Ямалетдин старшинаның улы Солтан Троицкиҙа мәҙрәсәлә уҡыған йылдарында Зәйнулла ишандың шәхси күсере һәм инкассаторы булып хеҙмәт иткән, кәрәк саҡта сәс алыусыһы ла булған. Мөхөтдин менән Ғайса олатайҙар ҙа Троицкиҙа, Зәйнулла ишанда уҡыған. Улар ҙа, Зәйнулла ишан һымаҡ, халыҡты дауалаған, әүлиә булған. Зәйнулла ишан олатайымдарға йыл һайын килеп йөрөгән. 1912 йылда беҙҙең ауылда мәсет һалалар, уны йәй асалар, байрамға төрлө ауылдарҙан утыҙлап хәҙрәт килә. Шул мәсетте асыуға Зәйнулла ишан да килгән. Олатайым Зәйнулла ишандың кирәмәттәре хаҡында күп һөйләй ине: Ағиҙел аша Өфөнән борам менән сыҡҡан саҡта, кеше үтә күп, тығыҙ була. Ҡарт борамға ултырам тип аҙапланғанда, уны берәү: «Бар, йәйәү сыҡ!» – тип, этеп төшөрә. Халыҡты аптыратып, Зәйнулла ишан йылға өҫтөнән борам менән йәнәш атлай ҙа сыға. Йылғаның теге ярына сыҡҡас, халыҡ уны һырып ала. Хәйер бирергә, доға ҡылыуын һорарға тотоналар. Ҡарт уларҙың хәйерен алмай. Биргән аҡсаларын һыуға һалырға ҡуша. Тимер аҡса батмаһа, ҡағыҙ аҡса батһа ғына алам, ти. Киреһенсә булғандарын бер яҡҡа баҫырға ҡуша. Һәм бер нисә кешенән генә хәйер ала, уларҙы икенсе яҡҡа баҫтыра, был кешеләрҙең изге булыуҙары тураһында әйтә. Башҡаларҙың аҡсалары тау булып өйөлә.
    Уларға: «Гонаһтарығыҙҙы ярлыҡаһын өсөн Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылығыҙ!» – ти.
    Икенсе бер риүәйәт буйынса, батша Зәйнулла ишанды Мәскәүгә саҡыра, «Бөтә халыҡ һине изге тип әйтә, шуны һынар өсөн саҡырттым», – ти. Батша Зәйнулла ишанды йыландар, юлбарыҫтар, арыҫландар ябылған ситлеккә индерә, быны халыҡ йыйылып ҡарап тора. Йыртҡыстар Зәйнулла ишанға теймәй, ҡулын ялай. Ишан уларҙың баштарынан һыйпап, доға ҡылып сыға. Шунан ул батшаға: «Хәҙер «святой» һаналған поптарыңды индер!» – ти. Йыуан-йыуан сиркәү поптарын арыҫландар шунда уҡ өҙгөсләп ырғыта.
    Батша Зәйнулла ишанға бер үтенес менән мөрәжәғәт итә. Диңгеҙҙә бер ай элек карап юғалған була. Уның ҡайҙалығын, нимә булғанын һорай. Зәйнулла ишан караптың өйрөлмәгә эләгеүе, бер урында өйрөлөп тик йөрөүе, ундағы кешеләрҙең барыһының да йоҡоға талғанлығы хаҡында әйтә. Доға уҡый һәм, карап оҙаҡламай ҡайтыр, ти. Ысынлап та, күпмелер ваҡыттан һуң карап ҡайта. Иҫән ҡайтҡан кешеләр ниндәйҙер мөғжизә менән өйрөлмәктән сыға алыуҙары хаҡында һөйләй».

    Шулай уҡ Фәсхетдин Сәмсетдин улы Ғайсин Зәйнулла ишандың тормошондағы тағы бер ваҡиғаны, Аҡмулланың вафат булғанын әйткәне хаҡында ла ҡыҫҡа ғына риүәйәт һөйләне: «Аҡмулла дөрөҫлөк тураһында шиғыр яҙғас, уның дошмандары күп булған, шуға уны Мейәс янында үлтергәндәр. Зәйнулла ишан уның дуҫы, әүлиә булғас, уны үлтергәндәрен өйөндә белеп ултырған: «Их, Аҡмулланы әрәм иттеләр», – тигән.

    Әйткәндәй, июндә Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған халыҡ-ара конференция ла үтәсәк.
    * * *
    Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивында Зәйнулла ишанға ҡағылышлы әле лә баҫылмаған материалдар осрай. Мәҫәлән, «Зәйнулла ишан аһлары» исемле ете куплетлыҡ бәйетте һәм тарихын 1981 йылда Мәсетле районының Төрөпкилде ауылында Мөнир Хикмәт улы Хикмәтовтан (1910 йылғы) Н. Шоңҡаров яҙып алған (Ғ. А., ф.3, оп. 73, д. 68, 161 – 162-се биттәр): «Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан булған. Ул төрлө ҡоштоң телен белгән. Уға эттәр бер ваҡытта ла теймәгән. Доғаһын уҡып, «Өф!» тип кенә өрә, эт шунда уҡ шым була икән. Ошоно ишетеп ҡалғас, закон кешеләре килә: «Серен төшөндөрөп бир, нисек улай эшләйһең? Беҙҙе лә өйрәт!» – тиҙәр. «Мин бер нәмә лә белмәйем», – тигән Зәйнулла ишан. Быны тотҡандар ҙа алып киткәндәр, һәм төрмәгә ултыртып ҡуйғандар, ҡайһы бер кеше, 26, ҡайһыһы, 40 көн ултырған, ти.
    Зәйнулла ишан шешә менән һыу алып ҡуя ла тәһәрәт алырға сыға икән. Сыға, ингәнен күрмәйҙәр. Инәләр, өйҙә юҡ. Шундай ғилемгә эйә булған Зәйнулла ишан. Хәҙер тегеләр уйлай: «Бында бер хәл бар бит! – тип, – Юҡ беҙ быны тотмайыҡ». Шул көйөнә сығарып та ебәрәләр. Бер доғаһы булғандыр инде. Шул төрмәлә, ҡулға алынғас, ул бәйет яҙған».
    Унда шундай һүҙҙәр бар:

    ...Аһ ғәрлектер забун* булмаҡ
    Бу дошмандың ҡулында,
    Йәки юҡ һис бер гонаһым,
    Күңелем тәңрем юлында.
    Мин дә тиҙ үк менәмен арға*,
    Ашап туйһын йәнһеҙ, тәнһеҙ ҡоҙғон,
    Алдан барған иранларҙин* юл һорама,
    Ай-ай, дуҫлар, уйламайса хата килма.
    Хаҡ зекерени кисә көндөҙ ҡарап ҡилми,
    Аһ, дуҫларым, үҙ яныма яфа ҡилдым».

    Өсөнсө риүәйәтте миңә 2001 йылда Силәбе өлкәһе Арғаяш районының Иҫке Субыл ауылынан Мөхөбулла Вәлиулла улы Көлсөғолов (1923 йылғы, мулла) һөйләне:
    «Зәйнулла ишан хаж ҡылған. Бохаранан Мәккәгә йәйәү өс ай барған, өс ай ҡайтҡан. Йәйәү барыуҙың сауабы ҙур. Ҡайтышлай ауылдан-ауылға зыярат ҡылып, тәсбих тартып, намаҙ уҡып, ҙур ғилемлеккә ирешеп, фатихалар алып йөрөй.
    Беҙҙең Яңы Субыл ауылында бер ҡатынға килеп инә.
    – Балам, тамағым ҡатты, бер-ике уртлам һыу бирмәҫһеңме? – тип һорай.
    – Эй, буай, һиңә түгел, үҙебеҙгә юҡ әле.
    Ауылда шишмәләр булмағанлыҡтан, халыҡ һыуһыҙ интеккән икән, был ҡатын һыуға бик алыҫҡа йөрөгән була.
    – Эй, балам, улайһа силәгеңде ал да минең арттан сыҡ.
    Ҡатын силәген ала ла Зәйнулла ишан артынан китә.
    – Ошонда һыу булһа, яраймы? Ошонда һыу булһын, – тип доғаһын уҡып, таяғы менән ергә төртә. Төртөүе була, ерҙән һыу урғылып сыға. Бер аҙ бара ла тағы ла ергә таяғы менән төртә, тағы, тағы... Шулай биш урындан һыу урғып сыға. Бында, Иҫке Субылға, йәйәү килә. Араһы алты саҡрым. Бында ла өс ергә төртә. Шунан китә Һары ауылына, Ҡоншаҡ яғына, шулай сәфәр ҡылып йөрөй. Унан ҡалған шифалы шишмәләрҙе хәҙер «Ишан шишмәләре» тип йөрөтәләр».


    * * *
    Милләтебеҙҙең бөйөк улы бына шулай, халҡыбыҙҙың йөрәк түрендә йәшәй. Зәйнулла ишан балаларына ла матур дини тәрбиә, Ислам ғилемен биргән, хатта әүлиә кимәленә тиерлек үҫтергән. Уның улы мөфтөй Ғабдрахмандың да төрлө кирәмәттәр күрһәткәнлеге билдәле. Мәҫәлән, былтыр йәй миңә Асҡын районындағы ғилми экспедиция ваҡытында бер аҡһаҡал менән танышыу бәхете тейҙе. Ул да үҙ ғүмерендә Зәйнулла ишан һымаҡ өшкөрөп дауалау алымын белгән 17 әүлиә менән осрашҡан дини шәхес булып сыҡты. Бабай 1945 йылдың октябрендә Зәйнулла ишандың улы, мөфтөй Ғабдрахман менән осрашып, уның менән бик оҙаҡ һөйләшеп ултырған. Ғабдрахман үҙенең Сталин менән күрешеүе тураһындағы хәтирәләре, уға күрһәткән кирәмәттәре хаҡында бәйән иткән. Баҡтиһәң, ҡаты һуғыш барған осорҙа Сталин Ғабдрахман мөфтөйгә «Кем еңәсәк?» тигән һорау менән мөрәжәғәт иткән икән. Ғабдрахман мөфтөй тәүҙә ғөсөл ҡойоноп, намаҙ уҡый, шунан Сталинға ла шулай ғөсөл ҡойоноп, иман килтерергә, шәһәҙәт әйтергә ҡуша. Уны Мәскәүҙе уратып осороп йөрөтөп, кирәмәт күрһәтә. Аҙаҡ, Ғабдрахман, уға шулай кирәмәт күрһәткәнем өсөн 10 йыл ғүмерем кәмене, тип әйтә. Ә Сталинға, беҙ еңәсәкбеҙ, ти. Ысынлап та, шунан һуң беҙҙекеләр еңә башлай. Сталин рәхмәт йөҙөнән, нимә бирәйем, тип һорай. Мөфтөй Рәсәй мосолмандарына йыл һайын хаж ҡылыу мөмкинлеге биреүҙе һорай. Сталин мөфтөйҙөң дини дәрестәре буйынса китабын сығарырға ярҙам да итә.
    Зәйнулла ишан бөтә ғүмерен Аллаһы Тәғәләгә хеҙмәт итеүгә арнаған, шулай уҡ үҙ халҡының да Ислам динен ныҡ тотоп, иманлы мөьмин мосолман булып йәшәүен теләгән.

    * * *
    Яңыраҡ Рәсәйҙә, Башҡортостанда Зәйнулла Рәсүлев юлын дауам итеүсе бер танышым: «Бөгөнгө көндә, исмаһам, Зәйнулла ишандың кем икәнен, ниндәй юғары рухи кимәлдә булғанын аңлаған бер башҡорт бармы икән? Ул беҙҙең, милләттәштәренең, хәҙерге заманда ни тиклем динһеҙ, иманһыҙ, түбән кимәлгә тәгәрәгәнен күреп, иңрәп, үҙенең изге рухы менән «Эй, башҡорттарым!» тип әйтеүен ишетеп, беҙ оялышыбыҙҙан түгелеп илап ебәрергә тейешбеҙ», – тине, әсенеп.
    Мәҡәләмдең һуңында Исламды аңлап бөтмәгән ҡайһы бер оло ғалимдарыбыҙға, дини темаға яҙғанда дини терминдар, һүҙҙәр менән һаҡ булһаларсы, тимәксемен. Бер ғалимыбыҙ Зәйнулла ишан хаҡындағы мәҡәләһендә «күрәҙәсе» тигән һүҙҙе ҡыҫтырғайны. Ә, белеүебеҙсә, Ислам дине күрәҙәселек ҡылыуҙы ҡәтғи тыйған, ул гонаһлы эш иҫәпләнә. Әлбиттә, Зәйнулла ишан әүлиә булғас, кешеләрҙең уйҙарын да, нимә булырын да алдан белгән, әммә күрәҙәселек ҡылып ултырмаған. Икенсе бер ғалимыбыҙ үҙ китабында «Зәйнулла ишанға мөриттәре табынған» тип яҙҙы. Ысынында, уны яҡшы, иманлы кеше булыуы өсөн ололоҡлап, хөрмәт иткәндәр. Беләбеҙ ки, Ислам динендә кеше кешегә табынмай, беҙ Аллаһы Тәғәләгә генә табынабыҙ һәм уға бер кемде лә тиң ҡуймайбыҙ.
    Артабан ғалимыбыҙ: «Күңелен Исламға, тәриҡәткә биргән йәш ишан сибәр кәләш-ҡатындарға ла һис битараф түгел ине, утыҙында инде уның бисәләре-абыстайҙары өсәүгә еткәйне», – тип килешһеҙерәк итеп яҙған. Аңлашылып тора бит, динебеҙ яңғыҙ йәшәүҙе хупламай, мөмкинлеге булған ир-атҡа дүрт ҡатын алыу рөхсәт ителгән. Зәйнулла ишан да ҡатын-ҡыҙ яратҡандан түгел, ә мосолмандарҙы арттырыу ниәтенән һәм динебеҙ ҡушыуы буйынса өйләнгән. Икенсенән, тимәк, уның яҙмышына шулай яҙылған булған. Әгәр ҙә Зәйнулла ишан саф күңелле булмаһа, шулай Аллаһтың яратҡан ҡолона, әүлиәгә әйләнер инеме ни? Әүлиә кимәленә күтәрелер өсөн Раббыбыҙ бойороғон, бөтә Ислам ҡанундарын үтәп йәшәргә, көнө-төнө Аллаһты иҫләп, меңәр-меңәр тапҡыр зекер әйтеп йөрәкте таҙаларға, төндәрен тороп тәһәджүд намаҙҙарын һәм йылдар буйы фарыз һәм сөннәт намаҙын ҡалдырмай уҡып, үҙеңдең йәнең-тәнеңде, нәфсеңде тәрбиәләргә, әҙәп-әхлағыңды иң юғары дәрәжәгә күтәрергә кәрәк бит. Бының өсөн иҫ китмәле ныҡ ихтыяр көсө, саф, нескә күңел һәм камил иман булырға тейеш. Халҡым туҡтап уйланһа, Зәйнулла ишан юлына, динебеҙ Исламға ҡайтыу юлына яңынан баҫһа икән.
    Ай башында беҙҙең Башҡортостан телевидениеһының бер тапшырыуында: «Зәйнулла ишанға бюст ҡуйыласаҡ», – тигән фекер әйтелде. Минеңсә, был хата ҡарар. Сөнки, Ислам дине кеше, хайуан һындарын һынландырыуҙы тыя, йорт эсендә лә һүрәттәрен элергә ярамай. Ә Зәйнулла ишан, дини шәхес булараҡ, үҙе иҫән булһа, был фекергә ҡырҡа ҡаршы сығыр ине. Уның рухын бары тик халҡының Ислам динен тотоп, намаҙ уҡып, иманлы йәшәүе генә шатландырасаҡ.

    *Забун – төрмә мәғәнәһендә
    *Ар – ҡош булып һауаға осор инем
    *Иранларҙин – берәй ара исемелер, бәлки.

    Фәнирә ҒАЙСИНА,
    Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы.
    авторы: админ | 15 марта 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Зәйнулла Рәсүлев урамы булырмы?
  • Ыңғай үҙгәрештәр
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Башҡорт ишандарының иң олуғы
  • Зәйнулла ишандың ҡайhы бер мөриттәре тураhынд ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru